Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күпте белһәң, тиҙ ҡартайырһың
Күпте белһәң,  тиҙ ҡартайырһың Күптән түгел ошо һүҙҙәрҙә байтаҡ дөрөҫлөк барлығына инандым. Юғиһә уратып алған мөхитебеҙ, ашаған ризығыбыҙ, кейгән кейемебеҙ хаҡында ни тиклем күберәк белһәң, шул тиклем ҡурҡынысыраҡ була бара. Ә ҡурҡыу тойғоһо, һәр төрлө стресс, күңел төшөнкөлөгө, ҡаты сир кеүек үк, кеше организмын хәлһеҙләндереүгә, тимәк, ҡартайыуға дусар итә.


Бына, мәҫәлән, “Үңәҙ” исемле фәнни-документаль фильм­ды ҡарағандан һуң, оҙаҡ ҡына ваҡыт күк еҫенән, күгәргән әйберҙән ҡурҡыу хисе ҡалды. Икмәк һауытын көн һайын еүеш сепрәк менән һөртөүҙән, икмәкте еҫкәп ҡарауҙан саҡ арындым. Быға тиклем ғүмер буйы раковиналарҙы, ваннаны таҙартҡан “Белизна” организмда яман шеш күҙәнәктәрен уята тип ишеткәс, унан баш тарттым. Кер йыуыу порошоктарына ҡарата талапсанға әйләндем. Йәнәһе, уларҙың бөтәһе лә төрлө ауырыуға юлыҡтырған химик берләшмәләрҙән тора.
Кемдер һәр кешелә үҙен һаҡлау инстинкты булырға тейеш, тиер. Эйе, килешәм. Хоҙай тарафынан бирелгән ғүмер, һаулыҡ өсөн үҙебеҙ яуаплы, әммә һәр нәмәнән ҡурҡыу, шикләнеү, өмөтһөҙлөккә бирелеү ҙә яраған эш түгел.
Күп уҡыған, күп белгән оло йәштәге бер танышым бар. Торғаны энциклопедия инде. Йәш саҡтан уҡ мауығыуҙары, яратҡан шөғөлдәре күп булған уның. Нимә тураһында һөйләшһәң дә, мәғлүмәтле, төплө белемле булыуы менән айырыла ине. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ике бүлмәле фатирында күпләп гөл үҫтереү менән мауыҡты. Өйө йәйен-ҡышын аллы-гөллө сәскәгә күмелде. Магазиндарҙан да, баҙарҙан да, яҙҙырып алып та үрсетте ул гөлдәрҙе.
Яңыраҡ барлыҡҡа килгән, шулай булыуға ҡарамаҫтан, йәшәйешебеҙгә бик тиҙ һәм тәрән үтеп ингән фэн-шуй тәғлимәтен өйрәнгәс, гөл яратҡан танышым үҫентеләренең күбеһенән ҡотолдо. Үрмәле, сыбар йәки осло япраҡлы гөлдәрен һауыты менән сығарып быраҡтырҙы, һатты, бүләк итте. Бик мауыҡты фэн-шуй менән. Быға тиклем тыныс ҡына, үҙ яйы менән йәшәгән ханым донъяһының аҫтын-өҫкә килтерҙе. Тирә-яҡ мөхит, күршеләре, үҙе менән тулы гармонияла, тигеҙ, аңлашып йәшәү өсөн өй йыһаздарын фэн-шуй ҡушҡанса, йәғни идеалға тура килтерергә тырышып, бер мөйөштән икенсеһенә шылдырып боҙоп бөттө.
Ҡасандыр аралашыуы ҡыҙыҡ булған был оло йәштәге апай менән оҙаҡламай бер кемдең дә һөйләшкеһе килмәне, сөнки ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, эргә-тирәһендәгеләрҙе яңыса йәшәргә өйрәтте, фекерен көсләп таҡты. Тиҙҙән ул үҙен бөтә нәмәнән сикләүҙән, ҡурҡыуҙан, бөтмәҫ шикләнеүҙәрҙән депрессияға бирелде. Был хәл-торошонан дини китаптар, доға уҡып ҡына ҡотолдо.
Әҙәмде был донъяла һәр саҡ ниҙер һағалай, әммә уны аралаусы ла юҡ түгел. Шикләнергә, өмөтһөҙлөккә бирелергә ярамай, һәммәнең дә урталығын табыу мөһим.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509