Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Беҙ – ышаныслы кешеләр!”
“Беҙ – ышаныслы кешеләр!” Башҡортостан – Рәсәйҙең күп йүнәлешле иҡтисадҡа һәм тотороҡло социаль мөнәсәбәттәргә эйә булған, эҙмә-эҙлекле үҫеш кисергән төбәге. Әммә бында ла көрсөккә әҙерләнәләр. Халыҡтың йәшәү кимәленең түбәнәйеүенә, сәнәғәттә, ауыл хужалығы етештереүендә тарҡалышҡа юл ҡуймау йәһәтенән дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттең һөҙөмтәле эше айырым әһәмиәткә эйә. Башҡортостан Башлығы Рөстәм ХӘМИТОВТЫҢ “Государственная служба” журналына биргән интервьюһында тап ошо мәсьәлә төп тема булды.

– Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы! Бөгөн көр­сөк күренештәре йәмғиәт үҫеше өл­кә­лә­рендә лә, дәүләт идараһында ла са­ғы­ла. Хәүефкә ниндәй баһа бирәһегеҙ?
– Рәсәйҙә баҙар иҡтисады 25 йыл дауамында барлыҡҡа килде. Йәмғиәт иҡтисади көрсөктө дәреслектән өйрәнмәне, ә көндә­лек тормошта татыны. Уның башланыуын да, үҫеүен дә, ахыр сиктә, бәхеткә күрә, тамамланыуын да яҡшы белә. Көрсөк йо­ғош­ло сир кеүек. Йәмғиәт менән властың башы ауырта, һәм быға юғары температура тү­гел, ә иҡти­сади күрһәткестәрҙең түбәнә­йе­үе, аҡса ет­мәү, ихтыяж менән тәҡдим ара­һындағы тигеҙһеҙлек һәм баш­ҡалар сәбәпсе. Шул уҡ медицина менән сағыш­тырғанда, һәр ауырыу кеүек үк, көр­сөк тә ныҡышмалы һәм эҙмә-эҙлекле дауа­лауҙы талап итә. Был тәү сиратта идара итеү системаһына, уның нигеҙен тәшкил иткән дәүләт хеҙмәтенә ҡағыла. Минеңсә, ул дәүләт организмының “иммун” систе­ма­һы булып тора.
1990 – 2000 йылдарҙа Башҡортостанда идара итеүҙең авторитар системаһына өҫтөн­лөк бирелде. Был заман талабы булды: даими тетрәнеү кисергән иҡтисадты тик ошо рәүешле генә һаҡлап ҡалырға мөмкин ине. Ваҡыт үтеү менән төбәк власы кимәлендә эштең иреклерәк алымдарына күсеү зарурлығы тыуҙы. Әммә бындай хәл күҙәтелмәне. Һөҙөмтәлә республика ниндәйҙер дәржәлә ошо сәбәп арҡаһында ла социаль үҫештәге байтаҡ күрһәткестәр буйынса алдынғы төбәктәрҙән артта ҡала башланы.
Башҡортостанда эш башлағас та айырыуса дәүләт хеҙмәтендә идараның авторитар моде­ленән баш тартырға кәрәклеген, хеҙмәт­тәштәремде яңы идеяларҙы һәм тәҡдимдәрҙе тормошҡа ашырыуға ылыҡтырыу, етәкселәрҙе халыҡтың ихтыяждарын, проблемаларын аң­лап ҡабул итеүгә йүнәлтеү зарурлығын аңла­ным.
Биш йыл самаһы ваҡыт үтте. Башҡараһы бурыстар әле лә бихисап. Дәүләт хеҙмәтен ойоштороу һәм аяҡҡа баҫтырыу – ҡатмарлы һәм оҙайлы эш. Билдәле бер мәҙәнилек тәрбиәләү, етәкселәрҙе киренән өйрәтеү, психологияны, эш итеү рәүешен үҙгәртеү шарт. Ә был еңелдән түгел. Республика власын тиҙ арала замансалаштырып, иң мөһиме, халыҡҡа яҡынайтып, уның өсөн файҙалыға әүерелдереп булыр тип уйлай инем.
