Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡоръятмаҫта иген шаулар
Ҡоръятмаҫта иген шаулар Ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Зиннур Байбулатовтың еңел машинаһында баҫыуҙарҙы гиҙәбеҙ: бар ерҙә эш ҡайнай, тракторҙар геүләй, һабантурғайҙар йырлай.

– Яҙғы сәсеү эштәре ҡыҙыу һәм дәртле бара, — тип йылмая Зиннур Ғизетдин улы. — Дым етерлек, уңышҡа өмөт бар. Ер кешеһе түккән хеҙмәтенең, ниһайәт, үҙ һөҙөмтәһен күрһен ине.
Белгестең һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел, сөнки һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ крәҫтиәнде тамам йонсотто, хатта сәскәнен дә урып алмаған йылдар булды. Шуныһы ҡыуандыра: ил етәкселеге ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Яҙғы сәсеү эштәренә республика ҡаҙнаһынан орлоҡ һатып алыуға, яғыулыҡҡа субсидия бүленгән.
Тыуған төбәгенең һәр һуҡмағын, һәр ташын яҡшы белгән Зиннур Байбулатов сәфәр барышында ер-һыу атамаларының тарихы менән таныштырҙы. Данлыҡлы Ҡәнифә юлын күрһәтеп, уңға боролғас, Ҡоръятмаҫтың килеп сығыу тарихының ике вариантын да һөйләп өлгөрҙө.
Беҙҙе хужалыҡ етәксеһе Вафа Сурин ҡаршы алды. Игенселек менән күптән шөғөлләнә Вафа Тәлғәт улы. Эш һөйгән, ер яратҡан кеше булыуы йөҙөнә сыҡҡан: тупраҡты усына алып: “Дымлы, йомшаҡ, күрәһегеҙме, ҡамыр кеүек күпереп ята”, — тип балаларса ҡыуанды.
– Хужалыҡтың сәсеү майҙанын арттырып, 900 гек­тарға еткерҙек. Орлоҡто күрше Ырымбур өлкәһенән һатып алдыҡ, ул беҙҙең төбәктәге тәбиғәт шарттарына яраҡлы. Сәсеү ике сменала ойошторолған, барлығы ете кеше йәлеп ителгән. Яңы һатып алған сәсеү агрегаты эште күпкә еңелләштерҙе, – тине ул.
Яңы техниканы Байрас Төрөпҡолов “йүгәнләгән”, тиҙ арала Ҡоръятмаҫ баҫыуында эште тамамларға иҫәбе. Әйтергә кәрәк, “Сурин” крәҫтиән (фермер) ху­жа­лығы үҫемлекселек тарма­ғын үҫтереүҙә район­дың күп ху­жа­лыҡтарына өлгө булып тора. Ки­ләсәктә Вафа Тәлғәт улы орлоҡсолоҡ буйынса ла махсус­ла­шырға уйлай, шулай уҡ йәшелсәселек менән күптән шөғөлләнә. Уңған фермер сәсеүҙе тамамлағас, Ивановка ауылы янын­дағы баҡсала күпләп кәбеҫтә ул­тыр­та­саҡ. Аталарына алмашҡа фер­мер­ҙың баһадирҙай өс улы — Малик, Арыҫлан һәм Инсаф үҫеп килә. Ҡатыны Мәүлиҙә Фәйзулла ҡыҙы — иренең уң ҡулы, ул бешергән тәмле аш-һыу баҫыу батырҙарына көс һәм дәрт өҫтәй.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840