Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Барыһы ла — үҫеш өсөн
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Әлшәй районында булғанда агросәнәғәт комплексы предприятиеларының эше менән танышты, шулай уҡ һабантуйҙа ҡатнашты.

Тәүҙә төбәк етәксеһе төрлө ҡатнаш аҙыҡ етештергән, игенде һәм майлы культу­раларҙы ҡабул итеү, киптереү, эшкәртеү һәм һаҡлау буйынса хеҙмәт күрһәткән “Раевка элеваторы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенә (“Башҡорт бройлеры” йәмғиәтенә инә) барҙы. Элеватор 76 мең тонна иген эшкәртеүгә иҫәпләнгән. Ҡатнаш аҙыҡ заводының ҡеүәте — тәүлегенә 150 тонна.
Заводты яңыртыу “Башҡорт бройлеры” йәмғиәтенең ҡошсолоҡ комплексын төҙөү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыуына бәйле. Бында бройлерҙың инкубация йомортҡаһы етештереләсәк. Объект проект ҡеүәтенә сығыу менән ҡатнаш аҙыҡҡа ихтыяж йылына 40 мең тоннаға етәсәк. Әле себеш өсөн — ике, тауыҡтар өсөн дүрт майҙансыҡтан торған тәүге сиратты төҙөү тамамланған. Ҡошсолоҡ комплексында 212, 9 мең баш ҡош-ҡорт аҫрала. Проект тормошҡа ашырыла башлағандан алып туҡланыу өсөн — 8,7 миллион, себеш сығарыу өсөн 35,5 миллион дана йомортҡа етештерелгән. 210 яңы эш урыны булдырылған. Дәүләт ярҙамы күләме 268 миллион һум тәшкил иткән. Уға инфраструктура һәм юл һалыу хаҡының бер өлөшөн ҡаплауға сығымдар ҙа инә. Әле икенсе сират буйынса проект-тикшеренеү эше алып барыла. Ләкин проектты тормошҡа ашырыу тиҙлеге рес­пуб­лика Башлығын ҡәнәғәтләндермәне.
– Дүрт йыл инде ошо теманы күтәрәбеҙ, ә етди үҫеште әле булһа күрмәйем, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беренсе сиратты сафҡа индерҙегеҙ, шунан икенсеһенә керешегеҙ! Беҙ ярҙам күрһәтәбеҙ бит. Проектҡа тотондоғоҙ — беҙ аҡса, ресурс­тар бүлдек. Ә файҙаһы ҡайҙа?
Яңы Сәпәш ауылында Рөстәм Хәмитов “Һабантуй-2015” байрамында ҡатнашты. Республика Башлығы ауыл халҡын яҙғы баҫыу эштәренең тамамланыуы менән ҡотланы һәм райондың алдынғы хеҙ­мәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тап­шырҙы.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519