Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Әҙәми зат икмәһеҙ, йырһыҙ һәм юлһыҙ йәшәй алмай. Юл-сәфәрҙә ниндәй генә күренештәр күҙәтелмәй! Ҡапыл кәйеф күтәрелә йә иһә күңел ҡырыла, мәҙәк аймылыштың, хатта көтөлмәгән фажиғәнең шаһиты булғылайһың. Юлдарҙа шатлыҡ та, хәсрәт тә, һағыш та һағалай шул кешене, сөнки тормош ҡайнап тора, унда ла кешеләрҙең холҡо-фиғеле сағыла. Күп йылдар инде Сабир Шәрипов үҙе ҡатнашҡан, күргән йә ишеткән фәһемле, фәлсәфә уятырҙай ваҡиғаларҙы һайлап, шуларҙы хикмәт кимәленә күтәрә.


Ғалим ҡарғаған ҡулайлама

Радар тигәндәре юлдағы машинаның тиҙлеген, ҡайһы тирәлә елдереүен радио тулҡындары ярҙамында билдәләүсе ҡулайлама, имеш... Нәҡ шул приборҙы уйлап тапҡан инглиз ғалимы Радар, машинаһын ҡыҙыу ҡыуғанда мул ғына штрафҡа тарығас:
— Үҙ башыма эшләгәнмен ҡәһәр һуҡҡан приборҙы! — тип әйтә була юл полицияһына.
Үҙемә лә эләкте

Автобуста тиктомалдан ғауға ҡупты. Бисә-сәсә араһында. Кемдер кемеһе­нең­дер аяғына баҫҡанмы, әллә төйөнсөгөн­дәге помидоры һытылғанмы – бел­мәҫ­һең. Икегә бүленеп алды былар, әһә, бер “фронтта” өс ҡатын, икенсе­һен­дә – дүртәүме, бишәүме. Миңә йәнәш ултырғаны ғына ләм-мим. Холҡон оҡша­тыпмы, әйткән булдым үҙенә:
— Һеҙ, мадам, бер яҡҡа ла...
— Ә һинең ниндәй ҡыҫылышың бар? Мадам, ти, иш-шеү! Күрһәтермен мин һиңә мадамды!
Бәй, теге ике “команда” ла мине тетергә кереште. Әллә әрләшеү ғәләмәте йоғошло вирусмы икән? Аптырағас, етер ергә етмәй төшөп, йәйәүләргә тура килде.
– Һин һытҡанһыңдыр әле помидорым­ды! – тип ҡалды, етмәһә, бола ҡуптарған ханым. – Хам!
– Хамбикә! – тип ҡапыл ғына әйтмәм­ме. Ҡарасы, ҡара, иреш-талаш тигәнең лөғәтте лә байыта икән.

Ветеранға хөрмәт

Таксист дуҫымдан ишеткәндәрҙе һеҙгә лә һөйләмәк булдым.
...Заявкалар буйынса кеше ташыусы­ның кәйефе һүрелде. Бынау әбекәйҙең мыштыр ҡуҙғалыуы! Шуның арҡаһында ҡасабаның бирге осондағы пассажирҙан елдәр иҫкәйне. Биш минут та көтмәгән, икенсе таксисты саҡыртып, елдергән үҙе­нә кәрәк ҡалаға. Ай-һай, теүәл әҙәм үҙе лә. Бизнес тигәндәре әллә нимәләргә өйрәтер.
– Их, инәй, һинең мыҙылыуың арҡа­һында даими клиентымды юғалттым, – тине рулдәге кеше, бара биргәс. – Эш хаҡым...
– Уның ҡарауы, һин миңә, оло кешегә, хөрмәт күрһәттең. Шуға ҡыуанып киләм әле, – тигән булды әбекәй.
***
Инйәрҙә таксиға тумһыҡ битле, елкәһе тыңҡыш уҙаман өҫтәлде. Эре сирттерә, эшҡыуар йораты, шәйт. Тегендә шылтырата, бында шылтырата, юҡ ҡына йомошон тәфсирләп сурыта. Уныһы ярай, ә Инйәргә нәҫелдәре ҡасан, ҡайҙан килеп төпләнгәнде белмәй, күрәһең. Сөнки... Башҡортса йыр тыңлап киләләр ине рулдәге ир баяғы инәкәй менән, авторадионы дорфа ғына һүндерергә самаланы был. Әбекәйҙең асыуы ҡабарҙы, бик йәтешләп урыҫса әрепләшеп алды.
— Беҙ ғүмер буйы — нисәмә быуат — урыҫ йырын тыңлап-йырлап йөрөйбөҙ, ә бынау бәндәнең, исмаһам, бер тапҡыр башҡорт көйөн тыңлағыһы килмәй. Шә­берәк ебәр әле, улым, оҡшамаһа, төшөп ҡалһын, тейешле хаҡын үҙем түләрмен.
Авторадионан мәшһүр “Сибай” көслө­рәк яңғыраны. Кемдең арбаһына ултыр­һаң тигән һымаҡ, ниҙер аңларға те­лә­гәндәй, дорфа бәндә лә өңшәйеп килгән булды. Өфөгә кергәнсе, “450...” тигән дәү панно күренгәнсе.

***

Яңыраҡ тағы осраштыҡ, тағы һөйлән­дерҙем тегене. Хәҙер “шәхси извозчик” икән дуҫҡайым. Болоҡһоп тора:
— Вокзалда ултыртып алдым өс үз­бәкте. Олорағы миңә дәғүә белдерҙе, әй. “Ниңә урау юлдан киттек әле? Күберәк түләтергә уйлайһыңмы?” — ти. “Шулай кәрәк. Оло юлда ремонт”, — тигән булдым. “Әллә мин Өфөнө белмәй тиһең­ме?” Өндәшмәнем.
Ҡырҡ һүҙгә етмәксе ҡарасман, йәш ерҙәштәре алдында кәпәренергә лә йә­теш. “Минең ҡала ул Өфө. Һәр урамы таныш...”
Ҡырҡ йыл йәшәгән Өфөнө мин бахыр һаман үҙемдеке тиергә ҡыйынһынам. Ә өс йыл да йәшәмәгән “южный брат” ҡаланы үҙенеке тип һанай... Алып барһам ҡала ситенә, егерме сутый ергә имение һалып ята былар...
Мин дә уйға ҡалдым. Аптырағас, бер бәйән һөйләнем:
– Борон бер хакимдан күрше илдеке­ләр иң яҡшы атын, иң матур кәләшен һораған. Биргән был, хатта аҡһаҡалдар тыйып маташһа ла. Ә икенсе тапҡыр нәфселе күршеләре хакимдан иҫке юлға яҡын буш ятҡан ерҙәрен һораған. Хатта аҡһаҡалдар ҙа кәңәш иткән: бирәйек, алама ерҙәр, күп тә һорамайҙар... “Юҡ, – тип ҡырт киҫкән ил башы. – Ерҙең һәр ҡарышы — дәүләттең нигеҙе. Китә икән ерҙәр, юлдар ҙа китә...”
Әңгәмәсем ниҙер аңланы шикелле. Ә ерһатар түрәләр беләме икән боронғо хакимдың фәһемле фекерен? Ерһатар­лыҡтан алға — илһатарлыҡҡа — бер аҙым ғына түгелме ни?






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 977

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 236

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 459

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513