Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Етәксе егәрле булһа...
Етәксе егәрле булһа... Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы республикабыҙ, илебеҙ өсөн тәрән белемле, заманса уҡытыу алымдарын һәм технологияларҙы оҫта ҡулланған белгестәр әҙерләүгә ҙур өлөш индерә.

Уның 2011 йылда бар­лыҡҡа килгән педагогика һәм психология факультетына педагогия фәндәре кандидаты, доцент, Педагогия һәм социаль фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Лилиә Бакир ҡыҙы Абдуллина етәкселек итә.
Факультеттың үҙенсәлеге шун­да: ул 2003 йылда асылған “Педаго­гика һәм психология” спе­циаль­носын да үҙ ҡанаты аҫтына алған. Әле ике йүнәлеш тә камил үҫешә, улар буйынса хеҙмәт ба­ҙа­рында талап ителгән һөнәр­мәндәр уҡытыла. Белем һәм тәр­биә биреүҙе федераль дәүләт стандарттарына тап килтереп ойошторорлоҡ белгестәр әҙер­ләү­ҙә Лилиә Абдуллина етәксе­лек иткән кол­лективтың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Бында эшлә­гән ғалим-уҡытыусыларҙың юға­ры уҡыу йорто студенттары өсөн яҙылған хеҙмәттәре, дәреслек­тәре, методик әсбаптары, практик ҡулланмалары заман талаптарына яуап бирә.
Лилиә Бакир ҡыҙы декан вази­фаһын билә­гән осорҙа уҡыу-уҡы­тыу өлкәһендә байтаҡ ыңғай һө­ҙөмтәгә өлгәшелгән. Факультетта ике йүнәлеш буйынса магис­тратура уңышлы эшләп ­килә. Быйыл бындағы тарихҡа иҫтә­лекле ваҡиға яҙылды: “Башланғыс белем биреү” һәм “Педагогика һәм психология” йүнә­лештәре буйынса магис­трант­тарҙың тәүге сығарылышы булды.
2014/15 уҡыу йылында Лилиә Бакир ҡыҙы­ның тырышлығы ме­нән факультет ҡарама­ғын­да колледж асылды. Унда “Башланғыс белем биреү” специальносы буйынса уҡырға IX һәм XI класты тамамлаған йәштәрҙе ҡа­бул итә­ләр. Буласаҡ белгестәр ике төркөмдә белем ала. Лекция, семинар һәм практик дәрестәрҙе бай тәжрибәле юғары уҡыу йорто уҡытыусылары алып бара. Студенттар тейешле дәреслектәр, уҡытыу-методик әсбап­тары ме­нән тәьмин ителгән. Улар барлыҡ уңайлыҡтары булған дөйөм ятаҡ­та йәшәй.
Уҡытыусылар менән бер рәт­тән факультет студенттары йыл һайын республика, төбәк, Рәсәй кимәлендәге ғилми-ғәмәли кон­фе­ренцияларҙа, олимпиада­лар­ҙа ҡатнаша, приз­лы урындар яу­лай. Быйыл ғына, мәҫәлән, улар фәнни эҙләнеүҙәргә туғыҙ грант отҡан.
Апрелдә, ғәҙәттәгесә, факультетта баш­лан­ғыс класс уҡыусы­лары өсөн “Фәнгә тәүге аҙым” исемле ғилми-ғәмәли конференция уҙғарыла. Һөҙөмтәлә быйыл был сараның республика кимә­лен­дәгеһенә 200-гә яҡын эш ебәрелде, унда 100-ҙән ашыу бала ҡатнашты.
Факультет студенттары төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатна­ша. Улар “Студент яҙы” фестивале номинацияларында йыл һайын еңеү яулай, ә быйыл төп бүләккә лайыҡ булдылар. Хәстәр­лекле етәксе факультеттың мат­ди хәлен нығытыуға ла күп көс һала.
Лилиә Абдуллина Стәрлета­маҡ дәүләт педагогия институтында 1991 йылда эш башлай. 2004 йылда М.А. Шолохов исе­мендәге Мәскәү дәүләт педагогия университетында кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап, педагогия фәндәре кандидаты ғилми дәрәжә­һенә эйә була. Ул юғары уҡыу йортоноң төрлө баҫҡыстарын үтә: ассистент, өл­кән уҡытыусы, доцент, кафедра мөдире, декан урынбаҫары, де­кан. Әле Лилиә Бакир ҡыҙы етәк­селек иткән башланғыс белем биреү теорияһы һәм методикаһы кафедраһы уңышлы эшләп килә.
Яуаплы бурыстар башҡары­уына ҡара­маҫтан, Лилиә Бакир ҡыҙы фән өлкәһендә лә әүҙемлек күрһәтә. Уның педагогика фәне­нең көнүҙәк мәсьәләләренә ба­ғыш­ланған ғилми хеҙмәттәре бихисап, уҡытыусыларға һәм уҡыу­сыларға тәғәйенләнгән уҡыу-методик ҡулланмалары республика мәктәптәрендә һәм юғары уҡыу йорттарында киң файҙа­ланыла. Лилиә Бакир ҡыҙының тәҡдиме менән педагогика һәм психология факультетында өҫтә­мә специальность биреү курста­ры асылған.
Оҫта етәксе йәмәғәт эштә­рен­дә лә әүҙем ҡатнаша. Уның исеме ҡалала, республикала киң бил­дәле. Мәғариф өлкәһендә арыу-талыу белмәй илһамлы хеҙмәт иткән Лилиә Бакир ҡыҙы күптәргә өлгө булып тора. Ул етәкселек иткән педагогика һәм психология факультеты өлгәшелгән уңыш­тар­ҙа туҡта­лып ҡалмай, килә­сәккә табан ышаныслы атлай.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518