Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Почтальондар бүләк ала
Почтальондар бүләк алаХәтерегеҙҙәлер, гәзитебеҙгә 2012 йылдың тәүге яртыһына яҙылыу барышында почтальондар һәм йәмәғәт таратыусылары араһында конкурс иғлан иткәйнек. Бәйге шарты буйынса, баҫмабыҙҙы кәмендә 50 кешегә яҙҙырған һәр тилбер почтальон һәм йәмәғәтсе тос ҡына премия менән бүләкләнәсәк, тип вәғәҙә биргәйнек.
Шуныһы һөйөнөслө: конкурс иғтибарһыҙ ҡалмаған. Яңы йыл алдынан бер нисә почтальон 50 дана яҙҙырыуы хаҡында хәбәр итеп шатландырҙы.
Вәғәҙә — иман, тиҙәр. Һүҙебеҙҙә тороп, ошо көндәрҙә Бүздәк районында булдыҡ һәм гәзит уҡыусыларҙы арттырыуға өлгәшкән Ҡаңны-Төркәй почта бүлексәһе начальнигы Розалия Рамазановаға Рәхмәт хаты менән бүләгебеҙҙе тапшырҙыҡ.
Ҡаңны-Төркәй — бай тарихлы һәм ҙур башҡорт ауылдарының береһе. Унда төйәктәренең ҡәҙерен белгән, милли йөҙөн һәм йолаларын ҡәҙерләп һаҡлаған халыҡ йәшәй. Үкенескә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа төбәктәге гәзит уҡыусыларыбыҙ менән бәйләнеш һүрелә төшкәйне. Арабыҙҙың яҡынайыуына өмөт тыуып тора, быйыл “Башҡортостан”ды алдырыусылар һаны 50-гә етте. Әлбиттә, матбуғат дуҫтарының артыуында Розалия Рамазанованың өлөшө ҙур. Ул дүрт йыл почтальон, 13 йыл бүлексә начальнигы булып эшләү дәүерендә бурысын еренә еткереп атҡарыуы, барлыҡ нескәлектәренә яҡшы төшөнөүе, уртаҡ тел таба белеүе менән халыҡтың ышанысын яулаған.
— Бәләкәйҙән гәзит-журнал уҡып үҫтем. Почтальон һөнәренең оло яуаплылыҡ, тилберлек талап итеүен дә яҡшы белә инем, сөнки атайым хаҡлы ялға сыҡҡанға ҡәҙәр ошо эште яратып, күңелен һалып башҡарҙы. Уның ошо сифаттары, моғайын, миңә лә күскәндер. Атайымдың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышам, ваҡыт менән иҫәпләшмәйем.
Матбуғатҡа яҙылыуҙы ойоштороу еңелдән түгел. Хәҙер мәғлүмәт баҙары киңәйҙе, баҫмалар һаны ла йылдан-йыл арта. Шулай ҙа республикала нәшер ителгәндәрен таратырға, һәр кемдең зауығына ярашлыһын тәҡдим итергә тырышабыҙ, — ти Розалия Барый ҡыҙы.
Бүздәк район почта элемтәһе бүлеге начальнигы Флүзә Нәбиеваны кәйефе күтәренке сағында тап иттек. Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идаралығының йылды йомғаҡлауға арналған йыйылышынан илһамланып һәм ҡанатланып ҡайтҡан мәле ине. Дөйөм күрһәткестәр буйынса, Ҡырмыҫҡалы районынан ғына ҡалышып, икенсе урынды яулағандар.
— Йыллыҡ йомғаҡ буйынса алдынғы урынға күтәрелеүебеҙҙә барлыҡ почта бүлексәләренең дә өлөшө тос. Һәр ҡайһыһы ниндәй ҙә булһа хеҙмәт күрһәтеү буйынса уңышҡа өлгәште. Шуға күрә кемделер айырып атау килешеп үк бөтмәҫ. Шулай ҙа бер нисәһен йылы һүҙ менән телгә алғым килә. Почта бүлексәһе начальниктарынан айырыуса Сабайҙан Гөлнара Мусинаға, Балышлынан Гөлсәсәк Ниғмәтуллинаға (Благовар районы) һәм Урҙайбаштан Дилара Әбүзәроваға рәхмәтлебеҙ.
Бүздәк һәм Благовар райондарында бөтәһе 36 почта бүлексәһе урынлашҡан, һәм уларҙа 200-ҙән ашыу кеше эшләй. Почтальондарыбыҙ социаль хеҙмәткәрҙәрҙән бик аҙ ғына айырыла, тип иҫәпләйем. Һәр ауылда уларҙы ла түҙемһеҙлек менән көтөп алалар, сөнки урындарҙа халыҡтың күп кенә социаль мәсьәләләрен хәл итәләр. Гәзит-журнал таратыуҙан тыш, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙе лә улар аша атҡаралар, көнкүреш һәм көндәлек тауарҙары менән дә тәьмин итәләр.
Коллективыбыҙ тотороҡло, барыһы ла эшем ырамлы булһын тип, бурысын яуаплы үтәгән ҡатын-ҡыҙ эшләй. Береһенән дә зарланыу һүҙе ишетмәҫһең, ә хеҙмәттәре еңелдән түгел. Алыпһатарҙар юл насар тип боролоп киткән төпкөл ауылдарға ла йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә йөрөйҙәр. Шуныһы шатлыҡлы: былтыр эш хаҡын 14 процентҡа күтәреүгә өлгәштек, ошо күрһәткес буйынса республика буйынса өсөнсө урындабыҙ, — тип матур һөҙөмтәләр менән таныштырҙы Флүзә Рифҡәт ҡыҙы.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА
Бүздәк районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512