Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҙмышында — ил тарихы
Яҙмышында —  ил тарихы Өләсәйемдең күргәндәре китап итеп яҙырлыҡ, уның тормош юлы — йәштәргә аманат. Хөмәйрә Ғосман ҡыҙы Ғосманова 1910 йылда Краснокама районының Яңы Бөртөк ауылында тыуған. Атаһы, уҡымышлы мулла, ике ҡатын менән әллә ни ҙур булмаған йортта ғүмер иткән.

Олатайҙың ике бисә алыу тарихы үҙен­сә мәрәкә. Бер ваҡыт муллаға мәҙрәсәлә бергә уҡыған дуҫы килә. Ҡатынына самауыр ҡайнатырға ҡушып, хужа ҡунағын түргә саҡыра. Йәш ҡатын ире ҡушҡанды үтәй ҙә балаһын имеҙергә ултыра һәм йоҡлап китә. Ул арала самауырҙың һыуы ҡайнап бөтә. Был уңайһыҙ хәл өсөн дуҫы алдында бик ғәрләнә ир. Шуға: “Валлаһи, өҫтөңдән ҡатын алам”, – тип кәпәсен иҙәнгә бәрә. Аҙаҡтан, анты башына төшөүҙән ҡурҡып, вәғәҙәһен тормошҡа ашыра.
Өләсәйем – ошо йәш бисәнең төпсөк ҡыҙы. Ике ҡатындан тыуған ишле бала-саға, бер ғаилә булып, ыҙғыш-талашты белмәй, бик татыу йәшәй. Әхирәттәренә ашҡа-сәйгә лә көндәштәр етәкләшеп тигән­дәй йөрөй.
Тик бындай бәхетле тормош өләсә­йемә бик татымай шул. Йәш ярымда – әсәйһеҙ, дүрт йәшендә атайһыҙ тороп ҡала ул. Донъяның әсеһе-сөсөһө алда ла була әле. Уҙған быуаттың егерменсе-уты­ҙынсы йылдарындағы аяныслы ваҡиға­лар­ҙың әсе елдәре өләсәйебеҙгә ту­ра­нан-тура ҡағыла. Апаһы Нәсимә, ағаһы Мөхәмәтзәки һәм еңгәһе Нурикамал менән уны, “мулла балалары” тип, 1931 йылда Иркутск яҡтарына һөргөнгә ебәрәләр.
Ул саҡтарҙа етеш йәшәгән бик күптәр­ҙең йорт-ҡураһын, мал-мөлкәтен ярлы-ябағаға таратып биргәндәр. Хөмәйрә өлә­сәйемдәрҙең дә ике өйөн, мал аҙбар­ҙарын, келәттәрен, ике атын, ике һыйы­рын, 60-лап һарығын, ҡош-ҡортон тартып алалар, Ғосмановтарға “халыҡ дошманы” тигән мөһөр баҫалар. Алыҫ Себер яҡта­рында, иртәгә нимә булырын да белмәй, шөбһә һәм ҡурҡыу аҫтында бер нисә йыл көн итә улар.
Боҙ ҙа саба, таш та киҫә сибек Хөмәй­рә. Етмәһә, үҙен өлкәнәйтеп күрһәтергә лә тура килә, сөнки йәше етмәгәндәрҙе бер ҡайҙа ла эшкә алмайҙар. Ә был – аслыҡ һәм яланғаслыҡ тигән һүҙ. Ауыр михнәттәрҙе аҙ кисермәй бала саҡтан уҡ етемлектең әсеһен кисергән ҡыҙ.
Алдағы көнгә ышанысһыҙ, ҡалтырап йәшәһә лә, тыуған яҡты һағыныу тойғоһо еңә: юлға аҙ-аҙлап кипкән икмәк туплап, ҡурҡа-ҡурҡа булһа ла, ҡасып китәләр. Тыуған тупраҡҡа ҡайтып йығылайыҡ, исмаһам, тиҙәр. Йәйәүләп, ҡайҙа атҡа, ҡайҙа поезға эләгеп, ахыр сиктә ауылдарына етәләр. “Һеҙҙе лә иҫән-һау күрер көндәрем бар икән, инде үлһәм дә үкенмәйем”, – тип уларҙы ҡосаҡлап илай оло инәйҙәре.
