Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кейекбаев рухы һағында
Кейекбаев рухы һағында Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияға нигеҙ һалыныуға 20 йыл тула. Белем усағының үҫеш юлында төрлө осор булды. Һынауҙар аша күтәрелде ул бөгөнгө үренә. Ғилемле, рухлы уҡыусылары – үҙе үк юғары күрһәткес. Уңыштарын барлау, киләсәккә маҡсаттарын белеү ниәтендә мәғариф учреждениеһы директоры Айгөл ШАҺИСОЛТАНОВАға мөрәжәғәт иттек.


– Юбилейҙы ниндәй ҡаҙаныштар менән ҡаршы алаһығыҙ, Айгөл Басир ҡыҙы?
– Яңыраҡ Дан һәм хөрмәт байрамын уҙғарҙыҡ. Был сарала йыл дауамында еңеүҙәргә өлгәшкән уҡыусыларҙы тәбрикләйбеҙ. Ә уларҙың һис тә һынатҡаны юҡ: төрлө предмет буйынса уҙға­рылған олимпиадаларҙа ла, спорт ярыштарында ла алдынғылыҡты бирмәйҙәр. Рухи тәрбиәгә иғти­бар ҙурлығын дәлилләп, балалар “Башҡортостан ынйылары”, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү конкурстарында гелән еңеп ҡайта. Мәктәптең бы­йылғы иң яҡшы уҡыусыһы булып танылған Гөл­мирә Хужәхмәтованың уңыштары айырыуса күп.
Уҙған уҡыу йылында төрлө предмет буйынса ҡала олимпиадаларында 45 бала призлы урын яуланы. Республика кимәлендә ойошторолған кон­курстарҙа ла һынатмайбыҙ. Мәҫәлән, Ю. Гагарин кубогына ярышта бихисап уҡыусыбыҙ уңышҡа өлгәште, диплом менән бүләкләнде. IX кластан Артур Стодольниковтың биология буйынса республика бәйгеһендә призлы урын алыуын, Илнур Ихсановтың башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиадала ЮНЕСКО-ның махсус призына лайыҡ булыуын айырып билдәләргә кәрәк. Гимназияла фәнгә ҙур иғтибар бүленә. Был эштең дә ыңғай һөҙөмтәһен күреп торабыҙ. Әйтәйек, X клас­тан Ләйсән Абдуллина, Санкт-Петербург ҡала­һында уҙғарылған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли кон­ференцияла тел тураһында сығыш яһап, I дә­рәжә диплом менән ҡайтты.
Бөйөк Еңеү алдынан “70 йыллыҡҡа – 70 “биш­ле” тигән акция уҙғарыуыбыҙ һәйбәт һөҙөмтә бирҙе, тип уйлайым. Әйткәндәй, Дан һәм хөрмәт байрамында балаларҙы ярыштарға әҙерләгән уҡытыусылар ҙа баһаланмай ҡалмай. Дөйөм көс менән быйыл гимназия республиканың яңыса эшләгән милли уҡыу йорттары араһында еңеүгә өлгәште.
– Имтихан тигәндән, белем алыуҙы артабан дауам итеү йәһәтенән эш нисек тора?
– Алдан уҡ юғары уҡыу йортона инергә әҙерләү маҡсатында балаларҙы төркөмдәргә бүлеп уҡыта­быҙ. Был, әлбиттә, педагогка ла, уҡыусыға ла талапты көсәйтә. Берҙәм дәүләт имтиханына йыл да ныҡлы әҙерлек алып барыла. Уҡыусыларыбыҙ һынатмай – күрһәткес юғары. Гимназия филология йүнәлешендә эшләһә лә, техник фәндәрҙән дә белем кимәле ныҡлы. Сығарылыш уҡыусылары яҙмышын төрлө өлкә менән бәйләй.
Башҡорт теле I – XI кластарҙа туған тел бу­лараҡ өйрәтелә. Киләһе уҡыу йылында мәктәпкә тәүге тапҡыр аяҡ баҫасаҡ йәш милләттәш­тә­ребеҙҙе туплап, башҡорт класы асырға ниәтләй­беҙ. Рухи тәрбиәгә ҙур иғтибар бүленә.
Гимназияның 21 класында белем алған 500-ҙән ашыу уҡыусының 30 процентын татарҙар, урыҫтар һәм сыуаштар тәшкил итә. Улар башҡорт телен дәүләт статусында өйрәнә. Башҡа милләт вәкил­дәренең килергә ашҡынып тороуы, һис шикһеҙ, мәктәптең уңышлы эшмәкәрлеге хаҡында һөйләй. Башҡорт балалары менән бер рәттән, уларҙың араһында ла милли конкурс еңеүселәре байтаҡ. Бүтән милләт вәкилдәренең телебеҙҙе шулай теләп өйрәнеүе – үҙе ҙур ҡыуаныс.
