Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төбәктең даны – эшһөйәр халҡы
Төбәктең даны – эшһөйәр халҡы Яҙғы баҫыу эштәренән һуң үткәрелгән хеҙмәт, дуҫлыҡ, йыр һәм бейеү байрамын һәр кем һағынып көтөп ала. Илеш халҡы ла, тәбиғәттең көйһөҙлөгөнә ҡарамайынса, һабантуй майҙанына ашыҡты.
Байрам флагын күтәреү хоҡуғы быйылғы сәсеү еңеүсеһе, “Урал” йәмғиәте рәйесе Роберт Ибра­һимовҡа, “Үҙәк МТС” йәмғиәте тракторсыһы Рәфис Ғаббасовҡа, Муса Гәрәев исемендәге кооператив­тың һыйыр һауыу операторы Ләйсән Ямаеваға, Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназияның ХI класс уҡыусыһы, волейбол буйынса республика ярыштары еңеүсеһе Алһыу Фәхелбаяноваға бирелде.
Һабантуйҙы асып, район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин ауыл эшсәндәрен хеҙмәт байрамы менән ихлас ҡотланы, эштәренә ҙур баһа бирҙе. Унан тәбрикләү өсөн һүҙ Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленкоға тапшырылды.
– Илеш һәр ваҡыт эшһөйәр халҡы менән дан тотто, — тине Николай Анатольевич. — Быйыл да, йолаға тоғро ҡалып, бар йәһәттән алдынғылыҡты биләйһе­геҙ. Гелән матур, етеш тормошҡа ынтылыу менән айырылып торҙоғоҙ, киләсәктә лә шулай булып ҡалығыҙ.
Министр хеҙмәт алдынғыларына Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Маҡтау грамоталарын, Рәсәй һәм Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлыҡтарының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Байрамда ҡатнашыусылар парады – һәр һабан­туй­ҙың сағыу биҙәге. Быйыл уны Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары башланы. Артабан үҙәк майҙандан хеҙмәт алдынғылары үтте. Һабан батырҙарына, алдынғы механизаторҙарға, ғөмүмән, барлыҡ ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә ҙур хөрмәт күрһәтелде, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. “Сәсеү-2015” батырҙары иғтибар үҙәгендә булды.
Һәр ерҙә ярыш гөрләне: милли көрәш, ат сабышы, гер күтәреү, волейбол, ҡул көрәше, ҡапсыҡ кейеп йүгереү... Майҙанға тирмәләр үҙенсәлекле йәм өҫтәне. Унда ҡул эштәре, аш-һыу күргәҙмәләре, Әҙәбиәт йылына бағышланған стендтар, башҡорт һәм татар халҡының боронғо көнкүреш әйберҙәре урын алды. Һәр тирмәлә самауырҙар ҡайнаны, тәмле еҫ таратып, ҡаҙандарҙа былау беште. Кискә тиклем гармун моңо, йыр тынманы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 063

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 427

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 958

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 862

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 610

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 217

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 441

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 505