Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төп һыҙаты — ышаныслылыҡ
Төп һыҙаты — ышаныслылыҡ Көн бер аҙ болоҡһоп, ямғыр һибәләп тороуға ҡарамаҫтан, һабантуйға халыҡ бик күп йыйылды. Район хеҙмәтсәндәренең байрам шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов килде.


Красноусол ауылынан йыраҡ түгел урман ситендәге аҡланда уҙҙы һабантуй. Уның тантаналы өлөшө алдынан сәхнәлә Еҙем-Ҡаран, Табын, Яңғыҙҡайын, Аҡкүл, Үтәк ауыл мәҙәниәт йорттары, район мәҙәниәт һарайы һәүәҫкәрҙәре сығыш яһаны. Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортоноң “Асанай” халыҡ ансамбле сығышы иһә һабантуйҙың бер биҙәге булды. Думбыра сиртеп, дөңгөр ҡағып, ҡурай тартып, таҡмаҡ әйтеп, бейеп, йырлап та күрһәтте улар.
Бына, байрам башланасағын белдереп, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт гимндары яңғырай. Һабантуй флагын күтәреү хоҡуғы “Ағиҙел” йәмғиәте етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Тимерйән Кинйәбаев менән “Урожай” крәҫтиән хужалығының алдынғы механизаторы Айтнур Вәлиевкә ышанып тапшырыла.
Төп һыҙаты — ышаныслылыҡ– Көн тура килмәне, ямғыр яуа, әммә кәйефтәр барыбер һәйбәт, сөнки майҙа яуын ҡамасаулаһа ла, яҙғы баҫыу эштәрен үҙ ваҡытында тиерлек тамамланыҡ. Һәйбәт һөҙөмтәгә, һәйбәт уңышҡа өмөт итәбеҙ, — тине Рөстәм Зәки улы. — Ғафури – матур, ҡыҙыҡлы, билдәле район, көслө һәм ныҡлы кешеләрҙең тыуған төйәге. Тарихы бик бай, тәбиғәте иҫ киткес матур. Быларҙың барыһы ла уны “ышаныслы район” тип ике һүҙ менән баһаларға мөмкинлек бирә. Был ышаныслылыҡ артабан да Ғафуриҙың төп һыҙаты булып ҡалһын тип теләйем һәм шулай булырына ышанам.
Республика етәксеһе хеҙмәт алдынғыларының бер төркөмөнә дәүләт наградалары тапшырҙы. “Сатурн” крәҫтиән хужалығы етәксеһе урынбаҫары Марат Рәхмәтуллин — “Башҡортостан Республи­каһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн” отличие билдәһе, “Урожай” йәмғиәте механизаторы Айтнур Вәлиев Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде, Ғафури район ветеринария станцияһы начальнигы Фаил Зәйнетдиновҡа — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре”, Балалар ижады үҙәге директоры Ирина Шаульскаяға “Башҡортостан Респуб­ликаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. Рөстәм Зәки улы хеҙмәт алдынғылары менән әңгәмәләшеп алырға ла өлгөрҙө.
Район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров хужалыҡтарҙың социаль-иҡтисади хәленә байҡау яһаны, яҙғы баҫыу эштәре хаҡында һөйләне. Ҡаҙаныштар күп. Мәҫәлән, шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү буйынса Ғафури районы республикала иң ҡеүәтле өсәү иҫәбенә инә. Малсылыҡ тармағы ла үҫешә. Һыйыр малдары, йылҡы тотороҡло арта, һарыҡсылыҡ тергеҙелә, быға шәхси хужалыҡтар ҙа ҙур өлөш индерә. Умартасылыҡ тармағында ла ыңғай үҙгәрештәр байтаҡ. Һуңғы йылдарҙа ғәҙәти булмаған тармаҡтарға ла иғтибар бирелә. Игенйылға ауылында дөйәғоштар фермаһының уңышлы эшләп алып китеүе, Үтәктә аҡ төлкө үрсетә башлауҙары — быға асыҡ миҫал.
Тантаналы өлөш тамамланғандан һуң төрлө спорт ярыштары, халыҡ уйындары башланып китте. Болон буйлап теҙелеп киткән тирмәләрҙә халыҡ байрам итте, күңел асты. Рөстәм Хәмитов милли көрәште, ат сабышын, халыҡ уйындарын ҡыҙыҡһынып ҡараны. Милли көрәштә Уҫман ауылы егете Фирүз Фәхриев абсолют еңеүсе булып, иңенә тәкә һалды. Ат сабышында “Ағиҙел”, “Урожай” хужалыҡтары дөлдөлдәре алдынғылыҡты бирмәне.
Ғөмүмән, сәсеү тамамланғандан һуң ауыл эшсәндәре бер аҙ күңел асып, ял итеп ҡалды. Тик был оҙаҡҡа түгел: районда мал аҙығы әҙерләү башланып тора – “Урожай” йәмғиәте бесәнгә төштө, сенаж һалыуға ла тотондолар.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519