Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ил көйөнгәндә көйөн, ил һөйөнгәндә һөйөн
…Ә Ватаным Рәсәй була,
Дауылы-еле лә бар…
Мостай Кәрим.

Был байрамдың башы 1992 йылдан килә. Мәғлүм булыуынса, 1990 йылдың ошо көнөндә Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителгәйне.
Әй, ул йылдар… Сәйәси алыштарҙың ҡыҙыулығы һис һүрелмәй, әле булһа өтөп барған һымаҡ. Майҙандарҙың шауы, гүйә, һаман ҡолаҡта зыңлай. Халыҡтың тиҫтәләрсә йыл әллә быуылып, әллә тыйылып торған дәрте, өмөттәре, бәғзеләрҙең йәшертен ниәттәре быуаны йырған яҙғы ташҡын рәүешендә донъяға сыҡты. Ошо мәл, революция менән тиңләшә алмаған хәлдә лә, ижтимағи ҡоролошҡа һәм халыҡтың аңына йоғонтоһо буйынса етди боролош тип баһалана алалыр.


Юғарыла әйтелгән декларацияны ҡабул итеү Рәсәйҙең суверен­лылығын ғына түгел, бәлки бер юлы тотош социалистик системаның пыран-заран килеүе тип тә баһалана ала. Унан һуң, Советтар Союзының да, уға йөҙ тотҡан бүтән дәүләт­тәрҙең дә тормошондағы үҙгәрештәр кемдеңдер яҡшы­лы-яманлы шәхси теләге менән бәйлән­мәгән. Ундай тарихи процестарҙың ағышынан бигерәк ахырғы һөҙөмтәһе асығыраҡ күренеүсән. Һәр ғәмәлдең сәбәптәре, ойоштороусы көстәре була. Шул юҫыҡтан ҡарағанда, СССР-ҙың тарҡалыуы, уның хоҡуҡи вариҫы булараҡ Рәсәй Феде­ра­цияһының барлыҡҡа килеүе тарихтың ошо мәленә күрә аныҡ зарурат ине. СССР составындағы Рәсәйҙең Союз иңендәге һәммә бурыстарҙы үҙенә йөкмәүе, әлбиттә, һорауҙар тыуҙырҙы. Бер үк ваҡытта ул ошо киң күңеллелеге өсөн әүәлге союздаш республикалар, ә хәҙер мөстәҡил дәүләт­тәрҙән рәхмәт һүҙен ишетмәне, ихтирамлы мөнәсәбәт күрмәне.
Үҙгәрештәрҙең тәүге һыҙаттары, моғайын, 1987 йылдың декабрендә Рейкьявиктағы Совет-Америка осрашыуында, урта алыҫлыҡҡа оса торған ядро ракеталарын ҡыҫҡартыу буйынса договор тикшерелгәндә, сырамытылғандыр. Унда Михаил Горбачев көтмәгәндә бөтөн ядро ҡоралын яртылаш ҡыҫҡартырға тәҡдим итә. Рейган идеяны кире ҡаға һәм аҙағыраҡ быға үкенә. Хәйер, Горбачев ул саҡта демократ булыуҙан бигерәк реформатор ине. Етәксе социализмды баҙар реформалары ярҙамында һөҙөмтәлерәк итергә теләгәйне. Уның уйынса, хәрби бюджетты ҡыҫҡартыу СССР-ҙы һәләкәттән ҡотҡарып ҡалырға тейеш ине. Әммә Генераль секретарҙың ниәттәре эске низағтарға килтерҙе, һәм реформа иҡтисади көрсөктө көсәйтте генә. “Үҙгәртеп ҡороу” лозунгыһы етәксе фирҡәнең асығыраҡ сәйәсәт алып барыуын күҙ уңында тотһа ла, марксизм-ленинизмдың ундай һынауға кәре етмәне.