Заманы шулай булғандыр: бер төбәк­тән генә лә йөҙәр меңләп һөрөлгән­дәрҙең һәр ҡайһыһын ҡарап-күҙәтеп өлгөрмә­гәндәр шикелле. Ҡасып ҡайтһалар ҙа, Ғосмановтар артабан тейешле орган­дарҙың иғтибарынан ситтә ҡала. Улар башҡалар менән бер рәттән колхоз эшенә егелеп, һәүетемсә йәшәп алып китә.
“Кулак ҡыҙы” тип күптәр ҡырын күҙ ме­нән ҡараған Хөмәйрәне үҙенә һыйын­дырып, Хәйрулла исемле егет уның менән ғаилә ҡора. Ифрат татыу йәшәп китәләр, бер-бер артлы ул һәм ҡыҙ бүләк итә ҡатын иренә. Шулай сөкөрләшеп кенә донъя көтөп ятҡанда, йәштәрҙең бәхетен күпһенгәндәй, ҡәһәрле һуғыш башлана. Башҡа күп ауылдаштары менән бергә яуға киткән ирен, бүтәнсә күрешмәҫен һиҙенгәндәй, үҙәктәре өҙөлөп илап оҙа­тып ҡала өләсәйем. Ни ҡылмаҡ, илгә килгән бәләгә түҙергә кәрәк була…
…Яңы Бөртөк ауылы ул ваҡытта “Ал­ға” исемен йөрөткән айырым бер колхоз була. Һуғышҡа алынған рәйес Фәтхулла Рәхмәтуллин хужалыҡ дилбегәһен Юныс Лотфуллин бабайға ҡалдыра. Быға тиклем ир-ат биләгән вазифаларҙы ҡатын-ҡыҙ йөкмәй: бригадирҙы – Нәзғә Вә­зет­динова, ферма мөдирен – Пелагея Вострецова, келәт хужаһын Нәзифә Муллаярова апайҙар алыштыра. Нескә бил­дәрен йүкә ҡайыш менән ҡыҫа быуып, әллә ни ҡөҙрәте лә булмаған иңдәренә дөйөм хәстәрҙе тулыһынса йөкмәп, бар булмышын колхоз эшенә арнай тыл һалдаттары. Һуғыш заманының “Бөтөн нәмә – фронт өсөн, бөтөн нәмә – еңеү өсөн!” тигән төп саҡырыуы ауылдаш­тарымдың да йәшәү мәғәнәһенә әйләнә. Күптәренең итәк тулы бала-сағаһы, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ хужалыҡ эштәре, ни ҡылмаҡ кәрәк, йыш ҡына икенсе планға тороп ҡала. Бөгөнгө мул һәм тыныс тормошта йәшәүсе һәр беребеҙ көндән-көн сафтары һирәгәйә барған яу батыр­ҙары менән бер рәттән, тыл һалдаттары алдында ла баш эйергә тейеш!
Бер ҡараңғыны икенсеһенә ялғап, колхоз эшен дә алып барыуҙы хәҙер бик һирәктәр күҙ алдына килтерә. Ҡыш буйы ат, хатта һыйыр йә үгеҙ егеп, бесән, һалам хәстәрләү, яҙғы өҙәрем юлдарҙан элеваторҙан күтәреп йә булмаһа бәләкәй сана менән орлоҡ ташыу, башлыса әлеге шул үгеҙ һәм һыйыр ярҙамында (күтәрт­мәһәләр ярай ҙа) ерҙе һөрөп-тырмалау, сәсеүҙе ваҡытында атҡарып сығыу, урып йыйыу осоронда баҫыуҙа көлтә бәйләү, аҙаҡтан келәттә көн-төн эшләү… Күбеһе тик ҡул көсө менән башҡарылған бит. Үҙ малыңды, бәрәңге баҡсаһын тәр­биәләү, әгәр булһа, ҡош-ҡортоңдо ла ҡарау – барыһы ла тылдағы ҡатын-ҡыҙ иңенә төшә. Төндәрен ай яҡтыһында үҙ баҡсаһында ер ҡаҙыуҙары, таң алдынан ғына серем итеп кенә алыуҙары тура­һында йыш хәтерләй ине өләсәйем.
Сәсер өсөн ашлыҡты район үҙәге Николо-Березовканан Кама һәм Ағиҙел йылғаларынан шитеккә (ағас баржаға) тейәп алып ҡайтҡандар, йөҙ саҡрымдан алыҫыраҡ ятҡан Яңауыл элеваторынан йөкмәп тә ташығандар.