– Һеҙҙең гимназияла йыл да үткән “Кейекба­ев уҡыуҙары”нда сығыш яһаған балалар­ҙың оҫталығына хайран ҡалам. Уңыштың сере нимәлә?
– Был сарала сығыш яһаған уҡыусыларыбыҙ – драма, йыр, бейеү түңәрәктәре ағзалары. Уларға билдәле актер Азамат Хәлилов, бейеүселәр Гөл­гөнә менән Раил Лоҡмановтар, Александр Мулендеев дәрес бирә. Халыҡ моңо серҙәренә үҙе­беҙҙең уҡытыусы Алһыу Сапарова төшөндөрә. Әйт­кәндәй, ул үҙе лә йырҙар ижад итә. Йәш быуынды рухлы итеп тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән ҡурай түңәрәгенә иһә артист Динар Абдуллин етәкселек итә.
Беҙҙә сәнғәт буйынса ғына түгел, башҡа йү­нәлештәге түңәрәктәр ҙә эшләй. Мәҫәлән, балалар ағас һырларға өйрәнә, уларҙың ҡул эштәре ҡала күргәҙмәләренә ҡуйыла. Остаздары – технология уҡытыусыһы Урал Әхмәтов. Милли көрәш түңә­рә­ге лә уңышлы эшләй. Уҡытыусы Илшат Ҡотло­шиндан дәрес алған малайҙар төрлө кимәлдәге ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәй. Мәҫәлән, “Юрматы батыры” булып танылған Айнур Собхан­ғо­лов – ҙур ғорурлығыбыҙ. Шулай уҡ Тимур Ҡот­ло­бирҙин спорт мастеры исемен алырға әҙер­ләнә, Финат Вәлиев бихисап еңеү яуланы. IV класта ғына уҡыуҙарына ҡарамаҫтан, Иҙел Ҡотлошин менән Даниил Сөләймәновты ла бөтөн ҡала таный. Келәм батырҙарының уңыштары башҡа йәһәттән дә алдынғы булыуға ҙур этәргес бирә.
– Уҡыусыларға яҡшы белем һәм тәрбиә биргән коллектив хаҡында ла бер аҙ әйтеп үтһәгеҙсе.
– Гимназияла 37 уҡытыусы эшләй. Араларында йәштәр ҙә, мәғариф өлкәһендә 30 – 40 йыл хеҙмәт иткән тәжрибәле педагогтар ҙа бар. Башланғыс класс уҡытыусылары Зөлфиә Баязғолова, Гөлнур Рауилова, Тәнзилә Ғайсина, Зифа Бикбаева, башҡорт телен өйрәткән Гүзәл Рәхмәтуллина, инглиз теле серҙәренә төшөндөргән Әлмира Ғәлина гимназия асылғандан алып белем бирә. Тәжрибәле педагогтарҙың еңеүҙәре лә бихисап.
Дәрес биреүҙән тыш, уҡытыусылар төрлө сарала ихлас ҡатнаша. Был йәһәттән үрҙә телгә алынған исемдәргә башҡорт теле уҡытыусыһы Рәсимә Сәфәрова, башланғыс кластарға белем биргән Нәркәс Хафизова, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәрен өйрәткән Мөҙәрис Таҡыев, урыҫ теле, математика, һынлы сәнғәт серҙәренә төшөндөргән Зәлиә Ҡояшева, Зөһрә Юнысова, Зөлфиә Дәүләт­баеваларҙы өҫтәргә кәрәк. Бихисап олимпиада, ғилми-ғәмәли конференция, конкурс еңеүселәрен әҙерләне улар. Быйыл гимназияның иң яҡшы педагогы булып танылған биология уҡытыусыһы Әлфиә Ҡоланбаеваны айырып билдәләү мөһим – предмет буйынса олимпиадала уның 17 уҡыу­сыһы юғары уңыш ҡаҙанды! Ошондай үҙ эшенең оҫталары үҫтерә белем усағын.
– Ҡалала ғына түгел, республикала таныл­ған гимназияла киләсәктә ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?
– Төп яңылыҡ шул: ошо йәйҙә уҡыу йорто ҡарамағында балалар баҡсаһы асыла. Бындай аҙым, әлбиттә, осраҡлы түгел. Бер яҡтан, ҡалала балалар баҡсаһына сиратты кәметеү йәһәтенән отошло булһа, икенсенән, гимназияға ниндәй уҡыусылар килерен алдан күҙаллап, уларҙы мәк­тәпкә тейешле кимәлдә әҙерләй аласаҡбыҙ. Ғөмүмән, “бишектән” тәрбиәләү мөмкинлеге тыуасаҡ.

Рәмил МАНСУРОВ әңгәмәләште.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511