Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Өйләнгәс, ауылда ҡалам”
“Өйләнгәс, ауылда ҡалам” “Урал” агрофирмаһында сәсеү эштәре тамамланырға тора ине. Шуға гараж, ырҙын тирәһендә бер кемде лә тиерлек осратып булманы. Йәш шофер Рөстәм Иҙрисов беҙҙе “ЗиЛ”ында геүләтеп баҫыуға алып китте.

Юл ыңғайы:
— Эшләүе оҡшаймы һуң? — тип уның ҡылын тартҡылайым.
— Эйе, — ти егет, ихлас йылмайып. — Эш хаҡы бар, иген-бойҙайын да, кәрәк-яраҡҡа техникаһын да бирәләр. Кәләш алһам, хеҙмәт урыны булғас, бәлки, ауылда тороп та ҡалырмын.
Ысынлап та, егет хаҡлы: ауылдан китмәҫ өсөн йортоң барлығы ғына етмәй шул.
…100 гектарға яҡын майҙанға йәйелгән һоло баҫыуы ситендә сәскестәр таҡҡан “Т-150 “трак­тор­ҙары ҡаршы алды – эште теүәлләп киләләр. Хужалыҡ етәксеһе үҙе лә бында булып сыҡты: кабинетынан ғына фарман биреп ултырыусылар рәтенән түгел икән Радик Кәримов, ялан батырҙары менән бергә ҡайнай, эш өсөн янып йөрөй. Кәрәк икән, трактор руленә лә ултыра, малын да ҡарай.
— Агрофирма 2008 йылдан алып эшләй. Ойош­тороусыһы – бер туған ҡустым Азат Кәримов. Бөгөн беҙгә өс ауылдан 50 кеше урынлашты. Араларында йәштәр булыуы ҡыуандыра. 2000 гектар һөрөнтө еребеҙ бар, быйыл уның 1500 гектарында иген культуралары ултырттыҡ, үлән дә сәсәбеҙ. Трактор­ҙарыбыҙ ғына ла 15-тән ашыу, — тип хужалыҡ менән таныштыра техниканы күҙәткән арала Радик Борис улы. — Иген үҫтереп, һатып ҡына ҡалмайбыҙ, 400 башҡа яҡын һыйыр малы аҫрайбыҙ, шул иҫәптән һауын һыйыры — 176 баш, һарыҡтар иһә – 600-ләп. Киләсәктә ит етештереү, уңыш (иген) эшкәртеү буйынса үҫешергә планлаштырабыҙ.
“Өйләнгәс, ауылда ҡалам”Әйтергә кәрәк, хужалыҡтың әлеге ба­ҫыуҙағы һы­маҡ, бар планлаштырған эштәрен башҡарып сығырына шик юҡ. Йәш һәм дәртле егеттәр үҙе үк өмөт бирә.
…Ер кешеһенең эше лә, ашы ла бергә шул. Район­да был көндә механизаторҙар конкурсы бара ине. Артабан училищеға юл тоттоҡ. Конкурстың иң ҡыҙған мәленә — ғәмәли өлөшөнә — тап булдыҡ, ахыры: ярышта ҡатнашыусылар һорауҙарға яуап биреп, теоретик яҡтан дәлилләп, “тимер аттарын йүгәнләй” ине.
— Йылдың иң яҡшы механизаторын бил­дәләү йолаға әүерелде, — ти район хакимиәтенең йәш­­тәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Рафаэль Әбүләев. — Унда 35 йәшкә тиклем­ге тракторсылар көс һынаша. Быйыл ҡатна­шыусыларҙың аҙыраҡ булыуына ҡа­ра­маҫтан, конкурс көсөргәнешле бара. Иң мөһиме – улар, ошондай бәйгеләрҙә осрашып, оҫталыҡ тәжрибәһен уртаҡлаша.
…Бына сираттағы конкурсант “МТЗ-82” тракторын ҡабыҙҙы. Яйлап ҡына яһалма ҡаршылыҡтар аша үтеп, арба тағыу оҫталығын күрһәтте лә финишҡа килеп туҡтаны. Денис Һөйәрғолов әле саҡ “бешеп килгән” механизатор икән — быйыл училище тамамлап, таныҡлыҡ аласаҡ. Ә оҫталығына ҡарағанда, трак­тор­ҙа кәмендә 10 йыл эшләгәнме ни! Халыҡса әйткәндә, торғаны бер “шумахер” инде. Юҡҡа ғына республика кимәлендәге ошондай уҡ бәйгелә IV урын алма­ғандыр.
“Өйләнгәс, ауылда ҡалам”— Техниканы йөрөткәндә тәү сиратта хәүефһеҙлек хаҡында уйлайым, белемгә таянам. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, ауылда эшләйәсәкмен, — тип оҫталыҡ серҙәре, алдағы уй-маҡсаттары менән уртаҡлашты булдыҡлы егет. Әйткәндәй, бөгөнгө конкурстың еңеүсеһе лә ул булып сыҡты!
…Бер үк көндә ер кешеһен кәүҙә­ләндергән ике күренеш шундай һығымтаға этәрә: үҙебеҙҙең етештереүселәргә “йәшел ут” тоҡандырғанда йәштәр яҙмышы ла ситтә ҡалмаһын ине ул. Юҡһа, ҡайһы бер хужалыҡтарҙа тракторы менән механизаторы ла бергә ҡартайып бара бит. Стәрлебаштарҙан өлгө алырға кәрәк!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840