Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Саф тоҡомлоларҙан ҡалышмайҙар
Саф тоҡомлоларҙан ҡалышмайҙар Кәзә лә булдымы мал, “Запорожец” та булдымы машина тигән әйтем барлыҡҡа килгәйне бер заман. Ә бына минең ғаиләм был фекер менән һис килешмәне. Һүҙем кәзә тураһында булһа ла, “Запорожец” хаҡында ла әйтмәксемен.

Әлегә тиклем (хәҙер ул иҫкерҙе) ошо машина менән йомош-юлға ғына сығып ҡал­ма­ным, донъя көтөр өсөн яһап алған арбамды уға тағып бесәнен дә, һаламын да, хатта утынын да ташыным.
Ә бына кәзәгә килгәндә, олоғайғас тотон­доҡ уға. Һуңғы арала был малға иғтибар артты. Шуға ла һөт кәзәһен аҫрарға теләү­селәр саф тоҡомло “зааненская” кәзәһен эҙләй башланы. Ә беҙ үҙебеҙҙең яҡҡа яраҡлашҡандарын — ҡатнаш тоҡомлоларын — тотабыҙ. Улар әрһеҙ, аҙыҡты төрләмәй, һалҡындарға ла сыҙамлы. Өс йәшлек саҡ­тарында 3-4 литр һөт һауабыҙ. Әйтәйек, минең 7 йәшлек бер һауын кәзәһе дүрт йыл буйы көнөнә 4-әр литр һөт бирә. Иң мөһиме — тәмле! Ҡымыҙ ҙа бешәбеҙ. Өҫтәлдән ҡаймаҡ, эремсек өҙөлмәй.
Һөттө тейешенсә алыр өсөн аҙыҡты етерлек әҙерләргә кәрәк. Беҙ иһә, бесәндән тыш, алабута, кесерткән, башҡа ҡый үләндәре кип­терәбеҙ. Ҡабаҡ, мал сөгөлдөрө сәсәбеҙ. Ҡабаҡ ашағанда кәзәләрҙең һөтө һиҙелерлек арта.
Үҙебеҙгә күрә бәләкәй ферма булдырҙыҡ. Унда 10 инә кәзә, тәкә, 18 бәрәс бар. Бәрәс­тәрҙе ике айҙан һуң әсәләренән айырабыҙ. Был ваҡытта улар йомшаҡ бесәнде ныҡлап ашай башлай. Яйлап тәбиғәт, һауа шарттарына өйрәнә, барыһы менән дә ҡыҙыҡһына.
Ҡайһы берәүҙәрҙе кәзә аҫрауҙың табышлымы, түгелме икәне ҡыҙыҡһындырыр. Алда әйтеп үткәнемсә, һөт, ҡаймаҡтан айырылған юҡ. Тимәк, ғаилә өсөн ошоноһо ла — ҙур табыш. Мамыҡ кәзәләре булмаһа ла, ҡатнаш тоҡомлоларҙан мамығын да яйлап тарайбыҙ. Был инде йомшаҡ ҡына ойоҡ, бейәләйҙәр тигән һүҙ. Һөтөн, йәй ҡымыҙын күрше-тирә ала, иренмәгән саҡта баҙарға ла алып сығабыҙ. Бәрәстәрен дә алыусылар бар. Хайуан­ҡайҙарҙың ашау төрләмәүе, әрһеҙ булыуы ла уңайлы.
Ҡыҫҡаһы, уңдыҡ кәзә малынан.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518