Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Төньяҡ амурҙары”на һәйкәл ҡуйыласаҡ
“Төньяҡ амурҙары”на һәйкәл ҡуйыласаҡ1812 йылғы Ватан һуғышы Башҡортостан тарихында ла тәрән эҙ ҡалдырған. Башҡорт яугирҙәре Польша, Германия ерҙәре аша Лейпциг эргәһендәге алышта, Варшаваны, Берлинды, Дрезденды, Гамбургты, Веймарҙы, Майндағы Франкфрутты дошмандан азат итеүҙә ҡатнашҡан, беренселәрҙән булып Францияның баш ҡалаһы Парижға барып ингән. Башҡорт атлыларының ҡаһарманлығына бөтә Европа халҡы таң ҡала, француздар уларҙы, үҙенсәлекле кейемдәренә, уҡ-һаҙаҡтарына ҡарап, “Төньяҡ амурҙары” тип атай.
Күптәр күренекле яҙыусы Яныбай Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” әҫәре аша 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт атлы полктарының ҡаһарманлығын, Ҡаһым түрә образын бар тулылығында күҙ алдына баҫтыра. Әммә ошоғаса республикабыҙҙа әлеге һуғыш үҙенсәлектәрен сағылдырыусы сәнғәт әҫәрҙәре юҡ кимәлендә. Был йәһәттән күптәргә сибайҙар өлгөһөнә эйәрергә кәрәк.
Ырымбур губернаһының Верхнеуральск өйәҙе 6-сы кантонында төҙөлгән резерв командаһы яугирҙәренә ҡуйыласаҡ стелаға былтыр көҙ үк нигеҙ ташы һалынды. Был стеланы ҡуйыуҙы тыуған яҡты өйрәнеүсе, тарихсы Рамазан Үтәғолов тәҡдим иткән. Уның әйтеүенсә, Ҡарағайлы йылғаһының Төйәләҫкә ҡойған урынындағы яланға 1 500 кешенән торған өс полк йыйылып, хәрби күнекмәләр үтә, һуғыш таһыллығына өйрәнә. Улар ҡыуыш, палатка ҡороп йәшәгән. “Төньяҡ амурҙары”на һәйкәл ҡуйыласаҡҠарағайлы яланы көрәшкә туплау, йәштәрҙе хәрби оҫталыҡҡа өйрәтеү урыны булған. Шуға күрә, Рамазан Исмәғил улы фекеренсә, ошо ерлектә барлыҡҡа килгән башҡорт полктары яугирҙәренә стела йәки һәйкәл тап Сибай ҡалаһында ҡуйылырға тейеш. Тарихсының тәҡдимен Сибай ҡалаһы хакимиәте лә хуплаған һәм быйыл яҙ башҡорт яугирҙәре өсөн һәйкәл әҙер буласаҡ тип вәғәҙә иткән. Әйткән һүҙ — атҡан уҡ, һис шикһеҙ, һәйкәл урынлашҡан ер сибайҙарҙың яратҡан урындарының береһенә әүерелер.
Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты студенттарҙы милли рухта тәрбиәләү йәһәтенән ҙур эш башҡара. Улар халҡыбыҙҙың бөйөк шәхестәрен, туған телен, тарихын һәм мәҙәниәтен белеп үҫә. Миҫал өсөн, институт директоры Зиннур Йәрмөхәмәтовтың тәҡдиме менән бөгөн дүрт кешенән торған ижади төркөм 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған тарихи композиция ижад итә. 21 метр оҙонлоғондағы монументаль барельефты һынландырыуҙа республиканың “Төньяҡ амурҙары” клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты “Төньяҡ амурҙары”на һәйкәл ҡуйыласаҡуҡытыусылары Фаил Хисмәтуллин, Раил Ғәйфуллин һәм урындағы рәссам Ишморат Дәүләтбаевтар ҡатнаша.
Композицияла Ҡаһым түрә образы, башҡорт яугирҙәренең ғаиләләре менән хушлашыуы, яуҙа ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙың һынландырылыуы, баш командующий фельдмаршал М. Кутузовтың ғына түгел, хатта Наполеондың образы булыуы ла хайран итә. Батырҙарҙың еңеүгә ынтылышы, сая рухы, халҡыбыҙҙың ҡурай моңдары, зәңгәр күктә ирек һөйөүсе бөркөттөң саңҡ-саңҡ ҡанат ҡағыуы ла, ат тояҡтарының шаңдауы ла ишетелгәндәй тойола. Яныбай Хамматов яҙғанса, “донъяның иң юғары мәҙәниәте бына кемдә тупланған икән! Үҙе бөйөк, үҙе ябай!” булған Гетеның һынын да таныясаҡ тамашасы.
1812 йылғы Ватан һуғышының тарихын оҙаҡ йылдар тәфсирләп өйрәнеп, һәр ерҙән улар хаҡында мәғлүмәт туплап, ата-бабаларыбыҙҙың үткән данлы һәм шанлы тарихын сағылдырыуға көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәгән Илдар Шәйәхмәтовтың был изге эшкә ҡуш ҡуллап тотоноуы – оло мәртәбә. Күпме йоҡоһоҙ төндәр һәм көндәр аша бихисап эскиз эшләп, уны халыҡҡа алып сығыуы еңелдән түгел, әлбиттә.
Сибай институты директоры Зиннур Йәрмөхәмәтовтың да бындай ҡыйыу аҙымы хуплауға лайыҡ.
Кәримә УСМАНОВА
Сибай ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840