Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль МӘРҘӘНШИН: “Күптәр өсөн отошло булыр”
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль МӘРҘӘНШИН:  “Күптәр өсөн отошло булыр” Дәүләт Думаһы өсөнсө (һуңғы) уҡыуҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъект­тары өсөн ҡуртымға алыуҙың өҫтөнлөклө хоҡуғын оҙайтҡан закон проектын ҡабул итте. Башҡортостан Республикаһынан Дәүләт Думаһы депутаты, “Уңайлы хоҡуҡи мөхит” партия проекты координаторы Рафаэль Мәрҙәншин ошо закон проекты һәм уны ҡабул итеү сәбәптәре хаҡында һөйләне.

– Хөрмәтле Рафаэль Мирхәтим улы, бындай закон проектын ҡабул итеү нимәгә бәйле?
– Беҙҙең “Берҙәм Рәсәй” пар­тия­һы депутаттары әҙерләп, Дәүләт Думаһына тәҡдим ителгән закон проекты эшҡыуарҙарға ярҙамға йүнәлтелә. Әле генә үҙ эшен асҡан йүнселдең йыш ҡына бизнесты алып барыу өсөн бина һатып алыу мөмкинлеге юҡ, уны ҡуртымға алырға мәжбүр. Әлбиттә, шәхси эш урыны булыу күп йәһәттән отошло. Беренсенән, ҡуртымға биреүсегә бәйле түгелһең, эшҡыуарлыҡты оҙай­лыраҡ ваҡытҡа планлаш­ты­рырға була. Икенсенән, милектәге бинаны закладҡа һалырға мөмкин, сөнки йүнсел эшмәкәрлеген алып барған урын компанияның атамаһы һәм логотибы кеүек үк ҙур әһәмиәткә эйә, әгәр айырыуса сауҙа объект­тары, бөҙрәханалар, оҫтаханалар һәм халыҡты хеҙмәтләндереүгә бәйле башҡа предприятиелар хаҡында һүҙ барһа.
Законға ярашлы, әлегә тиклем эшҡыуар дәүләт йәки муниципалитет ҡуртымға биргән бинаны һатып алыу йәһәтенән өҫтөнлөккә эйә ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хоҡуҡ быйыл 1 июлдә ғәмәлдән сыға.
– Тимәк, кем өлгөрмәй ҡалған, бинаны һатып алыу мөмкин­легенән мәхрүм булыр инеме?
– Әлбиттә. Ләкин яңы закон проекты менән был хоҡуҡ 2018 йылдың 1 июленә тиклем оҙайтыла.
– Дәүләт ҡуртымға биргән бинаны теләгән һәр кеше һатып алыу мөмкинлегенә эйәме?
– Билдәләнгән минималь ҡуртым ваҡыты үтеү менән йүнсел өсөн ошондай хоҡуҡ ғәмәлгә инә. Әле эшҡыуар бинаны биш һәм унан кү­берәк йыл дауамында файҙаланған икән, уны һатып алыуы ихтимал. Закон проектында был осорҙо өс йылға тиклем кәметтек. Әгәр йүнсел 2015 йылдың 1 июленә тиклем дәү­ләт йәки муниципаль милектәге бинаны кәмендә өс йыл файҙаланған икән, уны һатып алыу мөмкинлеге бар. Бындай сара күптәр өсөн отош­ло булыр, тип ышанам.
– Эшҡыуарҙарҙың байтағы ҡур­тым­дағы биналарҙа әллә ҡа­сандан эшләй. Был хоҡуҡты ва­ҡытында файҙаланмау­ҙарының сәбәбе нимәлә икән?
– Сәбәптәрҙең төрлө булыуы ихтимал: аҡсаға бәйле ҡыйынлыҡтар, һатып алыу хоҡуғының билдәле бер талаптарына яуап бирмәү, ҡуртымға алынған биналарҙың бәләкәй эшҡы­уарлыҡ субъекттарына тапшырыу өсөн тәғәйенләнгән мөлкәт исем­ле­генә индерелмәүе. Берәүҙәр һатып алыу менән ҡуртымдың ҡайһыһы отошлораҡ икәнлеген асыҡлай алмауы ла бар.
– Бинаны һатып алырға аҡса­һы етмәгәндәргә нимә эшләргә?
– Әлегә тиклем, ҡануниәткә яраш­лы, объект хаҡын өс йыл эсен­дә бүлеп түләү мөмкинлеге бирелә ине, хәҙер иһә биш йылда һәм унан күберәк ваҡыт эсендә ҡапларға була. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн был — бик ҡулай алым, сөнки аҡсаны аҙлап түләргә мөмкин.
– Закон ҡасан көсөнә инә?
– Дәүләт Думаһы закон проектын ҡабул итте. Федерация Советында раҫланғандан һуң, Рәсәй Президенты уға ҡул ҡуя, ә киң мәғлүмәт сараларында баҫылып сыҡҡас та көсөнә инә. Был эш ошо айҙа уҡ башҡарылыр тип ышанам.
– Дәүләт Думаһында йүнсел­леккә ярҙам күрһәтеүгә йүнәл­телгән тағы ла ниндәй закон проекттары ҡарала?
– Һуңғы ваҡытта ундайҙар бихисап. Шуларҙың береһе – “Һалым каникулы тураһында”. Был закон проек­ты етештереү, социаль һәм фән өлкәһендә яңы эш башлаған йүнселдәрҙе ике йыл дауамында һалым түләүҙән азат итә. Көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү менән шөғөл­лән­гән эшҡыуарҙарға ла ошондай уҡ хоҡуҡ биреүҙе күҙаллаған төҙәт­мә­ләр беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Тиҙҙән “Күҙәтеү каникулы хаҡын­да”ғы закон ҡабул ителәсәк. Ошо көндәрҙә генә беҙ уны беренсе уҡыуҙа тикшерҙек. Яңы документ менән бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъ­ект­тарына ҡарата планға ярашлы тикшереүҙе өс йылға тыйыу билдәләнә. Закон киләһе йылдың ғинуарынан көсөнә инәсәк тип күҙаллана.

Л. ДӘҮЛИЕВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518