Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Яугир урмансы Бәпкә үләнен ҡош-ҡорт ҡына үҙ итмәй икән. Бала-саға ла ерҙең биҙәкле балаҫында туптай тәгәрәп уйнауын әллә ни күрә, оҙайлы ҡыштан ялҡҡан әҙәм ер йылыһын һиҙеп, тышҡа ынтыла. Йомшаҡ дымлы ел тәмле хушбый еҫтәренә иҫертеп, тын алышын иркенәйтә. Бар тереклек йәнтөйәгенең йәшел хәтфә сәңгелдәгендә рәхәтләнә.

Ҡояштың сағыу нурҙарына күҙҙәрен йом­ғо­лап, өй алдындағы эскәмйәгә ҡунаҡлап, әбей-һәбей гәп һатырға сыҡҡан:
— Ҡайын һыуына яҙ һайын йөрөр инек. Йы­ғылған ағастың туҙын һыҙырып, аҡһыл төҫлө, һутлы шәкәр тәмле итен дә ҡырып ашаныҡ.
— Һуғыш осоро бик ауыр булды. Ризыҡ­лан­маған нәмә ҡалманы.
— Бынауылар һымаҡ түгел инде. Ҡаймағы-ойотҡанына тиклем һатып алалар. Шуға ла һаулыҡтары юҡ...
— Көнө-төнө телевизорға текәлеп көн үткәрәләр. Ә беҙ урмандан ҡайтышманыҡ. Йылғалар ҙа мул һыулы, ер-һыу ҙа таҙа, урман да шаулап үҫте.
— Ағас һатып байыуҙан бушамайҙар. Ысын хужалары күренмәй. Күрше Мөхәммәт бабай көн дә урман юлын тапамаһа, йәне тыныс булмай торғайны...
...Мөхәммәт Ғәббәсов — урмандың ысын хужаһы. Ул, бала-сағаны арбаһына тейәп, таң һарыһынан ҡуҙғала. Уралтауҙың ҡараңғы урманына ингәндә ҡояш алтын тарағы менән йәшел донъяһын әле генә тарай башлаған мәле була. Арбалағылар икһеҙ-сикһеҙ урмандың гүзәллеген күҙәтә. Ағастар, үткенселәргә ҡыуанып, сәләм биргәндәй, үҙҙәренсә шыбырлашып, көтөлмәгән йән эйәләренән тертелдәпме, ҡоштары сутылдап тауыш бирә.
— Ҡайҙа юл тотабыҙ, олатай? — тип һораны беҙҙең менән бер класта белем алған Сөнәғәт. Ул — урмансының ейәне.
— Саңдыйортҡа, балалар, — тип яуапланы бабай.
— Саңдыйортта бесән әҙерләйбеҙ, — тине Сөнәғәттең бер туған Зәйнәп апаһы. — Ул — айыуҙар ояһы, ти әсәйем. Ас булһалар, кешене лә тамаҡлайҙар икән. Ысынлап та, юл буйлап туҙҙырылған ҡырмыҫҡа иләүҙәре, һаҙ ситтәрендә тапалған ҡурай еләклектәре, айыу тиҙәктәре лә йыш осрай.
— Килеп еттек, — Мөхәмәт апа түңәрәк аҡланға атын туҡтатып, уны туғарҙы. Ашамлыҡ һалынған моҡсайҙарын арбала ҡалдырҙылар. Һөт һалынған һауыттарын йылғаның шарлап аҡҡан боҙҙай һалҡын “һыуытҡыс”ына ҡуйҙылар. Малайҙар олатайға атты туғарышҡас, эшкә тотондо. Урмансы селбер генә ҡарағай үҫентеләрен тотторҙо.
— Ҡалай бәләкәс кенәләр. Үҫерҙәрме икән?
— Бисмиллаһ! Бәрәкәтле ерҙә үҫә. — Күрше апа осло көрәге менән соҡор ҡаҙыны. Ҡыҙҙар үҫентене тотто. Малайҙар кирза итектәре менән төбөн нығытты. Күмәкләп тотонғас, эш ыраны.
— Әҙәм бер ағасты йыҡһа, урынына өстө ултыртырға тейеш, — яугир олатай ағас ултыртыусыларға кинәйәле ҡараны. — Фашистар күпме урманыбыҙҙы яндырҙы... Белоруссияның күккә ашҡан ҡарағай урманы күҙ менән ҡаш араһында юҡҡа сыҡты. Алла бирһә, иҫән-һау әйләнеп ҡайтһам, фашист күпмеһен үртәгән, шунса урман ултыртырмын тигән һүҙем бар ине. Әйткән һүҙ — атҡан уҡ.
— Олатайым разведчик булған, — тине Сөнәғәт, бөтәһенә лә ҡарап.
— Ысынмы, олатай?
