Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Берҙәмлектә – бәрәкәт
Кисә Рәсәй көнө айҡанлы һәр урында тиерлек тантаналар, күңелле саралар уҙҙы. Илебеҙҙең иң йәш байрамдарының береһе 1990 йылдың 12 июнендә Рәсәйҙең дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителеүе, артабанғы йылдың ошо уҡ көнөндә тәүге Президентыбыҙ һайланыу менән бәйле.

Башҡортостан халҡы Салауат Юлаевтың тыуыуына 261 йыл тулыуҙы һәм Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыуҙың 441 йыллығын да билдәләп үтте. Баш ҡалабыҙ халҡы һәм ситтән килгән ҡунаҡтар өсөн киң байрам программаһы әҙерләнгәйне. Көндөң аяҙлығы рәхәтләнеп ял итеү, күңел асыу мөмкинлеге бирҙе.
Өфөлә байрам саралары Ағиҙел яры буйында Дуҫлыҡ монументына сәскә һалыуҙан башланып китте. Совет майҙанында был мәлдә Башҡортостан тынлы оркестрҙарының марш-парады бара һәм республика Балалар хорының концерты яңғырай ине.
Ленин исемендәге майҙанда үткәрелгән театрлаштырылған тамаша “Тарих биттәрен аҡтарып...” тип аталды. Әҙәбиәт йылы уңа­йынан Өфө тарихы әҙәби геройҙар аша күрһәтелде. Тамашаны алып барыусылар төп иғтибарҙы ҡаланың нисек үҫә барыуына, өфөләрҙең Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә индергән өлөшөнә йүнәлтте. Төштән һуң майҙандағы сәхнәне ижади коллективтар, шул иҫәптән балалар һәм үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары биләне. Ошо уҡ урындағы Рус дәүләт академия драма театры алдында ҡул эштәре һәм һөнәрмәндәр ижады күргәҙмәһе йәйелдерелде, халыҡ иғтибарына шулай уҡ социаль темаға плакаттар тәҡдим иттеләр. Был һүрәттәр “Ҡала мөхите” халыҡ-ара социаль реклама фестиваленең ун йыл дауамында тупланған иң яҡшы әҫәрҙәре иҫәбенән һайлап алынған.
Әйткәндәй, “Ҡала мөхите” фестивале үҙе айырым байрам программаһы әҙерләгәйне. Унда бейеү һәм йыр коллективтары, Өфө рәссамдары һәм шағирҙары сығыш яһаны. “Башҡортостан” дәүләт телерадиоком­пания­һы телетапшырыуҙарын алып барыусылар, радио дикторҙары һәм башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында шоу-программа булды.
Байрам саралары баш ҡаланың барлыҡ райондары майҙандарында барҙы. Китапханалар тематик күргәҙмәләр, әҙәби осрашыу­ҙар ойошторҙо. Музейҙар иһә ҡала та­ри­хында ҙур билдәлелек алған өфөләргә бағышлап ижад ителгән экспозицияларын асты. Кинотеатрҙарҙа, мәҙәниәт һарайҙа­рында, парктарҙа ла төрлө мәҙәни саралар, спорт ярыштары гөрләп торҙо. Ҡала көнө алдынан ғына Менделеев һәм Урман техникумы урамдары киҫешкән урында өс метр бейеклегендәге ат скульптураһы ҡуйылыуы ла байрамға мәртәбә өҫтәп ебәргәндәй булды.
Автоһәүәҫкәрҙәр әҙерләгән сара үҙенсә­лекле булыуы менән айырылып торҙо: Өфө урамдары буйлап үткән был колоннаның хәрәкәте машиналарҙан “Рәсәй” һүҙен хасил итеү менән тамамланды.
“ВДНХ-ЭКСПО” күргәҙмәләр комплексы­ның конгресс-залындағы сара был көндәге байрам тантаналарының иң һуңғыларынан булғандыр, моғайын – кис бында “Арт-Өфө” тип исемләнгән рәссамдар форумы асылды. Уны республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм “Мәрхәмәт” шәфҡәтлелек фонды ойошторғайны.
Ә ҡараңғы төшөү менән байрам рухы хатта болоттарға ашҡандай булды – Өфө күген Ленин исемендәге майҙандан атылған төрлө төҫтәге ғәйәт матур салют балҡытты.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519