– Башҡаларға ҡарағанда хәллерәк ете-һигеҙ ҡатын таң һарыһы менән йәйәүләп китә ине, – тип һөйләй торғайны Хөмәйрә өләсәйем. – Аяҡта – сабата. Урман аша ат юлы менән Ҡалтасы яғына барабыҙ. Көн аҙағына тейешленең яртыһын үтеп, Саҙыбаш исемле мари ауылына етәбеҙ, шунда кемгәлер инеп ҡунабыҙ. Һис берәү беҙҙе сит тип торманы, урындағылар, хәлебеҙгә инеп, бик алсаҡ ҡаршылар ине. Таң һарыһынан – Яңауылға. 20-шәр кило арыш йә бойҙай орлоғо һалынған тоҡ­тарҙы артмаҡлап, кискә яңынан Саҙы­башта булабыҙ. Иртәгәһенә тәпәйләп ауылға ашығабыҙ. Ҡайһы берҙәребеҙ, ҡайтып етә алмай, тағы ла юлдағы берәй ауылда ҡунып ҡала ине.
…Бесән өҫтө. Таңғы ысыҡта ҡатын-ҡыҙ, йәш-елкенсәкте эйәртеп, болондарға ашыға. Ҡояш ныҡлап ҡыҙҙыра башла­ғансы бесәнде күберәк сабып өлгөрөү һәм ҡайтып килеүгә көс, ваҡыт әрәм итмәү ниәтендә бесәнлектә ҡунып та ҡалған ҡатындар. Кеше башына грамлап ҡына бирелгән он күләме сабылған ергә туранан-тура бәйле булған бит.
Хөмәйрә өләсәйем ике балаһын астан үлтермәҫ өсөн алмаш-тилмәш болонға алып барған. Улар ундағы балтырған, йыуа, ҡаҡы, ҡуҙғалаҡ һәм башҡа ашарға яраҡлы үләндәр менән тамаҡ ялғаған. Хәҙер беҙ бигүк иғтибар итмәһәк тә, һуғыш осоронда бәндәнең төп ризығы үлән булған шул. Өләсәйемдең “иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә 27 төрлө үлән ашай инек” тигән һүҙҙәре әле лә хәтеремдә.
Ураҡ мәле. Мең ғазап менән һәм әсе тир түгеп үҫтергән игендең һәр бөртөгөн йыйып алыу тылдағыларҙың изге бурысы була. Ҡул урағы былай ҙа даими эштән бушамаған ҡатын-ҡыҙҙың устарын тағы ла нығыраҡ һөйәлләндерһә лә, гектар-гектар ерҙә иҫәпһеҙ көлтәләр баҫтыр­ғанда арҡа-билдәр ҡатып ҡалһа ла, барыһын да үтәп сыҡҡан ауыл ҡатын-ҡыҙҙары. Шулай ҙа ваҡытты нисек кенә оҙайтырға тырышмаһындар, көлтәләрҙең күп өлөшөн һуғыу ҡышҡы миҙгелгә ҡалған. “Урағы ла ҡар яуғансы барҙы, ашлыҡты ла ҡыш буйы һуҡтыҡ”, – тип хәтерләй ине өләсәйем.
Елеккә үткән һыуыҡтар былай ҙа ту­йыр-туймаҫ йәшәүселәргә бигерәк ҙур ҡыйынлыҡтар килтергән. Өйгә яғырға утынды башлыса күтәреп ташығандар. Бәләкәй сана йә арба яңғыҙаҡ ҡатын­дарҙың күбеһендә булмаған шул. Ҡара­уылсы күрмәгәндә ҡасып-боҫоп алып ҡайтҡан сей утынды яндырып ебәреү ҙә – оло бер бәлә. “Шырпы юҡлыҡтан утлы ҡуҙҙы һаҡлап ҡалыу өсөн усаҡҡа һыйыр тиҙәге һала торғайныҡ”, – тип һөйләй ине өләсәйем.