Әлбиттә, алға китеш бар, айырым ыңғай һө­ҙөм­тәләргә лә өлгәштек. Башҡортостан – Рә­сәйҙең ышаныслы һәм ныҡлы төбәге. Был йәһәттән дәүләт граждан хеҙмәтенә ҡарашты тамырынан яңыртыуыбыҙ ҙур әһәмиәткә эйә. Эшемдең тәүге көндәренән үк коллегаларыма “Беҙ дәүләт хеҙмәтен башҡарабыҙ!” тигән фе­керҙе һеңдерергә тырышам. Дәүләт хеҙмәте – етәкселекте туйындырыу, уның күрһәтмәһен үтәү тигән хаталы фекер йәшәп килә. Шуға күрә йәмғиәт файҙаһына эшләргә тейешлегебеҙҙе әйтә киләм. Был – беренсенән.
Икенсенән, дәүләт хеҙмәткәре, муниципаль хеҙмәткәр – байлыҡты бүлеүсе лә, ҡаҙнанан аҡса таратыусы ла түгел, ә йәмғиәттәге әхлаҡи шарттарҙы билдәләгән, халыҡҡа файҙа килтер­гән эшенә яуаплылыҡ тойғоһо йөрөткән, урын­дарҙа ла ошо идеологияны таратҡан кеше ул. Әлбиттә, әлегә бындай ҡараш бөтөн кешелә лә күҙәтелмәй. Шулай ҙа ыңғай күренештәр юҡ түгел. Урындағы етәкселәргә ялыу белдерелгән хаттар хәҙер һирәгерәк килә, ҡала-ауылдарҙа ижтимағи низағтар кәмене. Тимәк, власть халыҡҡа ярайһы уҡ яҡынайҙы. Эшебеҙҙең тәүге һөҙөмтәһе был.
Әле дәүләт хеҙмәтен үҫтереүҙең мөһим этабы бара. Муниципаль, төбәк һәм федераль кимәлдәге властың үҙ-ара һө­ҙөм­тәле бәйләнешен тәьмин итеү зарур. Ошо мөнә­сәбәттәрҙе камиллаштырыу – республикала ғына түгел, ил кимәлендәге ҡатмарлы бурыс. Был мәсьәләне яҡшы беләм, сөнки биш йылдан ашыу федераль дәүләт хеҙмәтендә һәм бына биш йыл самаһы Федерация субъектында эшләйем.
– Ниндәй сара күреү кәрәк һуң? Тәү сиратта ниҙәр эшләү мөһим? Дәүләт хеҙмә­тенә идара итеү буйынса берҙәм орган төҙөү ошо өлкәләге хәлде яҡшыртыу мөмкин­ле­ген бирерме? Әйткәндәй, был турала һүҙ күптән алып барыла, закондарға ла үҙгәреш индерелде.
– Үҫеш берҙәмлек, үҙ-ара ярҙамлашыу аша тормошҡа ашырылырға тейеш. Бөгөн урын­дар­ҙағы федераль власть органдары араһында төбәк мәнфәғәтенән айырылғандар бар, муниципаль кимәл хаҡында һүҙ ҙә юҡ. Беҙҙә 70-лә­гән федераль структура эшләй. Уларҙы тө­бәк­тең әүҙем үҫеше әллә ни ҡыҙыҡһын­дыр­май. Эштәрендә лә айырым маҡсатлы күр­һәт­кестәр юҡ тиерлек. Был структуралар үҙ ве­домствоһының ғына бурыстарын башҡара. Формаль йәһәттән был дөрөҫтөр ҙә, бәлки, әммә федераль органдарҙың эше төбәктәге бөтөн власть системаһының эшмәкәрлеге һөҙөмтәһенә ныҡлы йоғонто яһай. Барлыҡ власть тармаҡтарының битарафлыҡтан азат, ҡыҙыҡһыныусан, ниндәйҙер дәрәжәлә хатта хис-тойғоло ҡарашы булғанда ғына, Ватандың ҡеүәтен арттырыу – төп маҡсат, тип билдәлән­гәндә генә төбәкте үҫтерергә мөмкин.
