Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ижадтан йәм табып...
Ижадтан йәм табып...Ауыл халҡының мәшәҡәте бер ҡасан да бөтмәй: иртә таңдан тора ла хужалыҡ араһында бөтөрөлә. Ул арала эшкә барып ҡайтырға, балаларҙы ҡарарға кәрәк. Баҡса, мал-тыуар, ҡош-ҡорт көтә – ҡыҫҡаһы, илһамлы ял минуттары, күңел талабына тап килгән хыял донъяһында йөҙөү кеүек ысынбарлыҡтан йыраҡ булған ғәмәлдәр һирәк эләгә уларға.
Шулай ҙа ауыл тормошон йәмләп, уның көндәлек ығы-зығыһына йән өрөп торған кешеләр ҙә бар арабыҙҙа. Мәләүез районының Ергән ауылында йәшәүсе Тәлғәт Мөхәмәҙуллин – тап шундайҙарҙан.
Тормош юлы ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға, күңелле хәтирәләргә бай уның, табыштары һәм юғалтыуҙары, еңеүҙәре һәм еңелеүҙәре лә булғандыр, әммә үкенес кисерерлек түгел – барлыҡ ғүмерен яратҡан эшенә, йөрәге ҡушҡан ғәмәлдәргә бағышлаған.
Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған белгес өс тиҫтә йылдан ашыу Салауат ҡалаһының “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайында эшләгән, 30-ҙан ашыу спектаклде сәхнәгә ҡуйған. Улар араһында Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһы, Баязит Бикбайҙың “Ҡарлуғас”, Әсғәт Мирзаһитовтың “Һалдат улы”, Әнғәм Атнабаевтың “Шоңҡар”, “Мөхәббәт тураһында йыр”, “Ул ҡайтты”, Нәжиб Асанбаевтың “Зәйтүнгөл”, “Ғүмер көҙө” драмалары, “Йөрәктәр ҡушҡас”, “Һыу юлы” комедиялары һәм башҡа әҫәрҙәр бар. Республика, ил кимәлендәге сәхнәләрҙе гөрләтеп еңеү яулап ҡайтҡан данлыҡлы осор тураһында тиҫтәләрсә диплом һәм маҡтау ҡағыҙы дәлилләй, Тәлғәт Мөхәмәҙуллин үҙе “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ. Әйткәндәй, театрҙың дүрт артисы – Фәрит Ҡаҙаҡҡолов, Тәлғәт Аҙнаев, Сәйҙә Солтанова һәм Тәлғәт Ҡотлоғужин да ошо исемде йөрөтә. Халыҡ таланттары ҡуйған өс спектаклдең яҙмаһы Башҡортостан телевидениеһы фондында һаҡлана.
Ижадтан йәм табып...Ергән ауылындағы мәҙәниәт йортона Тәлғәт Сафиулла улы 2007 йылдан бирле етәкселек итә. Өр-яңы мәҙәниәт усағы яҡты, күркәм бинала урынлашҡан, бында барлыҡ заманса шарттар тыуҙырылған. Тимәк, теләк булғанда, әллә ниндәй эштәр атҡарырға, ауыл тормошон гөрләтергә, уның ҡәҙимгелегенә йән өрөргә мөмкин. Тәжрибәле етәксе шунда уҡ ең һыҙғанып эшкә тотонған, халыҡ уйын ҡоралдары ансамбле, йыр, бейеү коллективтары ойошторолған. “Хужабикә”, баҡсасылар, ветерандар клубтары эшләй. Йыл һайын шәжәрә байрамы үткәрелеп тора – бай тарихлы, күркәм төбәктә урынлашҡан ҙур ауылда дүрт меңдән ашыу кеше йәшәй, тимәк, туған-тыумасаларҙы йыйып, нәҫел-нәсәпте барларға, аралашырға, күңел асырға сәбәп бар. Тыуған яҡты өйрәнеү музейы асылыуы ла йәш быуынды тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Шулай