Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Берҙәмлектә – бәрәкәт
Берҙәмлектә – бәрәкәт Учалы районында ижадсыларҙың матур йолаға әүерелгән IХ төбәк-ара семинары булды. Унда Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары, интеллигенция вәкилдәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты.

Силәбе өлкәһенең Аҡмулла исе­мендәге әҙәби берекмәһе Учалы районы хакимиәтенең мәғариф ида­­ра­лығы менән тиҫтә йылға яҡын инде ижади бәйләнештә йәшәй. Уның эшенең бер йүнәлеше – төбәктәге яҙыусылар һәм уҡытыусылар ара­һын­дағы ижади хеҙмәттәшлекте ны­ғытыу һәм үҫтереү. Ошондай матур йоланы һаҡлап, Учалы уҡытыу­сыла­ры Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡон­шаҡ һәм Сосновка район мәк­тәп­- тәрендә тәжрибә уртаҡлаша, ә силә­беләр тәбиғәт уянған мәлдә Учалы районының Иҫке Байрамғол ауылы янындағы шишмәгә сәйәхәткә юлланып, унда изге Рамаҙан Әүлиәгә зыярат ҡыла.
Ижади осрашыу Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына һәм Рәсәйҙә Әҙәбиәт йылына арналғанға күрә йөкмәткеле лә, тулҡынландырғыс та булды. Силәбеләрҙе хөрмәтләп, халыҡ йолаһы буйынса татлы ризыҡтар һәм йыр-бейеү менән тәбрикләп, Комсомол урта мәктәбе алдында ҡаршы алдылар.
Комсомол урта мәктәбе директоры урынбаҫары Дилара Саҙретдинова ҡунаҡтарҙы мәктәп менән таныш­тырҙы. Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге методисы Зилә Шәрәфет­динова ижади семинарҙың ике төбәк араһындағы хеҙмәттәшлек тураһын­дағы килешеүгә таяныуын билдә­ләне. Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйес урынбаҫары Спартак Ильясов үҙенең сығышында яҙыусы статусы, милли баҫмалар, тәрбиә мәсьәләләре хаҡында ентекләп һөйләне. Сараны Комсомол урта мәктәбе уҡытыусыһы Зөлфиә Фазылова юғары кимәлдә алып барҙы.
Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе Ҡамса Мортазин Силәбе башҡорттары исеменән сә­ләм тапшырып, үҙҙәренең эш тәжри­бәһе менән уртаҡлашты. Арғаяш, Ҡоншаҡ, Сосновка райондары һәм Магнитогорск ҡалаһынан барған яҙыусылар, уҡытыусылар сығыш яһаны. Силәбеләр бер тауыштан “Берҙәмлектә – бәрәкәт” тигән халыҡ әйтемен раҫлап, ут күрше булып йәшәгән милләттәштәренә йөрәк һүҙҙәрен еткерҙе. Ҡамса Мортазин ихлас күңелдән бер төркөм дуҫ­та­рына Башҡортостан Республи­каһы­ның Силәбе өлкәһендәге вәкиллеге исеменән Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Семинарҙың икенсе өлөшө тә­биғәт ҡосағында дауам итте. Ҡунаҡ­тарҙы был юлы изге Әүеш тауына сәйәхәткә Комсомол урта мәктәбе уҡытыусыһы Гөлшат Шаһи­ева алып килде. Ул, Әүеш йәшмәһе, Әүлиә шиш­мәһе хаҡында, Рамаҙан әүлиә легендаһын мауыҡтырғыс итеп һөй­ләп, ҡунаҡтарҙың күңеленә һеңдер­ҙе.
Силәбеләр учалыларҙан бына шундай йәнле тормош һабаҡтары, рух ныҡлығы һәм ғүмерлек тәьҫораттар алып ҡайтты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840