Дөйөм маҡсат менән берләшкән федераль һәм төбәк структураларының көйлө эш итеүе шарт. Төбәк власы федераль органдарҙың көндәлек тормош проблемаларынан ситләше­үен тоймаҫҡа, ә “федералдар” төбәк власын “кесе” партнеры итеп ҡабул итмәҫкә тейеш.
Федерация субъекттарында һәр береһе үҙ тормошо менән йәшәгән һәм араларындағы сик нәҙек кенә һыҙатты тәшкил иткән ике параллель идара итеү мөхитенең булмауы шарт. Әлбиттә, донъяла властың ошо рәүешле бүленеү миҫал­дары байтаҡ: ҡайһы бер илдәрҙә хеҙмәткәр­ҙәрҙе “төбәктеке”нә һәм “Федерал”ға айыралар. Күрәһең, был бөтөн донъяға хас проблемалыр.
Мөнәсәбәттәрҙе көйләүҙең барыһы өсөн дә ҡулай алымы бармы – әйтеүе ҡыйын. Берәүҙәр бөтөн власть вәкәләттәрен дә тиерлек кисектер­мәҫтән төбәк кимәленә, икенселәре, киреһенсә, барлыҡ идара итеү сараларын Федераль үҙәккә тапшырыуҙы талап итә. Тимәк, бөтөн власть кимәлдәренең мәнфәғәттәрен берләштергән иң ҡулай алымды эҙләүҙе дауам итеү зарур.
Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Президенты Хакимиә­тенең һәм федераль округтарҙың берҙәм идара итеү киңлеген булдырыу йәһәтенән алып бар­ған ҙур ғәмәли эшен билдәләргә кәрәк. Мәҫәлән, Президенттың Волга буйы федераль округын­дағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең федераль һәм төбәк власын даими яҡынайтырға тырышыуы бик тә дөрөҫ.
Айырыуса Федерация субъекттары берлек­тәге федераль һәм төбәк эшмәкәрлеген ойош­то­роу яҡлы. Беҙгә төбәктәрҙә үҙебеҙҙең кадр­ҙарҙы үҫтереүгә, уларҙың федераль струк­тураларҙағы етәксе вазифаларында эшләүенә булышлыҡ итергә кәрәк. Кеше һәләттәрен йә­шәгән урынынан башҡа ҡайҙа тормошҡа ашыра ала һуң? Рәсәй республикаларында ғүмер иткән төп милләт кешеһенә төрлө сәбәп (фа­милияһы, теле, менталитеты) арҡаһында сит төбәктә карьераны үҫтереү еңелдән булмауы аңлашыла. Ул үҙен күберәк тыуған ерендә күрһәтә ала. Шуға күрә дәүләт хеҙмәте милләт-ара мәсьәләләрҙең тәбиғи “көйләүсеһе”нә әүе­ре­лергә тейеш. Дәүләткә һәм халыҡҡа хеҙмәт итеүҙә иң мөһиме – эшкә профессиональ, тоғро мөнәсәбәт. Ғәҙеллек тә был мәсьәләлә ҙур әһәмиәткә эйә.
Илебеҙҙең үҙенсәлеге – унда йәшәгән халыҡ­тар­ҙың төрлөлөгөндә. Төбәктәрҙә, төпкөл ауыл­дар­ҙа кешеләр атай-олатайҙарының йо­ла­ла­рын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тотоп йәшәй. Бын­дай тормош рәүешен емерергә ярамай. Тетрәнеүһеҙ, Көн­байыштағы тормош стандарттарына мәжбүри йәлеп итмәйенсә, эҙмә-эҙлек­ле индерелгән үҙгәрештәр генә йәмғиәттең әхлаҡи нигеҙен һаҡлап ҡалып, иҡтисадты үҫте­реүгә, йәшәү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк. Әлбиттә, 20 йыл буйы либераль иҡти­сад, табыш менән уңышты, бар нәмәгә рөхсәтте арымай-талмай пропагандалау халыҡтың әхлаҡи сәләмәтлеген етди ҡаҡшатты.
