Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Машинам ҡайҙа булған тип аптырамағыҙ!
Быйыл февралдән республикала автомобилдәрҙе эвакуациялауға бәйле ҡануниәткә үҙгәрештәр индерелде. Ул нисек тормошҡа ашырыла? Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары автоһәүәҫкәрҙәрҙе уйландырған ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе тикшерер өсөн баш ҡала урамдарына рейдҡа сыҡты.

Революцион урамында, “Үҙәк баҙар” туҡталышы эргәһендә машиналар ағымы ла, юл буйында ҡалдырылған “тимер ат”тар ҙа бихисап. Улар әлбит­тә, юлда тығын барлыҡҡа килтерә. Күпләп кафе һәм магазиндар урын­лашҡан тапҡырҙа машинаны эскәрәк индереп ҡуйыр өсөн махсус май­ҙандар булдырылған, әммә буш ер юҡ. Шуға ла “Туҡталҡа рөхсәт ителмәй” тигән билдә янына машинаһын ҡалдырып китеүселәр байтаҡ. Ғәҙәттә, транспорт хужаһы машинам 10 минут юл ситендә торһа, бер ни ҙә булмаҫ әле, тип уйлап яңылыша. Ҡаланың коммуналь хеҙмәт­тәре юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инс­пек­торҙары менән тығыҙ бәйләнештә тәртип боҙоусыларға ҡаршы көрәш алып бара. Улар, әлбиттә, автомо­билдең тыйылған урында оҙаҡ тороу-тормауын иҫәпкә алмай. Тик хәҙер, Башҡортостан парламентарийҙары законға индергән үҙгәрештәргә яраш­лы, эвакуация­ға әҙерләнгән автомобиль, хужаһы килеп өлгөргән осраҡта, штраф туҡталҡаһына оҙатылмай.
– Әгәр ҙә автомобиль хужаһы эвакуатор урынынан ҡуҙғалғансы килеп өлгөрһә, беҙ машинаны алып китмәй­беҙ. Тик барыбер штраф һәм бер аҙ хаҡ түләргә кәрәк. Еңел автомобилдәр өсөн ул, мәҫәлән, 480 һум, – тип аныҡ­лыҡ индерҙе Өфөнөң автомобиль ҡуйыу урындарын төҙөкләндереү һәм тәртиптә тотоу идаралығы экспедиторы Роман Петинцев.
Шул уҡ үҙгәрештәргә ярашлы, автомобилде штраф туҡталҡаһында тотоу­ҙың тәүге 12 сәғәте бушлай, аҙаҡ сә­ғәтенә 25 һум тәшкил итә. Был үҙгәрештәр автоһәүәҫкәрҙәр һәм эвакуациялаусылар араһындағы көсөргә­неште кәметте һәм транспорт сараһын мөмкин тиклем тиҙерәк ҡайтарыу мөмкинлеген бирҙе, ти депутаттар.
– Ҡалала тыйылған урындарҙа ҡал­дырыл­ған автомобилдәрҙе эвакуациялау башланғас та халыҡта күп һорау тыуҙы. Бәхәсле осраҡтар ҙа йыш була. Беҙ был мөрәжәғәттәрҙе тикшерҙек. Үҙебеҙҙең яҡтан эвакуациялау эшенең уңайлы, тәртипле ойошторолоуын те­ләп, Административ кодексҡа ошо үҙгәрештәрҙе индерҙек, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитеты рәйесе урынбаҫары Наил Ғиззәтуллин.
Депутаттар һәм журналистар десанты килеп төшкән ерҙә ЮХХДИ инспекторы лейтенант Григорий Буслов эшләй ине.
– Водителдәр йыш ҡына “Туҡталҡа рөхсәт ителмәй” тигән билдәне күрмә­мешкә һалыша. Әммә улар тәү сиратта башҡаларға ҡамасау тыуҙырғанын онотмаһын ине, – тип иҫкәртә лейтенант.
Машинаны эвакуациялар алдынан ша­һит­тар саҡырылды. Үҙен Алина тип та­ныш­тырған ҡатын 11 йыл элек рулгә ултырған. Ул бик яуаплы водитель булып сыҡты. Быйылға уның штрафтары юҡ, машинаһын да бер тапҡыр ҙа тейәп алып китмәгәндәр. Эвакуаторға мендерә башлаған тәүге машинаның хужаһы биш минуттан уҡ килеп етте. Юл ҡағиҙәһен боҙоуын инҡар итмәне. Эвакуация өсөн шунда уҡ түләне лә машинаһын алып китте. Уның телефонына машинаһын алып китергә йыйыныуҙары тураһында иҫкәртеүсе СМС хәбәр килгән икән. Шуға ла “тимер ат”ын йәһәт кенә ҡотҡара алды водитель.
– Әлбиттә, хужа килеп өлгөргәндә, машинаны шунда уҡ алып ҡалыу мөмкинлеге булыуы бик уңайлы. Былай ҙа эш күп. Әле лә офисҡа ун минутҡа ғына документтар юллап ингәйнем. Әгәр машинаны алырға тағы икенсе урынға барырға тура килһә, кәм тигәндә бер-ике сәғәт ваҡытымды юғалтыр инем. Ә былай ун минутта мәсьәлә хәл ителде, – тип яңы үҙгә­рештәрҙе хупланы водитель һәм артабан юл ҡағиҙәләрен боҙ­маҫҡа, иғтибарлыраҡ булырға һүҙ бирҙе.
Революцион урамдан йәмғеһе бер тиҫтә самаһы машина эвакуациялан­ды, автомобиль хужаларының күбеһе “тимер ат”тарын урында уҡ алып китте.
Артабан Пархоменко урамындағы эвакуацияланған машиналар туҡтал­ҡаһына килдек. Бында беҙҙе Автомобиль ҡуйыу урындарын төҙөкләндереү һәм тәртиптә тотоу буйынса муниципаль бюджет учреждениеһы директоры Тәлғәт Ғәҙелшин ҡаршы алды.
– Туҡталҡаларҙы төҙөкләндереү эше туҡтағаны юҡ. Әле бында Совет, Ленин, Киров райондарында эвакуа­ция­ланған машиналарҙы алып килә­ләр, – тине ул. – Өфө буйлап көн һа­йын 24 эвакуатор эшкә сыға. Маши­наһын алған водителдәргә уңайлы булһын өсөн банкоматтар, сәй, ҡәһүә аппараттары ҡуйҙыҡ. Нисек кенә бул­маһын, көнөнә яҡынса 200-ҙән ашыу водитель килә был туҡталҡаға.
Хәҙер шулай уҡ һәр махсус ҡу­нал­ҡала ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эшләй. Улар транспорт сараһын ҡайтарыу тураһында ҡарар­ҙар ҡабул итә. Был айырыуса уңайлы, сөнки автомобиль хужаһына Юл хәрәкәте хәүеф­һеҙле­ге дәүләт инспекцияһы бүлегенә ба­рып йөрөргә кәрәкмәй. Тағы бер яңылыҡ – оператив рәүештә мәғлүмәт алыу мөмкинлеге.
Яңы сервис ярҙамында һәр авто­һәүәҫкәр транспорт сараһының эвакуацияланыуы тураһында белә ала. Бы­ның өсөн махсус сайтта теркәлергә кәрәк. ЛКВ02 ресурсында тейешле формаларҙы тултырып, телефон номерын яҙғандан һуң, автомобилегеҙ штраф туҡталҡаһына киткән осраҡта телефонығыҙға СМС-хәбәр киләсәк. Яҡын урында булһағыҙ, машинағыҙҙы тиҙ арала “ҡотҡара” алаһығыҙ. Шулай ҙа юл ҡағиҙә­ләрен боҙмау хәйерлерәк, сөнки “Туҡталҡа рөхсәт ителмәй” тигән билдә янына машинаны ҡуйған осраҡта штраф 1500 һум тәшкил итә.

Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Автомобилде нисек ҡайтарырға?

1. Өфөлә машинағыҙ үҙегеҙ ҡалдырған урындан юҡҡа сыҡһа, 237-02-02 йәки 237-84-80 телефондарына шылтыратып, ЮХХДИ-ҙың юл-патруль хеҙмәтен­дәге дежур бүлеккә хәлде аңлатығыҙ, автомобилдең маркаһын, моделен, дәүләт номерын, шулай уҡ ҡалдырған урынды әйтеп бирегеҙ.
2. Парковка ҡағиҙәләрен боҙған өсөн машинағыҙҙы штраф ҡуналҡаһына алып китһәләр, һеҙгә уның адресын әйтерҙәр. Барып, транспорт сараһын һаҡлауға ҡабул итеү актының күсермәһен алырға кәрәк. Машинағыҙҙы ентекләп тикшерегеҙ: йәмшәйгән, сыйылған урындары юҡмы? Был эште башҡарған компаниянан транспорттың эвакуацияға тиклемге фотоһын һорап алырға ла мөмкин.
Штраф ҡуналҡаларында (Пархоменко урамы, 313/1 йәки Трамвай урамы, 2а) иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары дежурҙа тора. Улар мәғлүмәт базаһы аша машинаны тикшергәндән һуң уны ҡайтарыуға рөхсәт бирә.
3. Машинағыҙ киске 8-ҙән һуң эвакуацияланһа, штраф ҡуналҡаһынан алынған ҡабул итеү актын тотоп, ЮХХДИ-ҙың юл-патруль хеҙмәтенә (Урман техникумы урамы, 20/1) барығыҙ. Бында протокол төҙөү йәки административ тәртип боҙоу тураһында ҡарар сығарыу өсөн 1-02-се йәки 1-05-се кабинеттарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
4. Ошо документтар менән штраф ҡуналҡаһына барып, эвакуация һәм автомобилде һаҡлау хаҡын түләргә кәрәк. Шунан һуң “тимер ат”ығыҙҙы һеҙгә ҡайтарып бирәсәктәр. Хаҡты ҡуналҡалағы кассаға түләргә мөмкин.
Транспортты тейәгән, алып киткән һәм һаҡлаған өсөн сығымдарҙы ҡаплау уның хужаһына йөкмәтелә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 053

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 417

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 949

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 855

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 597

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 208

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 432

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 487

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 312

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498