Үҙ баштарына төшкән бар ауырлыҡты ситкә ҡуйып, ауылдың бөтә әбей-апай­ҙары, ҡышҡы кистәрҙә сыра яндырып, яуҙағылар өсөн йылы ойоҡбаш, бейәләй бәйләгән. Картуфты, ваҡ ҡына итеп те­лемләп, мейестә киптергәндәр ҙә фронт­ҡа ебәргәндәр. Нимә генә эшләмәгән еңеүҙе яҡынайтыу өсөн тылдағы ҡатын-ҡыҙ һәм йәш-елкенсәк?! Ҡул араһына керә башлаған бала-саға ла хәленән килгәнсә ярҙам иткән. Тырышлыҡ һәм сыҙамлыҡ тылдағыларҙың барыһының да уртаҡ сифатына әйләнгән…
Хәйер, әҙәм балаһы күтәрә алмаған ауырлыҡтар бармы икән һуң ерҙә? Хө­мәйрә өләсәйем дә түҙә. Ике балаһын, үҙ тәрбиәһендәге ҡәйнәһен астан үлтер­мәҫ өсөн ал-ял, арыу-талыу белмәй тырыша. Әммә уның өсөн һуғыштың иң ауыр һына­уы көндө төнгә ялғап эшләү ҙә, асығыу ҙа, өшөп-туңыу ҙа булмаған икән әле. Өләсәйем быны иренең һәләк булыуы тураһында “ҡара ҡағыҙ” килгәс кенә аңлай.
Тыныс тормошта ла бер ҙә еңел булмай тол ҡатынға. Ҡапҡаны ел ҡаҡһа ла, арба тауышы ишетелһә лә, ат сабып үтһә лә, йүгереп сыға ул. Шайтан ғына өмөтһөҙ, тиҙәр бит. Бәлки, ҡайтыр, тип көтә ирен. Хөмәйрә һуғыштан һуң тормош тип аталған ҙур даръя алдында ике балаһы менән яңғыҙы ҡала. Йөрәге жыу итә: уның яҡлаусыһы ла, таянысы ла юҡ икән бит. “Халыҡ дошманы” тигәнде аҙым һайын ишетеп, ғәйепһеҙ көйө ҡурҡып йәшәү хисе Хәйрулла менән тормош көтә башлағас та юҡҡа сыҡҡан кеүек булһа ла, ул яуға киткәс, баҫыуҙа тапалып ҡалған һәр башаҡ, ерҙән үрелеп алынған һәр се­рек картуф, балалар өсөн йәшереп кеҫәгә һалынған һәр ус ашлыҡ, урмандан йөк­мәп ҡайтҡан һәр сыбыҡ-сабыҡ шул яраны яңынан ҡуҙғата. Ә ире һәләк булғас иһә, үҫкәндән-үҫә, ҙурая барып, таш булып ҡата. Балалары үҫеп, кеше булғас ҡына, өләсәйем үҙен ерҙә ныҡлы баҫып торғандай хис иткәндер.
Тик яҙмыш һынауы бөтмәгән була әле. Ҡыҙының ғаиләһендәгеләр бер-бер арт­лы фажиғәле үлеп бөтә. 22 йыл бергә татыу ғүмер кисергән килене, минең әсә­йем, кинәт сирләп гүр эйәһе була. Иң олоһона 18 йәш яңы тулған биш ҡыҙ өлә­сәһе тәрбиәһенә ҡала. Улар етемлекте тоймаһын өсөн бөтә көстө һалырға кәрәк. Изгелекле һәм иманлы мөхиттә үҫкән өләсәйем балаларына ла, килен-кейәү­ҙәренә лә, ейән-ейәнсәрҙәренә лә гел яғымлы һәм игелекле мөғәмәләлә булды.
Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да бе­ленә, ти беҙҙең халыҡ. Шәхес культының башбаштаҡлыҡтары фаш ителде, на­хаҡ­ҡа ғәйепләнгән, яманаттары сыҡҡан изге йәндәрҙең, хаҡһыҙ ҡорбандарҙың яҡты исемдәре кире ҡайтарылды. Өлә­сәйем быға сикһеҙ ҡыуанды. Изге кү­ңелле, иманлы булғанғалыр, күрәһең, үҙ яҙмы­шында бер кемде лә ғәйепләмәне.