– Дәүләт хеҙмәте системаһын камиллаштырыу зарурлығы хаҡында һүҙ алып бар­ғанда урындағы үҙидара, илгә идара итеү системаһында уның әһәмиәте хаҡында ла оноторға ярамайҙыр, моғайын.
– Хәлде ошо рәүешле аңлайым: муниципалитеттар, урындағы власть бөгөн дәүләт идара­һы вертикаленең дауамы булып тора. Мәҫәлән, ҡала йәки район муниципалитеты үҙен дәүләт власы структураһының элементы итеп тоя. Бының сәбәбе ниндәйҙер өҫтөнлөктәргә, ре­сурс­тарға эйә булыуҙа түгел, ә халыҡтың бөтөн башҡарма власть тармаҡтарын берҙәм идара итеү организмы булараҡ ҡабул итеүендә. Рәсәйҙә төбәк һәм урындағы властың бындай моделе тиҫтәләрсә йыл дауамында йәшәп килә һәм кешеләрҙең аңында ныҡлы урын алған.
Урындарҙа граждандарҙы биләмәләге әһә­миәтле мәсьәләләрҙе ҡарауға һәм хәл итеүгә әүҙемерәк йәлеп итергә кәрәк. Улар ошо проб­ле­маларҙы тикшерһен, формаль булмаған, ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр индерһен ине. Мәҫәлән, теге йәки был муниципаль объектты финанслау, төҙөү, биләмәләрҙе тәртипкә килтереү буйынса. Бөгөн мәсьәлә властың формаль ҡо­ро­лоуында түгел, ә йыш ҡына кешеләрҙең ҡарар ҡабул итеүҙән ситләтелеүендә, проект­тарҙы һәм программаларҙы тормошҡа ашырыу, финанслау пландарын тикшергәндә улар феке­ренең иҫәпкә алынмауында.
Бәхеткә күрә, республикабыҙҙа урындағы властың ниндәй булырға тейешлегенә бәйле бәхәстәр, ҡаршылыҡлы фекерҙәр юҡ. Муниципалитеттар дөйөм идара итеү системаһы элементтарын тәшкил итә. Урындарҙағы хакимиәт башлыҡтарының һәр береһе һеҙгә: “Беҙ берҙәм власть системаһында эшләйбеҙ”, – тип әйтәсәк. Әлбиттә, улар муниципалитеттар тураһындағы ҡануниәтте лә боҙорға тырышмай.
– Һеҙҙеңсә, яҡын арала дәүләт хеҙмәте­нең иҡтисади мөмкинлектәре ниндәй? Унда эш урындарына бәйле ниндәй үҙгәрештәр көтөлә? Ҡыҫҡартыуҙар булырмы? Был мәсьәлә Башҡортостан ғына түгел, Мәскәү халҡын да борсойҙор, тип уйлайым.
– Әлбиттә, ҡулайлаштырыу, ҡыҫҡартыу, кешене эшһеҙ ҡалдырыу менән шөғөлләнге килмәй. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса хеҙмәткәрҙәр һанының артыҡ, ә етеш­тереүсәнлектең түбән булыуын да аңлайбыҙ. Эшмәкәрлек йылдарында административ ҡыҫҡартыуҙарға юл ҡуйманым тиерлек, әммә ҡайһы саҡта тап ошо алымды ла ҡулланырға тура килә. Ләкин дәүләт хеҙмәтенән киткән кешеләр башҡа өлкәләрҙә тиҙ арала урын таба, сөнки улар системалы эш тәжрибәһенә, иҡти­садтың күп кенә тармаҡтарында компетенцияға эйә.