Үҙәк һәм Көнсығыш Европалағы 1989 йылғы ваҡиғалар социалистик лагерҙың тарҡалыуын аңлатты. Был процесҡа Польша юл башланы. 4-се июндәге милли һайлауҙар “Теләктәшлек” (Solidarnosc) хәрәкәте вәкилдәре етәкселек иткән коалицион хөкүмәт төҙөүгә килтерҙе. 23 августа 1939 йылдан СССР составында булған Балтика республикалары аша кешеләрҙең ҡулға-ҡул тоташҡан сылбыры ҡуҙғалды. Улар республикаларына дәүләтселекте ҡайтарыуҙы һәм мөстәҡиллек талап итте. Венгрия 23 октябрҙә демократик республика статусын алды. Чехословакияла коммунистар идараһы ноябрь аҙағында бөтөрөлдө, ә Болгарияла ике айға кисектерелде. 5 декабрҙә Хонеккер өйҙә генә тороуға хөкөм ителде, 1990 йылдың мартында Көнсығыш Германияла ирекле һайлауҙар үтеп, Октябрҙә ике республика рәсми рәүештә берләште.
1991 йылдың декабрендә Горбачев СССР Президенты вәкәләттәренән баш тартты. Советтар Союзы, геосәйәси берәмек булараҡ, донъя картаһынан юғалды. Был ваҡиғанан дүрт көн элек СССР республикалары БДБ — Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе — төҙөп өлгөргәйне. Рәсәй Федерацияһы унда 11 ағза иҫәбенә инде. Социалистик лагерь илдәре капиталистик үҫеш юлынан китте. Әйткәндәй, уларға һуғыштан һуңғы Европа дәүләттәрен тиҙләтеп терелтеүгә йүнәлтелгән 1948 — 1951 йылғы “Маршалл планы”н, Америка ярҙамында һуңлап булһа ла реинкарнациялау форсаты тыуҙы.
Егерменсе быуаттың баштарына күҙ һалғанда, В.И. Ленин ауыр сир арҡаһында илде ҡороуға етәкселек итә алмағанда, унан алда әүҙем эшләгәндә лә, унитар дәүләт төҙөргә теләүселәр яғында булмаған. Владимир Ильичтың был мәсьәләгә ҡарашын уның хаттары дәлилләй. Ленин федерализм яғында булыуын йәшермәй. Ләкин инҡилап юлбашсыһы фани донъя менән бәхилләшкәс, яһалма, күҙ буяу өсөн генә әүәләнгән федерализм еңә, һәм ул бер-береһен алмаштыра килгән конституцияларҙа теркәлә. Ғәмәлдә иһә башкөллө үҙәкләштерелгән унитар дәүләт булдырыла. Союздаш республикалар мөстәҡил, үҙҙәре идаралыҡ итә тип әйтелә генә. Ғәмәлдә иһә һәр нәмә йәки бөтөнөһө тиерлек Мәскәү ҡушҡанса ғына эшләнә.
Шул уҡ ваҡытта милли әҙәбиәтте, сәнғәтте, кинематографияны, театрҙы, мәғарифты, һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү өсөн шарттар булдырылғанын да инҡар итергә ярамай. Төрлө республикаларҙың зыялылары аралашып эшләү мөмкинлеген ала. Урындарҙа фән, сәнәғәт үҫә. Ләкин бөтөн нәмә үҙәктән идара ителә. Хатта республикаларҙа теге йәки был предприятиены төҙөү иҡтисади йәһәттән маҡсатҡа ярашлы булыуҙан түгел, бәлки сәйәси күҙлектән сығып башҡарыла.
Яңы Рәсәй етәкселәре СССР тарҡалыуҙың тәүге осоронда ни хәл ҡылып ҡарарға тейеш ине? Башта эшҡыуарлыҡтың яңы төрҙәре һәм конкуренция иҫәбенә, бәлки, тауар ҡытлығынан ары­нырға, йәғни баҙарға ашыҡмай күсергә кәрәк булғандыр? Йә иһә “шок терапияһы”на тәүәккә­лләргә: иң алда — хаҡтар һәм сауҙаның ирекле булыуы, ә ҡалғаны — һуңғараҡ?
