Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғүмерҙәр бирелә бер генә
Ҡапыл көслө ел иҫеп, ҡаты ҡойон-дауыл күтәрелгәнен ҡайһы саҡ һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Артынан боҙ ҡатыш ямғыр башланып, ер һелкетеп, күк күкрәп, ялт та йолт йәшен йәшнәргә тотона. Юлаусыларға бигерәк ҡурҡыныс: йәнеңде, тәнеңде һаҡлап ҡалыу өсөн ышыҡланыу сараһын күрергә тырышаһың.


Ә йән һәр кемгә ҡәҙерле. Үҙең дә һиҙмәйенсә, ҡапыл ауырып киткәндә, ярҙам һорап белгестәргә мөрәжәғәт итергә тура килә. Халыҡ медицинаһы ярҙам итмәҫ сирҙәр ҙә осрап тора. Ундай хәлдә заманса йыһазландырылған дауаханаларҙан, шәф­ҡәтле, мәрхәмәтле табиптарҙан башҡа һауы­ғыуы мөмкин түгел.
Һүҙ ҙә юҡ: улар әллә күпме ғүмерҙе ҡотҡара. Шуға һәр саҡ “Ашығыс ярҙам”ға шылтыратабыҙ. Был йәһәттән фельдшерҙарыбыҙ көсөнән килгән­сә ярҙам итте, ҡаты ауырыуҙарҙы район үҙәк дауа­ханаһына үҙҙәре үк илтә ине. Хәҙер иһә ярҙамға мохтаждарҙы үҙәк район дауаханаһы ҡарама­ғындағы фельдшерҙар хеҙмәтләндерә. Әйткәндәй, ауылыбыҙ район үҙәгенән 50 километр алыҫлыҡта ята. Шуға сирле кешегә минуты-секунды ҡәҙерле. Ауылыбыҙҙа быға ҡәҙәр эшләгән өс фельдшерҙан бик ҡәнәғәт булдыҡ: тиҙ арала кәрәкле дарыуҙа­рын табып, 22 ауылдың халҡын хеҙмәтләндер­ҙеләр, ваҡыт менән иҫәпләшмәй, кеше ғүмере һағында торҙолар.
Төйәгебеҙҙең дауахана тарихы бик бай. Ул төҙөлгәнгә тиклем Дәмин бабай Таһиров халыҡ табибы булған. 1929 йылдан дауаханалар һалына башлағас, фельдшер-акушерҙар, санитарҙар, медицина хеҙмәткәрҙәре эшләп киткән. Мәҫәлән, Мәүиҙә апай Булатова күп йылдар регистратурала хеҙмәт иткән. Хәҙер 80 йәшлек был апай йылы хистәр менән хәтер йомғағын һүтә.
— Миңә Фәрит, Фидаил Мәҡсүтов кеүек табиптар менән эшләү бәхете тейҙе, — ти ул. — Ауыр­ғазы районынан Хәтмулла Саттаров 1970 йылда участка табибы булып килде. Эште яңы амбулатория һалдырыуҙан башланы. Ошо йылдарҙа “Ашығыс ярҙам” машинаһына гараж, келәт, төкәтмә төҙөлдө.
Ауырыуҙар уның кабинетына инһә, йәшәргә көс алып, күҙҙәре нурланып сығыр ине. Үтә баҫалҡы, ғәҙел табиптың әйткән һүҙҙәре лә шифалы дарыу булды. Коллективта бик татыу, бер ғаиләләй инек, йәмәғәт эштәрендә ҡайнаныҡ. Дауахана хеҙмәт­кәр­ҙәре тип торманыҡ, колхозға ярҙамлаштыҡ, сөгөлдөр утаныҡ, иген тараттыҡ. Мағаш тауына утын әҙерләргә йөрөнөк, Ҡаран шишмәһенән һыу ташыныҡ...
Ысынлап та, Хәтмулла Ғайса улы эшләгән осор бер ҙә онотолмай. Яңы стационар асыу, проекттар эшләтеү өсөн Өфө — Еҙем-Ҡаран юлын күп тапа­ны.
Донъяның ҡанундары ҡаты. Кеше ғүмере һа­ғында ҡанатланып хеҙмәт итеп йөрөгәндә ғүмере фажиғәле өҙөлдө Хәтмулла Саттаровтың. Шулай ҙа ҡылған изгелектәре әле лә йәшәй. Табипты ихтирам һәм рәхмәт тойғолары менән иҫкә алып торабыҙ. Ауылыбыҙҙың бер урамына уның исеме бирелде.
Дәүер үҙенсәлектәре, заман үҙгәрештәре яңы­лыҡтар индерҙе. Ауылыбыҙ­ҙың юғары осонда урынлашҡан дауахана түбәнгә күсте. Элекке колхоз идараһы бинаһы үҙгәртелеп, ремонт үткәрелеп, участка дауаханаһына әйлән­де. Хәҙер унда эш бөтөнләй еңелләште: мейес яғып, утын әҙерләп йонсомайҙар, бил бөгөп, көйәнтә менән һыу ташымайҙар.