Йыш ҡына беҙҙә “түрәләрҙе арттыралар”, “ҡайҙа ҡарама чиновниктар”, “улар тын алырға ла бирмәй” тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Киң мәғлүмәт сараларында ла ошо фекер са­ғыла. Шул уҡ ваҡытта бөгөн дәүләт хеҙмәт­кәренең эше ғәйәт күп: закондар һаны йылдам арта, ҡатмарлаша барған хоҡуҡи киңлек власҡа ҙур бурыстар йөкмәтә, һәм уларҙы дәүләт хеҙ­мәткәрҙәренән тыш үтәү мөмкин түгел. Дәүләт учреждениеларында эшләгәндәр ниндәйҙер махсус өҫтөнлөктәргә эйә, бурыстары еңел, әллә ни мәшәҡәттәре юҡ тип әйтеп булмай. Федераль министрлыҡтарҙа, ведомстволарҙа, төбәктәрҙә эштең нисек барғанын беләм – төп хеҙмәткәрҙәрҙең киске сәғәт 8-9-ҙан иртәрәк ҡайтҡаны бик һирәк. Был – ҙур яуаплылыҡ та­лап иткән ҡатмарлы эш, уны еңел тип баһалау – хаталы фекер.
Иң мөһиме – схемалар ҙа, структуралар ҙа түгел, ә кешеләр. Башҡарыусылары насар булһа, яҡшы система ла эшләмәй. Һәм, кире­һенсә, көслө хеҙмәткәрҙең һүлпән структурала эшләп тә уңыш ҡаҙаныуы мөмкин.
– Башҡортостан байтаҡ ҙур сараларҙың хужаһына әүерелде. Дәүләт Советы ултырышы һеҙҙә үтте, алда – Шанхай хеҙмәттәш­лек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре сам­мит­тары. Ошо турала бер аҙ һөйләһәгеҙ ине. Бөгөн ошондай ҙур саралар үткәреү, инвестициялар өсөн төбәктәр араһында нин­дәйҙер ярыш баралыр, моғайын?
– Әлбиттә, төбәктәр араһында ярыш, хатта етди конкуренция бар. Бындай күренештәр иң элек иҡтисади өлкәгә ҡағыла. Бәлки, был дө­рөҫтөр ҙә. Әммә, минеңсә, Федераль үҙәк тө­бәк­тәр араһындағы ҡыҙыу ярышты бер аҙ һү­рел­дереүгә, иҡтисадтағы өҫтөнлөктәрҙе дөрөҫ билдәләүгә, ресурстарҙы һәм вәкә­ләт­тәрҙе ғәҙел бүлеүгә булышлыҡ итергә тейеш. Беҙгә биләмәләге компетенцияға ярашлы ин­весторҙар табыуҙа, төбәктең үҫешен күҙаллау­ҙа, стратегик планлаштырыуҙа, тәбиғи мо­но­полиялар менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуҙа ярҙам кәрәк.
Әһәмиәтле ваҡиғаларҙы үткәреү йәһәтенән төбәктәрҙең үҙ-ара ярышыуы аңлашыла. Быға Федераль үҙәктән финанс ярҙамы ғына түгел, иң элек дөйөм танылыу һәм даими иғтибар сәбәпсе. Төбәк хаҡында һөйләйҙәр, эшлекле кешеләр һәм инвесторҙар ҡыҙыҡһыныу белде­рә, өр-яңы иҡтисади, гуманитар бәйләнештәр, мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килә.
ШОС һәм БРИКС саммиттарын юғары ки­мәлдә үткәрергә, инфраструктураны ныҡлы әҙерләргә тейешбеҙ, сөнки сарала республи­ка­быҙҙың ғына түгел, тотош илдең йөҙө сағыла­саҡ.
Федераль власть беҙгә аэродромды реконс­трукциялауҙа, яр буйын нығытыуҙа, юл һалыуҙа булышлыҡ күрһәтте, әлбиттә. Ярҙам булмаһа, ошондай күләмле эште башҡара алмаҫ инек.