Күптәр хәҙер 1991-1992 йылдарҙа ғәмәлдә һайланыу мөмкинлеге юҡ ине тигән һығымтаға килә. Мәсьәлә 70 йыл әүәлдәгесә, яңы иҡтисади сәйәсәт (НЭП) индерелгән ваҡыттағы һымаҡ киҫкен ҡуйылғайны: йә хаҡтар иреккә ебәрелә, йә ҡалаларҙа — аслыҡ. Ҡалаларҙы тәьмин итеү системаһы емерелде, икмәк менән һөткә сиратта сәғәттәр буйы тора инек. Тауарҙар аҡрынлап күренә башлаһа ла, “шоклы” 1992 йылда һәр нәмәгә хаҡ — тиҫтәләрсә, ә 90-сы йылдар эсендә меңдәрсә тапҡырға артты. Хужалыҡтың күп өлкәләре юғалды, дәүләттең уларға ярҙам итерлек аҡсаһы юҡ ине.
Рәсәй — донъяның ике өлөшөндә ятҡан ил: ул Европаның көнсығышын һәм Азияның төньяғын биләй. Европа өлөшөндә халыҡтың — 78, Азияла 22 проценты йәшәй. Мәҙәни йәһәттән Рәсәй — ғәжәп дәүләт. Славяндарҙың (рустар, украиндар, белорустар һ.б.) 85 проценты — христиан, Европа донъяһына яҡын, ә халыҡтың 10 процент самаһы (башҡорттар, татарҙар, бүрәттәр, ҡалмыҡтар һ.б.) Көнсығыштың Ислам һәм Буддизм цивилиза­цияһына ҡарай. Шуға күрә Рәсәйҙе Европа иле тип тә, Азияныҡы һанап та йөрөтөргә булалыр.
Рәсәйҙең халыҡ-ара хәле лә, эске тормошо ла бөгөн бер төрлө генә баһалана алмай. Ул Көнбайыштың бығаса күрелмәгән ҡыҫымына дусар, үҙендә лә емергес көстәр тынлыҡ белмәй. Ошо йәһәттән әрнеүҙәрен йәшерә алмаған Мостай ағай:
“Рәнйетәләр һине, Ватан-әсә,
Кәмһетәләр һине, изгебеҙ.
Былай булғас, йә баламы һиңә,
Йә бәләме һиңә инде беҙ?”
— тип яҙырға мәжбүр булды.
Үҙгәрештәр дәүерендә һәр даим тиерлек емереү ҡороуҙан өҫтөнлөк ала. Ошо мәғәнәлә азатлыҡҡа ла юл, ғәҙәттә, янып көйгән сүллек аша үтә. Кешеләр йыш ҡына сәбәләнә башлай, элекке рәүештә ҡалһа яҡшы булыр ине тигән фекергә килә. Әммә беҙгә “көйгән зона”ны үтергә өйрәнергә кәрәк. Һәр хәлдә, хәҙерге булмышыбыҙҙы айыҡ баһалау фарыз. Ул өмөттө юйырлыҡ насар түгел. Бәлки, сүллек аша үтеп арыған, ләкин ныҡыш­малылығын һәм ҡыйыулығын юғалтмаған мосафир образы бөгөнгө Рәсәйҙе кәүҙәләндерәлер? Юл оҙон һәм ауыр буласаҡ. Әгәр уны үтә алһаҡ, бөйөк цивилизацияла ысындан да лайыҡлы, ҡиммәтле ыңғай тәжрибәгә өлгәшербеҙ.
Рәсәй Федерацияһындағы төп ҡәүем тура­һында һәр заманда төрлө кеше тарафынан күп әйтелгән. Бөгөнгө яҙмамды рус яҙыусыһы һәм сәйәсәт белгесе Абдрахман Авторхановтың һүҙҙәре менән осламаҡ булдым: “Рус кешеһенең фиғелендә инде был — үҙе бәхетһеҙ көйө лә бүтәндәрҙе бәхетле итергә ынтылыу”. Тотош Рәсәй ғүмер баҡый ер йөҙөндә ошо тәғәйен­ләнеште алға ҡуйып йәшәй.
Эх, ғүмер ағышы!..







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840