Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кешене сабырлыҡ һәм хеҙмәт тәрбиәләй
Кешене сабырлыҡ һәм хеҙмәт тәрбиәләй Бәхетленең байрамы ла, ҡунағы ла бергә тигәндәй, Рәсәй көнө алдынан республика Башлығы Рөстәм Хәмитов хеҙмәт алдынғыларының бер төркөмөнә дәүләт наградалары тапшырҙы. Бүләкләнеүсе төрлө һөнәр эйәләре, төрлө тармаҡ белгестәре өсөн уртаҡ сифат – хеҙмәткә һөйөү, яуаплылыҡ, оҫталыҡ.
Уларҙың һөнәри кимәлен Башҡортостан етәксеһе юғары баһаланы.
– Йәш быуынға өлгөһөгөҙ. Бөгөн респуб­лика­быҙ­ҙың бик күп тармаҡ буйынса алдын­ғылар рәтендә ки­ле­үен­дә һеҙҙең кеүек эшһөйәрҙәрҙең өлөшө ҙур, – тине ул.
“Башинформсвязь” компанияһының Сибай фи­лиа­лы инженеры Гөлнур Сәфәрғәлина, мәҫәлән, элемтә өлкәһендә утыҙ йылға яҡын эшләй. Телефон, интернет, телевидениеһыҙ бөгөнгө тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтерә алмағас, был һөнәрҙең мө­һим­леге, кәрәклеге хаҡында һүҙ сурытып тороу урын­һыҙ. Иң мөһиме – йәмғиәт Гөлнур Азамат ҡыҙы ише профессиональ кадрҙарына таяна. Бөгөн иһә Гөлнур Сәфәрғәлина “Башҡортостандың атҡаҙанған элемтәсеһе” тигән маҡтаулы исем алып һөйөндө.
– Яратҡан эштең ауыры, ҡыйыны булмай. Кешене сабырлыҡ һәм хеҙмәт тәрбиәләй, тигәйне бер остазым. Ғүмерем буйы ошо фатихаға тоғро ҡалырға тырыштым. Форсаттан файҙаланып, ил, республика етәк­селегенә һәм, әлбиттә, туған коллективыма рәх­мәтемде еткерәм, – тине Гөлнур Азамат ҡыҙы.
“Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткә­ре” тигән исем алып ҡыуанған Альберт Асатрян ха­ҡын­да ла һүҙ әйтмәү мөмкин түгел. Әрмән йәкшәмбе мәк­тәбенең директоры ул. Ғүмер буйы Башҡортос­танда йәшәгән.
– Ошо изге ерҙә төпләнеүем менән мең тапҡыр бәхетлемен. Республикала һәр милләт вәкиле үҙ телен, тарихын, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрә­нә алһын өсөн киң шарттар тыуҙырылған. Ҙур рәхмәт! — тине Альберт Аршутович.
Дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһына са­ҡырылғандарҙың һәр ҡайһыһы, уларҙың ҡаҙаныш­та­ры, шәхси сифаттары тураһында әллә күпме һөй­ләрлек, әлбиттә. Ҡайҙа, ниндәй тармаҡта мәшғүл булһаң да, һайлаған һөнәреңә тоғролоҡ, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыу аша ғына ошондай бейеклектәргә өлгәшергә мөмкиндер.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 977

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 236

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 459

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513