— Ысын булмай ни... Ысын, әлбиттә. Һеҙҙең һымаҡ тал ҡылыс, ағас пистолет менән генә һуғышмайҙар унда. Һеҙҙең атай-олатай­ҙарығыҙ, бер туған Хөсәйен, Хәмзә ағайымдар менән беренсе көндә үк һуғышҡа киттек. Дошман Мәскәүҙе алмаҡсы булды. Беҙ ни ҡурҡып торманыҡ. Һуғышырға килгәнһең икән, әйҙә, дөмөк, фашист, тип тегеләрҙе дөмбәҫләнек. Аҙаҡ Сталинград яғына ташланды. Ундағы мәхшәр... Меңәрләгән танк трактор кеүек тырылдап килә. Өҫтән самолеттар бомбаһын яуҙыра... Ҡолаҡ төбөндә пулялар сиңерткә кеүек сырҡылдап оса!
Бер ҡайынға ышыҡланып ятам. Эй ҡайынҡа­йым, мине һаҡла, ышыҡла, тим. Туҙҙарың һыҙырылды, аҡ күлдәгең ҡара янған, йәшә, түҙ инде, тим. Барыбер һине дошманға бирмәйбеҙ тиһәм, тыпылдап тамсы тамды. Пуля тишеп үткән ерҙән ҡайын һутын ағыҙа икән. Яҡлау­сыһын дошманынан айыра ла белә икән, тип олононан ипләп кенә һыйпайым. Шулай, балалар, Сталинград тигән ҡаланы фашистарға бирмәнек. Дүрт айҙан, ноябрҙә, фашист эттәренән тартып алдыҡ. Шунда мин ауыр яраландым. Оҙаҡ ҡына дауаланғас, II төркөм инвалиды тип ҡайтарып ебәрҙеләр. Ҡайтһам, ул мәлдә атай-әсәйҙәрегеҙ, һеҙҙең һымаҡ ҡыналар. Ялан аяҡ, өҫтәрендә йыртыҡ ыштан да күлдәк. Аслыҡ... Ун йәшлек Салауатымды танымай ҙа торам. Оҙонайып үҫеп киткән һымаҡ та. Көн дә Әхмәтшәриф, Вәлит, Салауат таң тишегенән колхозға эшкә сығалар. Төндәрен ат кәсилкәһе менән бесән сабалар. Көндөҙҙәрен кипкәнен йыйып алалар икән. Улар тураһында, “Партизан” колхозында эш нормаһын икеләтә арттыралар, тип гәзиткә яҙып сығарҙылар...
Һуғыш ветеранының хәтирәләрен тыңлап, эште бөткәндәрен һиҙмәнеләр ҙә. Урмансы олатайҙың тағаны күптән әҙер ине. Сәйнүктәге Һаҡмар һыуы ҡайнап та сыҡты. Ағас ултыртыусыларға күмәкләшеп сәй эсеү бик оҡшай. Юҡ, бала-саға һаман да тыныслана алмай, Мөхәммәт урмансынан күҙен алмай, һорауҙарын яуҙыра.
— Мөхәммәт апа, тағы ла һөйләгеҙ әле... — Фәйезйән сәйенә манған шаҡмаҡ шәкәрен һура-һура өндәште.
– Һуғыш һуғыш инде. Хәмзә ҡустымдың похоронкаһы килде. Эх! Йөрәк түҙмәй бит. Көнө-төнө эшләп тә ҡарайым. Йәш кенә көйөнә сит-ят ерҙә ятып ҡалды бит, тим. Илап та булмай, күңел ҡатҡайны. Киттем Ҡырҙас силсәүитенә. “Ебәрегеҙ мине фронтҡа. Ҡустым өсөн үс алырға”. Шулай, балалар. 1-се Белорус фронтында Курск дуғаһында ҡайтанан фрицтарға ҡаршы алыштым. 1943 йыл. Орел — Курск дуғаһы. Окоп ҡаҙып, пехота нығынды. Беҙ, разведчиктар, тау итәгендәге соҡор алдында һылашып ятабыҙ. Картала күренеүенсә, уның аръяғында ауыл булырға тейеш. Соҡорҙоң теге яғында фашистар бер нисә рәт сәнскеле сым һуҙған, ергә миналар ҡуйған, еребеҙҙең күкрәген аҡтарып окоптар, траншеялар ҡаҙған... Нисек тә булһа, дошманды киң яланға сығарып ҡыйратырға кәрәк. Беҙгә “тел” алып ҡайтырға ҡушылды. Бесәй һымаҡ шым ғына барабыҙ. Ҡып-ҡыҙыл быжыр битле, имәнес йыуан муйынлы ефрейтор өс пулеметты атырға әҙерләй. Ҡалғандары арыраҡ бер бүлмәлә үҙҙәренсә гәпләшә. Һуғымға һимертелгән кеүек һимеҙ немец миңә ҡустымды үлтергән дошман булып тойолдо. Фашисты күҙ асып йомғансы йомарлап алғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Фрицты траншея буйлап йүгертеп алып ҡайттыҡ. Днепр йылғаһын кискәндә, фашист пуляһы тейеп, һыу төбөнә киткән ҡустым өсөн үсемде алып туҡманым...