Ҡасандыр ауыр шарттарҙа эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре лә бик аҙ ҡалды. Әлбиттә, үкенес­ле, шулай ҙа өҙөлгән өмөттәрҙе яңынан ялғап, йәшәүгә көс-ҡеүәт биреп, сәләмәтләндереп тор­ған, беренсе “Ашығыс ярҙам” күрһәткән табиптар­ҙың, шәфҡәт туташтарының, санитаркаларҙың намыҫлы хеҙмәте йылылыҡ менән күңел түрендә урын алды. Дауахана тарихында яҡты эҙ ҡал­дырған Фәүзиә апай Бәшәрованы ла ауыл халҡы ҙур ихтирам менән иҫкә ала. Санитаркалар Хәлиҙә Булатова, Наилә Рәхмәтуллина, Ләлә Ҡаһарма­нова, Мәрүә Сәлиховаларҙың һәр береһе тырышып эшләне, яҡшы һүҙле булды.
Хәҙерге ваҡытта тулыһынса һау кешене хатта йәштәр, үҫмерҙәр араһында табыуы ауыр. Пенсия йәшендәгеләр ҙә сәләмәт кенә түгел. Ғаилә мәшә­ҡәттәре, хеҙмәткә арналған ғүмер, сәләмәтлеккә йоғонто яһап, уны ҡаҡшата. Табипҡа бер генә тапҡыр булһа ла мөрәжәғәт итмәгән кеше юҡтыр.
Ни генә тиһәң дә, иң беренсе “Ашығыс ярҙам”ға шылтыратабыҙ. Ауырыуҙың ғүмере ҡыл өҫтөндә торғанда улар ваҡытында килеп етеп, ҡотҡара, үлем тырнағынан йолоп алып ҡала. Революцияға тиклемге осорҙа йоғошло ауырыуҙарҙың күп булғанын уҡып беләбеҙ. Ҡыҙылса, тиф, биҙгәк, ҡысынма сире дини йолалар ярҙамында дауалан­ған, сөнки ауылдарҙа һаулыҡ һаҡлау пункт­тары булмаған.
Кеше сәләмәтлеге тураһында хәстәрлек, беле­үе­беҙсә, революциянан һуң, уҙған быуаттың 20-се йылдары аҙағында, башлана. Ауылдарҙа һаулыҡ һаҡлау пункттары төҙөлә. Бигерәк тә трахома кеүек күҙ ауырыуҙарына ҡаршы көрәшеү өсөн курс­тар асылып, шәфҡәт туташтары күпләп уҡытыла.
Билдәле, бөгөн дә кешенең һис көтмәгәндә сирләп китеүе ихтимал. Тәҙрә төбөндәге гөл кеүек, ул наҙлап, һаҡлап тороуға мохтаж. Ваҡытында табип ҡулына эләкһәң, үлем осраҡтары, һис шикһеҙ, кәмейәсәк. Ауылыбыҙҙа “Ашығыс ярҙам” эше туҡтатылғас, үлем осраҡтары йышайҙы. Әлбиттә, 50 километр араға фельдшерҙың килеп өлгөрөүе икеле.
Әле беҙҙә бер нисә генә урынлыҡ стационар эшләй. Бер табип, 22 ауылды хеҙмәтләндереп, Гиппократ антына ни ҡәҙәр тоғро булһа ла, өлгөрә алмай. Ул бит башҡа ауырыуҙарҙы ла ҡабул итә. Шуға күрә тирә-яҡ ауылдар, Еҙем-Ҡаран халҡы “Ашығыс ярҙам” машинаһын кире биреүҙәрен һорай. Ғүмер бер генә бит. Уны ҡәҙерләргә, һаҡ­ларға, хәле ҡыл өҫтөндә булғандарға ваҡытында ярҙам итергә ашығайыҡ. Ябай ауыл халҡын сәләмәтләндереүгә бүленгән сығымдарҙы арттырыу өсөн яңы программалар тураһында хәстәрлек күрелһә, ҡайһылай һәйбәт булыр ине. Хужа­лыҡтарҙы тергеҙеү өсөн программалар бар бит.
Беҙҙән “Красноусол” шифаханаһы әллә ни йыраҡ түгел. Ә унда ауыл халҡы сәләмәтлеген нығыта алмай. Ошо йүнәлештә уйланаһы эштәр байтаҡ әле.

Флүрә ХӘЛИЛОВА.
Ғафури районы,
Еҙем-Ҡаран ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 063

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 427

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 958

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 862

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 610

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 217

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 441

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 505