– Башҡортостан Республикаһы... Һеҙҙең өсөн ул нимәнән ғибәрәт? Республикаға килгән ҡунаҡҡа нимәне ҡарарға, ҡайҙа барырға, кем менән танышырға тәҡдим итер инегеҙ?
– Әңгәмәнең башында әйткән билдәләмәгә әйләнеп ҡайтырға теләйем: Башҡортостан – сәнәғәт етештереүе буйынса ла, ижтимағи-сәйәси йәһәттән дә Федерацияның ышаныслы төбәге. Халҡыбыҙ – илдең дә, республиканың да ысын патриоты. Федераль үҙәк менән мөнәсәбәттәрҙә ҡатмарлылыҡ юҡ. Беҙ – ышаныслы кешеләр. Инженер булараҡ, минең өсөн ышаныслылыҡ – ҡатмарлы системаның иң төп үҙенсәлеге. Әлбиттә, беҙ робот түгел, йыш ҡы­на хис-тойғо ла солғап ала, шул иҫәптән идара итеү системаһын ғәҙел ойоштороу, вәкәләт­тәрҙе айырыу, аҡсаны бүлеү йәһәтенән дә. Иң мөһиме – ошо әһәмиәтле мәсьәләләрҙә ил Президентында хуплау табабыҙ. Был беҙгә киләсәккә тағы ла ҙурыраҡ өмөттәр бағларға мөмкинлек бирә.
Республикала сағыу, һәләтле кешеләр бик күп. Яҡташтарыбыҙ Рәсәй дәүләте өсөн ҙур эштәр башҡарҙы. 200 йыл элек башҡорт полк­тары ил ғәскәре сафында Парижға аяҡ баҫҡан. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортос­тандан 700 мең самаһы кеше фронтҡа киткән. Шуларҙың яртыһы әйләнеп ҡайтмаған. Улар мәңге хәтерҙә... Һуғыш фронттарындағы һәр өсөнсө танк һәм самолет башҡорт нефтенән алынған яғыулыҡ менән эшләгән. Башҡортос­тан – илебеҙгә бихисап абруйлы шәхес, хәрби етәксе, мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм фән эшмәкәр­ҙәре биргән төбәк. Салауат Юлаев менән Сергей Аксаков төйәгендә Рудольф Нуриев, Вла­димир Спиваков, Людмила Улицкая, Инна Чурикова, Сергей Довлатов, Земфира, ағалы-ҡустылы Абдразаҡовтар һәм башҡалар тыуып үҫкән.
Республикаға килгән ҡунаҡтар тәбиғәте­беҙ­ҙең гүзәллегенә, бейек тауҙарға, иге-сиге күренмәгән далаларға һоҡланып бөтә алмай. Йылғаларыбыҙ буйлап ағып төшөү, аттарҙа сәйәхәт итеү, тау саңғыһы курорттары, ҡымыҙ һәм тәбиғи солоҡ балы менән дауалау, шифаханалар – быларҙың барыһы ла күрше төбәк­тәрҙән генә түгел, сит илдәрҙән дә туристарҙы күпләп йәлеп итә. Беҙҙә Башҡортостандың ғына түгел, бөтөн донъя мираҫының мәҙәни байлығын тәшкил иткән һәләтле кешеләр – артистар, рәссамдар, музыканттар, яҙыусылар – йәшәй һәм тырышып эшләй. Театрҙар, концерт залдары, күргәҙмәләр тамашасылар, сәнғәт һөйөүселәр менән тулы. Республикала тормош йәмле, эш ҡыҙыҡлы.
Еребеҙ изге һәм күркәм. “Ҡояшлы Башҡорт­остан” тип әйтеүҙәре лә осраҡлы түгелдер. Был һүҙҙәр тәбиғәтебеҙгә генә ҡағылмай, үҙебеҙ ҙә ихлас, көләс, ҡунаҡсылбыҙ. “Башҡортос­танды­ҡы” тигән билдә балыбыҙҙың ғына түгел, эше­беҙҙең, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙең сифатын сағылдыра.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, хөрмәтле Рөстәм Зәки улы!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840