Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
(8 – 14 июнь)

ҠУҘЫ (21.03 — 19.04).
Был аҙнала сәләмәтлегегеҙҙе хәстәрләргә кәңәш бирәбеҙ. Уңыштарығыҙ, ҡыуандырһа ла, күп көс һәм ваҡыт талап итә. Шуға күрә көсөр­гәнештән ҡотолорға, нервығыҙҙы тәртипкә килтерергә тырышығыҙ. Эштән бер аҙ ял итеп алыу ҙа артыҡ булмаҫ. Тормошоғоҙҙа һәр йәһәттән үҙгәрештәр көтөлә, тик улар һеҙҙә ризалыҡ тыуҙырһын ине.

БУҒА (20.04 — 20.05).
Эшмәкәрлегегеҙ, яҡындарығыҙ ҙур иғтибар талап итер, моғайын. Әле матди мәсьәләләрҙе хәл итеү менән шөғөлләнәһегеҙ. Аҡса ғына ҡәнәғәтлек һәм тыныслыҡ килтерә, тип уйлаһағыҙ, һеҙ хаҡлы түгел. Бының ғаилә мөнәсәбәттәрендә кире эҙемтәгә килтереүе, ярыҡ ялғаш янында ҡалыуығыҙ ихтимал.

ИГЕҘӘКТӘР (21.05 — 21.06).
Әүҙемлегегеҙҙең сиге булмаҫ. Теге йәки был эшкә ашығып тотонорға, мөһим ҡарарҙы уйламайынса ҡабул итергә ярамай. Тынысланырға, киләсәккә план төҙөү менән шөғөлләнергә кәрәк. Аҡса йәһәтенән ҡыйынлыҡтар булыуы мөмкин. Күп йәһәттән эске һиҙемләүегеҙгә таянып эш итегеҙ.

ҠЫҪАЛА (22.06 — 22.07).
Финанс мәсьәләләренә иғтибар итегеҙ: бурыстарығыҙҙы таратығыҙ, түләүҙәрҙе кисек­термәгеҙ, килем менән сығымды күҙаллағыҙ. Аҙна уртаһында ғаилә мөнәсәбәттәрен көйләрһегеҙ, моғайын. Яҡындарығыҙҙың фекеренә ҡолаҡ һалмаһағыҙ, осор аҙағында низағ тыуыуы ихтимал.

АРЫҪЛАН (23.07 — 22.08).
Осор идеяларға һәм ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Тик уларҙы тормошҡа ашырырға ашыҡмаҫһығыҙ, моғайын. Тәҡдиме­геҙҙе үҙһен­мәү­ҙәре лә ихтимал. Ошо ерлектә бәхәс сығыуы мөмкин. Шулай ҙа ныҡышма­лылығығыҙ һөҙөмтәһендә ҡуйған маҡсатығыҙға мотлаҡ өлгәшерһегеҙ.

ҠЫҘ (23.08 — 22.09).
Аҙнаның тәүге көндәре аралашыуҙарға бай булмаҡсы. Эшмәкәрлектә уңышлы килешеүҙәр көтә. Яҡшы компаньондар, йоғонтоло дуҫтар табырһығыҙ, моғайын. Үҙ эшен асҡандар өсөн яңы бәйләнештәр бигерәк тә отошло булыр. Киләсәктә матди хәлегеҙҙе яҡшыртып, байтаҡ ҡыйынлыҡтарҙан ҡотолорһоғоҙ.

ҮЛСӘҮ (23.09 — 22.10).
Аҙна ял итеү һәм күңел асыу өсөн ҡулай. Дуҫтар менән осрашыуҙар, тәбиғәт ҡосағына сығыу күңелегеҙҙе күтәрер. Аҡса кереме көтөлә. Ошо арала ынтылған һәм оҙаҡ көткән маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашыр. Әле эшегеҙҙең уңышын йыйыр мәл етте. Ҙур тырышлыҡ һалһағыҙ, һөҙөмтәләр ҙә яҡшы булыр.

САЯН (23.10 — 21.11).
Хис-тойғоларҙың ташып торған осоро. Яңы бәйләнештәр, романтик мөнәсәбәттәр көтөлә. Мөхәббәтегеҙҙе осратыуығыҙ ихтимал. Тик тойғолар упҡынына башкөллө ташланып, ысынбарлыҡты онотоп ҡуймағыҙ. Яҙмыш алдығыҙға ике юлдың береһен һайлау бурысын ҡуйыр.

УҠСЫ (22.11 — 21.12).
Эшегеҙҙе, уй-фекерҙәрегеҙҙе тәртипкә килтереү осоро. Юҡ-барға борсолмағыҙ, барыһы ла яҡшы булыр. Хәл-шарттарға дөрөҫ баһа бирергә тырышығыҙ. Ғәҙеллек эҙләп, шәхси мәнфәғәтегеҙҙе яҡлап һүҙ көрәштермәгеҙ, ваҡиғалар үҙ ағышына барһын. Шикле эштән алыҫ тороғоҙ.

ЫЛАҠ (22.12 — 19.01).
Аҙна башында ғаиләгеҙгә иғтибар бирергә кәңәш ителә. Ләкин был ниндәйҙер проблемалар бар тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, шәхси мөнәсәбәттәрҙә барыһы ла ал да гөл. Осорҙоң икенсе яртыһында башҡа мәшәҡәттәр көтә. Эске һиҙемләүгә таянып эш итергә тырышығыҙ. Яңы мөмкинлектәр осоро.

ҺЫУҒОЯР (20.01 — 18.02).
Ҡыҙыҡлы һәм ваҡиғаларға бай осор көтөлә. Бөтөнләй башҡа фекерҙә булһағыҙ ҙа, ситтәрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ, киләсәктә файҙаһы тейеүе бар. Тормошоғоҙҙа ҙур үҙгәрештәр булыуы мөмкин. Ә бына уларҙың яҡшы йәки насар булыуы әлеге ғәмәлдәрегеҙгә бәйле.

БАЛЫҠ (19.02 — 20.03).
Осор башында ваҡ-төйәк күңелһеҙлектәргә юл ҡуймайым тиһәгеҙ, һәр йәһәттән иғтибарлы булығыҙ. Күңел асырға саҡырыуҙары ихтимал. Тик ныҡлы уйлағыҙ: бының һеҙгә кәрәге бармы-юҡмы? Аҙна яңы эш башлау өсөн бик ҡулай. Идеяларҙы тормошҡа ашырыу өсөн көс-ҡеүәтегеҙ ташып торор.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506