ҙа Ергәндең иң ҙур ғорурлығы – халыҡ театры. Тәлғәт Сафиулла улы етәкселек иткән коллективҡа 2009 йылда “халыҡ” исеме бирелгән. Сағыу һәләтле, сәнғәткә ғашиҡ ергәндәр – ауылдағы ҡырҡмаһа-ҡырҡ мәшәҡәтте теүәлләгән арала илаһи ижадҡа теләк һәм ваҡыт тапҡан сәмлеләр – район тамашасыларын ғына шатландырмай, ә республика кимәлендә лә лайыҡлы сығыш яһай. Миҫал өсөн, бер нисә йыл рәттән “Алтын тирмә” милли театрҙар төбәк-ара фестиваленән уңыш яулап, тиңдәр араһында тиң икәндәрен иҫбатлап ҡайттылар. “Рухлы, дәртле, ҡомарлы халыҡ йәшәй Ергәндә. Ошо осҡондо һүндерергә ярамай, – ти театр етәксеһе Тәлғәт Мөхәмәҙуллин. – “Башҡорт халыҡ театры” исемен йөрөткән коллектив телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ҡулынан килгәнсә тырыша”.
Ергән күп милләтле ауыл – унда 15 милләт вәкиле донъя көтә. Тимәк, уларҙың да рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү ғәмәлен оноторға ярамай. Тәлғәт Сафиулла улы татар классигы З. Рәмиевтең 150 йыллыҡ юбилейын ҙурлап билдәләүҙәрен, атаҡлы яҡташтарына иҫтәлекле таҡтаташ асылыуын билдәләп үтте. Ғөмүмән, Ергән мәҙәниәт йорто үткәргән сараларҙың һәр береһен һанап тороу кәрәкмәй – етәксе дәрт-дарманлы, маҡсатлы булғанда, халыҡтың йәшәйешен йәмләрлек бихисап саралар ойошторорға, ауыл тормошон гөрләтергә мөмкин.
“Йәшәйешемдең йәме – ижадта, – ти Тәлғәт Сафиулла улы. – Кешеләрҙең күҙендә осҡон уйнатырлыҡ, сәхнә геройҙары менән бергә шатланырлыҡ һәм көйөрлөк, иларлыҡ һәм көлөрлөк тамаша ҡуйған һайын тамашасыларҙың рухи аҙыҡҡа ни тиклем мохтаж икәнлегенә, халҡыбыҙ йыр-моңдарының кешеләргә ҡанат ҡуйыу, илһамландырыу һәләтенә ҡабат-ҡабат инанам. Эшем менән бәхетлемен”.
Хәйер, эше генә түгел, ғаиләһе менән дә бәхетле Тәлғәт ағай. Ҡыҙҙары Лилиә менән Юлиә, юғары белем алып, үҙ аллы донъя көтә, ейәндәре үҫеп килә. Шуныһы: ҡала мөхитендә тәрбиәләнһәләр ҙә, ҡыҙҙары икеһе лә бынамын итеп башҡортса һөйләшә, икеһенә лә милли рух хас.
...Заманы шундай: халыҡтың мәҙәни зауығын ҡәнәғәтләндерәм тиһәң, мөмкинлектәр етерлек. Был йәһәттән бигерәк тә ҡала халҡына рәхәт – теләгең һәм аҡсаң булһа, һәр кис бер тамаша ҡарарға мөмкин. Ә бына ауылда... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа гөрләп торған мәҙәниәт йорттары һирәгәйә бара. Сөнки халыҡты ойошторорлоҡ, дәрт-дарман бирерлек, уларҙың һәләтен асырлыҡ сәмле, белемле етәкселәр бик һирәк. Хәйер, бына ергәндәр етәксенән уңды.
Г. БАЛТАБАЕВА.
Мәләүез районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 870

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 497

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 323

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 510