Эйе, иманлы. Иртә торһа ла, кис ятһа ла, доғаларына ҡушып, “Берүк ҡыҙҙа­ры­ма һалдатка булыу яҙмаһын, һаҡла, Хоҙай, уларҙы был яҙмыштан”, тип теләй ине ул. Ғүмере буйы Хоҙай ҡушҡанды үтәп, ул тыйғандарға күнеп йәшәне. Ҡөрь­ән уҡый, сүрәләрҙе, аяттарҙы беҙгә генә түгел, бөтә ауылдаштарына уҡып ишет­терә ине ул. 13 йәшенән башлап 85 йә­шендә гүр эйәһе булғансы ураҙа тотто, эҫе селләләрҙә лә, башҡа ауыр ваҡытта ла уны боҙманы. Бына ниндәй юғары ихтыяр көсөнә эйә ине ул!
Яңы Бөртөк ауылында ғына түгел, тирә-яҡта ҙур хөрмәткә лайыҡ булды. Төн урталарында ихата­быҙға ҡапҡа аша төшөп: “Хөмәйрәттәй, фәләндең хәле насарайҙы, зинһар, ба­рып ясин ғына сыҡһана”, – тип алып китә­ләр ине һәм ул: “Ясин менән үтте, урыны ожмахта булһын”, – тип ҡайта торғайны. Уның тыны ла шифалы ине. Төндә йоҡла­маған, күҙ тейгән балаларын күтәреп ки­ләләр ине янына. Доға­ларын уҡып, өшкөрөп ебәрә торғайны. Бер ваҡыт күрше апай һыйыры быҙаулай алмағанда ярҙам һорап инде. “Хоҙайҙың рәхмәте, салауат әйтеп бер генә һы­пырҙым – быҙау­ланы”, – тип һөйөнөп сыҡты өләсәй.
“Ағәбей”, “Мулла әбей” “Абҙәбей” тип өндәшәләр ине уға. Олоһо ла, кесеһе лә кә­ңәш һорап килде. Бер кешене лә кире бороп сығарманы өләсәй, һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙа ине.
Уның телмәре Ҡөрьән сүрәләре, тормоштан һәм үҙ тәжрибәһенән миҫалдар, мәҡәл-әйтемдәр, йыр-таҡмаҡтарға ифрат бай ине. Һәр һөйләгәне тотошлайы менән халыҡ аҡылынан торҙо, тип әйтһәм дә, һис яңылыш булмаҫ. Ауыл мәҙрәсәһендә башланғыс белем алған (ул иҫкесә генә уҡый-яҙа белә ине) өләсәйебеҙ үҙен һис кенә лә уҡымышлы тип иҫәпләмәне. Шулай ҙа бик тә шиғри күңелле ине. Буш ваҡыттарында беҙгә шиғырҙар, мөнә­жәт­тәр, бәйеттәр уҡып ишеттерҙе. Уларҙы башлыса яттан һөй­ләне: өләсәйем ысын сәсәниә лә булған бит, тип тә уйлап ҡуям. Ата-баба йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәргә, ырым-ыша­ныу­ҙарға ҙур иғтибар бирә ине ул. Ошолар нигеҙендә беҙ әхлаҡи тәрбиә алдыҡ.
Мөләйем, асыҡ йөҙлө, ярҙамсыл, итә­ғәт­ле өләсәйебеҙҙең үлеме бөтәбеҙҙе лә тетрәтте. Халыҡ бесәнгә бармай, мәрхүм менән хушлашырға килде. “Ауылыбыҙ етем ҡалды”, – тип уфтанды барыһы ла. Мосолман ҡанундарын һаҡлап ерләнде ул, урыны ожмахта булһын. Бөгөн дә уның яҡты исеме халыҡ теленән төшмәй.
Ауылыбыҙҙы сыҡҡас, ҙур урман башлана. Тирә-яғын ағас уратып алған бер баҫыу бар шунда. “Ғосман һаламы” тип йөрөтөлгән ерҙә күкрәп иген үҫә, колхоз унан йыл һайын мул уңыш ала. Шул ти­рә­гә барған һайын миндә тулҡынланыу хистәре уяна: был ерҙәрҙә минең ата-ба­бамдың тире түгелгән, тәрән эҙе ҡал­ған. Тарихыбыҙҙы оноторға, нәҫел еп­тә­рен өҙөргә хаҡыбыҙ юҡ! Мин ата-бабабыҙ тари­хын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен онот­маҫыбыҙға, уларға ла­йыҡ­лы алмаш булырыбыҙға һәм рухи ҡомартҡыларҙы киләсәк быуынға тапшыра алырыбыҙға ышанам.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 963

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 621

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509