Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эштәре көйлө булғас, ялдары гөрләй
Эштәре көйлө булғас, ялдары гөрләй Быйылғы һабантуйҙы райондың ауыл хужалығы эшсәндәре күтәренке күңел менән ҡаршыланы. Кама һәм Ағиҙел үҙәндәрендәге баҫыуҙарҙа көләс ҡояштың тәүге нурҙары, һабантурғайҙың беренсе йырҙары менән бураҙнаға сыҡҡан игенселәр сәсеүҙе республикала беренселәрҙән тамамланы. Яҙғы баҫыу эштәрен ваҡытында башҡарып сыҡҡан механизаторҙар, шулай уҡ хеҙмәт дәрте ташып торған малсылар кәйефенә Бөйөк Еңеүҙең 70 һәм райондың 85 йыллығына арналған байрам саралары ла ыңғай йоғонто яһаны.


– Республика етәкселеге күрһәткән ярҙамдың да беҙҙең уңышта өлөшө ҙур, — тип билдәләне район хакимиәте башлығы Рәзиф Ғилмуллин, 68 ауылдан йыйылған 20-нән ашыу милләт вәкилдәрен ихлас тәбрикләп.
Эштәре көйлө булғас, ялдары гөрләйРайонға быйылғы биш айҙа ғына ла 20 миллион һумдан күберәк аҡса бүленгән. Заманса техника, уны яҙғы эштәргә ваҡытында әҙерләү, етерлек күләмдә яҡшы сифатлы орлоҡ һәм, әлбиттә, ер хужаларының фиҙакәр хеҙмәте — уңыш нигеҙе. Краснокама ерендәге ун ауыл хужалығы пред­приятиеһында 80-дән ашыу крәҫтиән (фермер) һәм ун меңдән күберәк шәхси хужалыҡта халыҡ тырышып эшләне. Кама буйындағы һабантуй майҙанында ауыл хужалығы алдынғыларының исемдәре яңғыраны, улар, күркәм биҙәлгән сәхнәгә сығып, район етәкселеге ҡулынан ҡиммәтле бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары алды. Иң алдынғылар булып “Заря”, “Урал-Агро” һәм “Маяҡ” хужалыҡтары танылһа, мал ҡышлатыу йомғаҡтары “Алға” тоҡомсолоҡ заводын, “Маяҡ” агрофирмаһы менән “Восход” йәмғиәтен яҡшылар рәтенә индерҙе.
Райондың “халыҡ” һәм “өлгөлө” исемдәрен йөрөт­кән 17 сәнғәт коллективы ағзалары, үҙешмәкәр сән­ғәт оҫталары алдынғыларға сағыу сығыштар ба­ғышланы, совет халҡының Бөйөк Ватан һуғы­шын­дағы тиңһеҙ батырлығына һәм тылдағы көсөр­гә­нешле хеҙмәтенә, район тарихына, Әҙәбиәт йылына арналған вокаль-хореографик композиция күрһәтте.
Эштәре көйлө булғас, ялдары гөрләйСәхнәнән ағылған йыр-моң аҫтында ике тиҫтәгә яҡын майҙансыҡта төрлө бәйге, күңелле уйындар ойошторолдо. Был юҫыҡтан спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы айырып әйтеп китеү урынлы бу­лыр. Былтыр республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы йыл йомғаҡтарын барлағанда, биш номинацияның барыһында ла район приз­лы урын­дарға лайыҡ булғайны. 32 меңгә тиклем халыҡ йәшәгән 42 район араһында Краснокама биш йыл инде абсолют беренселекте ҡулдан ысҡындырмаһа, ауыл спорт уйындарында унынсы йыл рәттән алдын­ғылыҡты бирмәй. Шуға һабан байрамының утын тоҡандырыу хоҡуғы алдынғы тренер-спортсы Марсель Низаметдинов менән күп ярыштар призеры, скелетон буйынса Рәсәйҙең йәштәр командаһына кандидат Луиза Әхтәмоваға бирелеүе бер кемде лә ғәжәпләндермәне.
Ҡыҫҡаһы, ауыл хужалығының бар тармаҡ­та­рында һәм социаль өлкәнең бөтә йүнәлештәрендә лә эштәре яйлы барған краснокамалар бай йөкмәткеле халыҡ байрамы үткәрҙе. Күңелле ялдан һуң улар үҙҙәренең көндәлек эштәренә яңы дәрт менән тотондо.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 955

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 494

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509