Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урман-ҡырҙа һаҡ булығыҙ!
Шөкөр, яҙ ҙур ташҡын булманы. Әммә беҙгә икенсе афәт янай икән. Имеш, сысҡан биҙгәге менән сирләүселәр һаны ярты миллионға еткән. Был ысынлап шулаймы?

– Быйыл дүрт ай эсендә республикала геморрагик биҙгәк менән сирләүҙең 502 осрағы теркәлгән. Былтыр ошо уҡ осорҙа был күрһәткес 111 булған. Йыл һайын 2-3 мең кеше ошо ауырыуҙан яфалана, — ти “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан ида­ра­лығы етәксеһе, баш санитария табибы Евгений Степанов. — Зоологик тикшеренеү һөҙөм­тәһендә инә сысҡандар һаны был­тырғыға ҡарағанда 1,5 тапҡырға күберәк теркәлгән (дөйөм ҡыр сысҡандары һанының 71 проценты). Ғөмүмән, кимереүселәр күләменең, улар өсөн аҙыҡ базаһының да артыуы билдәләнә. Һөҙөмтәлә сир ҙә киң тарала.
Республика дезостанцияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк Өфө, Туймазы һәм Благовещен райондарында, Нефтекама һәм Октябрьский ҡалаларында күпләп теркәлә. Өфөлә Дудкин, Максимовка, Башҡортостан сәскәләре ауылдары янындағы урман һыҙаттары айырыуса хәүефле.
Белгестәрҙең фекеренсә, был йәнлектәрҙе күпләп ҡырырға ярамай. Бер төрҙө юҡҡа сығарһаң, яңыһы барлыҡҡа ки­ләсәк, уға ҡаршы һөҙөмтәле көрәш алымын уйлап табыу ҡыйынға төшөүе ихтимал. Өҫтәүенә сысҡандар һаны кәмеүгә китһә, улар әүҙем үрсей башлай. Башҡорт­останда улар һанының артыуын тап ошоға бәйләргә мөмкин. Һауа шарттары ла быға булыш­лыҡ итә: яҙ иртә килә, ташҡын булмай.
Талпан да “йоҡла­май”. Былтыр май байрамдарында 400 ке­шегә талпан ҡаҙалһа, быйыл — 600 самаһы. “Роспотребнадзор”ҙың Башҡорт­остан идара­лығы мәғ­лүмәт­тәренә ҡарағанда, талпан ҡаҙалыу сәбәпле, медицина ойошмаларына 1 591 кеше, шул иҫәптән 523 бала мөрәжәғәт иткән. Лабораторияларҙа 1652 талпан тикшерелгән. Шуларҙың 99-ында энцефалит вирусы асыҡланған. Был тикшерелгән дөйөм бөжәктәр һанының 6,3 процентын тәшкил итә. 744 талпандың 110-ында (14,8 процентында) боррелиоз сирен ҡуҙғытыусы вирус билдәләнгән. 2014 йылда был күрһәткес 11,5 процент тәшкил иткән. Кешеләр араһында әлегә сирләүселәр юҡ.


Павел Мочалкин, республика дезинфекция үҙәгенең баш табибы:
– “Роспотребнадзор” мәғлү­мәт­тә­ренә ҡарағанда, геморрагик биҙгәк буйынса санитар-эпидемиологик хәл көсөргәнешле булып ҡала, әммә сирле кешеләр һәм киме­реүселәр һанының ҡырҡа артыуы күҙәтелмәй. Өфөлә 10 400 гектар майҙандағы йәмәғәт, ял урыны, ҡала һәм урман ерендәге коллектив баҡсалар эшкәртелә. Шәхси дезинфекция ла тыйылмай, тик ағыулау ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк. Был тирә-яҡ мөхиткә, ҡош-ҡортҡа, йорт хайуандарына зыян килтермәҫкә тейеш.
Иң беренсе апрелдә талпанға ҡаршы көрәш башлайбыҙ. Кеше­ләр­ҙең күпләп ял иткән урындарын махсус матдәләр менән эшкәртә­беҙ. Һуңынан яҙғы дератизацияға күсәбеҙ – парктарҙа һәм баҡса­лар­ҙа кимереүселәрҙе юҡ итергә то­то­набыҙ. Апрель аҙағында-май ба­шында пляждарҙы – бөжәктәр­ҙән, июнь айында һыу ятҡылыҡ­та­рын серәкәй уҡраһынан та­­­­ҙар­­­та­быҙ. Июлдә ошо уҡ сараны ҡа­ланың парктарында башҡа­рабыҙ. Июнь аҙағында һәм августа кимереүселәргә ҡаршы тағы ике тапҡыр ағыу ҡулланабыҙ. Октябрь уртаһынан ноябрҙең 10-ына тиклем көҙгө дератизация үткәрәбеҙ. Бөтә был эштәр һуҡырҙарса баш­ҡарылмай. Кимереүселәр менән зарарлы бөжәктәрҙе аулап, улар­ҙың иҫәбен самалайбыҙ, күпләп йыйыл­ған урындарын билдәләйбеҙ. Инфекция ауырыуҙарын та­ратыу­­сыларға ҡаршы заманса дезинфекция технологиялары ҡулланабыҙ, яңы эшкәртеү алымдары үҙләш­терәбеҙ, күрше төбәктәрҙәге хеҙ­мәттәштәребеҙ менән тәжрибә уртаҡлашабыҙ.
Санитар-эпидемиологик именлекте тәьмин итеү, ысынлап та, күп учреждениеларҙың дөйөм бурысы. Был йәһәттән ҡала хаки­миәте ҙур ярҙам күрһәтә. Аңла­шып эшләү һөҙөмтәһендә Өфөлә геморрагик биҙгәк менән талпан энцефалиты осраҡтары ныҡ кәмене. Дезинфектология ғилми-тик­шеренеү институты ме­нән геморрагик биҙгәккә ҡаршы көрәштәге хеҙмәттәшлегебеҙ “Роспотребнадзор” тарафынан илдең башҡа төбәктәренә өлгө итеп ҡуйылды. Күләмле саралар­ҙың барыһы ла “Роспот­реб­надзор”ҙың Башҡорт­остандағы идаралығы менән кәңәшләшеп башҡарыла.


Автор: Г. ӘМИНЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509