Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Милли аҡса берәмеге, карелдар менән дуҫлыҡ һәм “зәңгәр яғыулыҡ” мәсьәләләре…
Санкт-Петербургтағы халыҡ-ара иҡтисади форум ваҡытында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “БРИКС илдәренең иҡтисади хеҙмәттәшлеге: үҫеш өсөн мөмкинлектәр” эшлекле форум сессияһында сығыш яһаны.

БРИКС илдәрендәге эшлекле даирә вә­килдәре һәм дәүләт эшмәкәрҙәре көн тәртибендәге күп мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Улар иҫәбенә сауҙа эшмәкәр­легенең һәм инвестиция хеҙмәттәшлегенең ғәмәлдәге хәле, мөмкинлектәре, иҡтисад үҫешен дәртләндереү юлдары, төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу, эшҡыуарлыҡ өсөн ыңғай шарттар булдырыу инә. БРИКС-та үҙ-ара иҫәп-хисаптың нигеҙен ойошмалағы илдәрҙең милли валютаһы тәшкил итергә тейеш, тигән фекерҙә эшлекле форумда ҡатнашыусылар. Шулай уҡ Үҫеш банкын ойоштороу тураһындағы башланғыс та тәҡдим ителде.

***
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Карелия етәксеһе Александр Худилайнен үҙ-ара сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Биш йылға иҫәпләнгән документ тотороҡло һәм оҙайлы нигеҙҙә ике яҡлы бәйләнештәрҙе үҫтереүҙе, нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ул сауҙа-иҡтисади, ауыл хужалығы, ғилми тик­шеренеүҙәр һәм инновациялар, транспорт, ҡала төҙөлөшө, торлаҡ-коммуналь ху­жа­­лыҡ, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, урман мөнә­сәбәттәре, тәбиғәтте һаҡлау эшмә­кәрлеге, мәҙәниәт, спорт һәм туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ дәүләт милли һәм йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, хеҙмәт мөнә­сә­бәттәре һәм халыҡты социаль яҡлау, мәғлү­мәтләштереү, элемтә, киң мәғ­лүмәт саралары, йәмәғәт ойошмалары менән бәй­ләнештәр йәһәтенән тәжрибә уртаҡ­лашыу ҡарала.

***
Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллер менән осрашты.

Яҡтар хеҙмәттәшлек тураһындағы киле­шеүҙе тормошҡа ашырыу барышы, газ сәнәғәтендә ҡулланылған газ һурҙырыу агрегаттары өсөн двигателдәр етештереү буйынса берлектәге предприятие асыу мөмкинлеген тикшерҙе.
– Уртаҡ предприятие ойоштороу буйынса һәр йәһәттән әҙерлек бара, — тине төбәк етәксеһе. — Финанс моделе лә, аҡса ла бар. Йылына 30-60 машина эшләргә мөмкин.
Осрашыу барышында республиканы газ менән ышаныслы тәьмин итеү буйынса компания эшмәкәрлегенә айырым иғтибар бирелде. Быйыл “Газпром” быға 4 миллиард һум самаһы тотонасаҡ. Был аҡса шулай уҡ Ҡансура-Муса ер аҫты газ һаҡлағысын реконструкциялауҙы дауам итеүгә лә тотоноласаҡ.
Осрашыуҙа билдәләнеүенсә, Башҡор­т­остан “Газпром” өсөн газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү йәһәтенән дә төп тиҫтә төбәк иҫәбенә инә. Республикала 11 газ тултырыу станцияһы компанияға буйһона, шуларҙың икәүһе әле реконструкциялана. Йыл аҙағына тиклем “Газпром” Өфөлә тағы ла бер станция төҙөргә ниәтләй.



Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 086

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 446

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 980

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 887

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 642

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 237

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 505

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 514