Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Именлек нигеҙе – йәштәргә иғтибарҙа
Именлек нигеҙе – йәштәргә иғтибарҙа Ыҙғыш-талашты, һуғышты күңеле бөтөн булмаған кешеләр тыуҙыра тигән хәҡиҡәт йәшәй. Тимәк, донъя тыныс, имен торһон өсөн айырыуса йәш быуын вәкилдәренә иғтибар бүлеү мөһим. Улар яҡшы тәрбиә алырға, үҙҙәрен йәмғиәткә кәрәкле кеше итеп тойоп үҫергә тейеш.

Республикала был маҡсатта даими эш алып барыла. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Конс­тантин Толкачевтың Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика башҡорт балалар йорто тәрбиәләнеүселәре менән осрашыуы киләсәкте хәстәрләүгә ынтылышты йәнә бер дәлилләне.
“Түңәрәк өҫтәл”дә һөйләшеү төрлө теманы үҙ эсенә алды. Константин Борисович балаларға төбәк парламентының эшмәкәрлеге, бурыстары, Баш­ҡорт­ос­тан халҡының Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә индергән өлөшө тураһында һөйләне, китаптар тупланмаһы бүләк итте. Йәш быуын вәкилдәре иһә спикерға үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе. Һеҙҙең һымаҡ юғары үр яулар өсөн ниндәй булырға кәрәк? Бәләкәй саҡта кем булырға хыяллана торғайнығыҙ? Закон сығарыу ҡыйын эшме? Тиҙҙән Өфөлә үтәсәк саммиттарҙың әһәмиәте нимәлә? БДИ-ға ҡарашығыҙ ниндәй? Берәй заман балалар йорттары бөтөрөлөрмө? Нимә ул ғаилә ҡиммәттәре, мөхәббәт? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Ҡоролтай Рәйесе ихлас яуап бирҙе. Ул белемгә ынтылыу, ғилемеңде дөрөҫ йүнәлештә файҙалана белеү, күберәк китап уҡыу кәрәклеген, абруйҙы тик намыҫ­лы, тырыш хеҙмәт аша яулау мөмкинлеген, һәр урын­да кешелекле, ябай булыу, тормошто, яҡын­да­рыңды яратыу, ярҙамлашып, аңлашып йәшәү мөһим тип билдәләне. Донъя именлегенең нигеҙе – тап ошо сифаттарҙа, тине.
Һөйләшеүҙән һуң балалар Башҡортостан парламенты тарихы музейы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­рол­тайҙың ултырыштар өсөн тәғәйенләнгән Ҙур залы менән танышты, спикер менән бергә фотоға төштө.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512