Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тағы күпме көтөргә?
Гәзит уҡыусылар был мәҡәләмде һаман бер балыҡ башын сәйнәү тип ҡабул итер, бәлки. Һүҙем — йәнә “һуғыш балалары”на ил Хөкүмәтенең ҡарашы тураһында. Уларға “Ветерандар тураһында”ғы Закон буйынса льготалар билдәләнгән. Тик Дәүләт Думаһы депутаттары ошо быуын хаҡында хәстәрлек күреүҙе арттырыу кәрәклеген онота шикелле.
Был мәсьәләгә ҡарата “Ветеран” гәзитенең 13-сө һанында (2011 йыл, апрель) “Необыкновенный статус” тигән мәҡәлә баҫылып сыҡты. Унда ярҙамдың юҡлығы телгә алына һәм закон проектын әҙерләүселәр менән ҡабул итеүселәр аңлы рәүештә беҙҙең категорияны “Ветерандар тураһында”ғы Федераль закондың 2-се пунктының 21-се статьяһына индермәне, тиелә.
Әрнеү хисе менән зат-ырыуым, ғаиләм хаҡында бер аҙ яҙмаҡсымын. Ғаиләбеҙҙән биш кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Шуларҙың иң өлкәне — Бикмөхәмәт Ишмөхәмәт улы Һайыҫҡанов — 1947 йылда ғына иҫән-һау әйләнеп ҡайта, 11 тапҡыр яралана. Быны документтар менән раҫлап булманы, яҙған хаттарыбыҙға: “Медицина күрһәтмәһе ҡағыҙҙары янған”, — тигән хәбәр генә ебәрҙеләр. Ахырҙа башҡалар кеүек үк 12 һум күләмендә пенсия алды, 70 йәшенә етә алмайынса вафат булды.
Атайым Хажимөхәмәт Ишмөхәмәт улы Юлмөхәмәтов 1914 йылда тыуған. 1942 йылдың мартында хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Ошо йылдың декабрендә Калининград фронты алыштарында (хәҙер Ржев йүнәлеше тип атайҙар) һәләк була. 2009 йылда, 69 йылдан һуң, атайымдың ерләнгән урынына сәйәхәт ҡылдыҡ. Быны Санкт-Петербургта йәшәүсе ҡыҙым Зөһрә Интернет аша эҙләп тапты һәм эҙәрмәндәр менән бәйләнешкә сығып ойошторҙо. Ундағы Туғандар ҡәберлегендә 1200 кеше ерләнгән, ләкин атайымдың, башҡорт, татар яугирҙәренең фамилиялары Мәрмәр ташта урын алмаған.
Оленин районының ветерандар советы рәйесе Григорьевтан: “Ни эшләп мәрмәр ташта атайымдың исеме юҡ?” — тип һораным. Аңлатыуынса, Ҡырмыҫҡалы районы хәрби комиссариатынан ерләү ҡағыҙы кәрәк икән. Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына әҙерлек барған осорҙа ул ҡағыҙҙы юллап ебәрҙем. Атайыма килгән “ҡара ҡағыҙ”ҙа Калининград өлкәһенә ҡараған Молодут районының Мишуково ауылы тип күрһәтелә. Хәҙер өс районды бергә ҡушҡандар. Элек ҡаты һуғыш барған урындарҙа ауылдар ер менән тигеҙләнгән. Әле район Оленин тип йөрөтөлә. Элекке ҡасаба исемдәре лә ҡағыҙҙа ғына һаҡлана. Аҙаҡтан Оленин районының етәксеһе атайымдың исемен мәңгеләштереү мәсьәләһенең ыңғай хәл ителәсәге тураһында хат яҙып ебәрҙе.
Атайымдың бер туғандары Абдулла менән Баязит Ишмөхәмәт улдары хаҡында “Память” тигән китапта мәғлүмәт бирелгән. Береһе 1916 йылда Ҡырмыҫҡалы районының Мөҡсин ауылында тыуған, лейтенант, 1944 йылдың ғинуарында хәбәрһеҙ юғалған. Икенсеһе 1919 йылда ошо уҡ ауылда донъяға килгән, 375-се уҡсылар дивизияһы ҡыҙылармеецы, 1942 йылдың 13 авгусында һәләк булған. Калининград өлкәһенең Ржев ҡалаһында ерләнгән.
Өсөнсө туғаны Шәйхулла Ишмөхәмәт улы Исламғолов 1926 йылғы. Япондарға ҡаршы һуғыштан әйләнеп ҡайтты, Өфөлә йәшәне, хәҙер гүр эйәһе.
Әсәйем Зөбәйҙә Әхтәм ҡыҙы Юлмөхәмәтова колхоздағы барлыҡ ауыр эште башҡарҙы, 91 йәшкә етеп, 2009 йылда арабыҙҙан китте. Атайымды 67 йыл буйы көттө, тик уларға яҡты донъяла осрашыу насип булманы. Атайымдан өс йәш ярымда ҡалғанмын, хәҙер һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлайым.
Атайҙары яу яланынан ҡайта алмаған “һуғыш балалары”на лайыҡлы пенсия түләнергә тейеш. Ил азатлығы өсөн башын һалған яугирҙәргә ҡарата ла хөрмәт күрһәтеү булыр ине ошондай аҙым.
Еңеү яулап ҡайтҡан хөрмәтле ветерандарыбыҙға ихтирам ҙур: еңел машиналар ҙа, фатир ҙа бирәләр, пенсиялары ла юғары. Ә ут эсендә ятып ҡалыусылар хаҡында ләм-мим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға тәғәйенләнгән күләмдәге пенсия атайҙары өсөн балаларына һәм тол ҡалған ҡатындарына түләнһен ине.
Зыя ЮЛМӨХӘМӘТОВ,
урындағы ветерандар
советы рәйесе.
Ҡырмыҫҡалы районы,
Һәүәләй ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 088

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518