Урмансы ҡурайын алды. Уйын ҡоралын еүешләргә ауыҙына һыу уртлап ситкә бөрктө.
— Разведчик булыр өсөн хәтәр булырға кәрәк икән... Автоматыңдың патроны бөтһә, нисек үлмәҫкә, тештәр менән “лимонка” сөйөн тартып сығарырға, дошманды алдан ентекләп өйрәнергә, төлкөнән дә хәйләкәр булырға... Разведчик һәммәһен дә белергә тейеш... Шулай уҡ фашист ҡулына эләкһәң, ауыҙыңды уйлап асырға, “йоҙаҡ”ҡа бикләргә...
Ҡыйыу олатай ҡурайын алып уға өрөүе булды, ҡарурман буйлап йыр-моң таралды...
— Олатай, һуғыш бөткәндә ҡайҙа инегеҙ? — Илаһи тынлыҡты Хәмит боҙҙо.
– Польша, Чехословакия, Белоруссия ерҙәрен фашистарҙан ҡотҡарып, Германияның баш ҡалаһына тиклем барып еттем. Бөйөк Еңеү көнөндә Берлин стенаһына “Ғәббәсов Мөхәммәт Ғәббәс улы” тип яҙҙым... Әйҙә, фашист белһен әле кемдән еңелгәнен...
Йыр-моң яратҡан урмансы барыһына ла ҡурай таратты. Эргәлә генә Һаҡмар йылға­һының сылтыр-сылтыр тауышын, төрлө телдә һайрап тирә-яҡты моңға күмгән ҡоштарҙы тыңлап, малайҙар оҙаҡ ҡына өрөп көй сығарып маташты. Һуңынан ағас ултыртыусыларҙы тейәгән Турысай ҡайтыу яғына елдерҙе.
Яугир урмансының Һаҡмар буйына ағас ултыртмаған йылдары булдымы икән? Юҡтыр. Бәлки, дошман юҡ иткәненән дә күберәкте сәскәндер. Урмансы күрше олатай ниңәлер ҡарама ағасын яратты. Һәр өйҙөң алдындағы баҡсаға ваҡ саталы, мәңге япраҡтарын ҡоймаған шул ағасты ултырттырҙы.
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм башҡа бихисап наградаға лайыҡ булған ҡыйыу разведчик яугир Урал тауы буйындағы һәр төр ағастың теүәл һанын белде һәм килер быуынға йәшел донъяны ҡомартҡы итеп ҡалдырҙы. Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын байрам иткәндә һуғыш ветераны төйәген ташлап мәңгелеккә китте.
...Өфөлә “Ҡурай моңо” бәйгеһе бара. Ҡусҡар биҙәкле еләндәрен елпелдәтеп, ҡамсат бүрекле аталы-уллы сәхнә түренә сыҡты. Зал ҡурай моңона сорналды. Улдары Сәғәҙәт, Мәҡсүт, ейәне Миҙхәт Урал буйының үлән ҡурайҙарында яугир урмансы Мөхәммәттең буйлаған Ҡарағай морон, Көмөшташ, Сәүкә таш, Ҡанифа, Ҡуһаил, Илектеҡыр, Һәүәнәк, Шүрәле, Бағры, Аймаҡ тауҙарының, йылғаларының аңлатып булмаҫтай гүзәллеген тыңлаусыларға еткерҙе.
Ә Урал армытында үҫкән таҡыя башлы ҡурайын һыҙғыртып ир еткергән, сауҡаларҙан уҡ юнып, керешен тартҡан, урғылып аҡҡан һыу буйҙарында атын уйнатҡан, юлаусыларға юл күрһәткән Мөхәммәт урмансыға Һаҡмар буйлап теҙелгән ала ҡайынлыҡтар, үҙе сәскән ҡарағайлыҡтар рәхмәтен әйтә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 061

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 425

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 956

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 861

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 608

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 215

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 439

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504