Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Үткән ғүмер, иҫкә төшмәй тор...”
“Үткән ғүмер, иҫкә төшмәй тор...” Ҡәләмдәшебеҙ Дәүләткирәй Мәһәҙиевтең тыуыуына — 90 йыл
Эшебеҙ ифрат ауыр, хакимдар күҙе алдында ҡәҙерһеҙ булһа ла, даланлы кешеләр беҙ, журналистар. “Аҡҡан һыу юлын табыр” тигәндәй, урынға төпләнеп ултырмағас, һине яҙмыш ғәжәйеп шәхестәр менән осраштыра. Кемдер, йөрәгеңә ҡағылмай, күреү менән үк онотолор. Ә берәүҙәрҙең, ҡан туғанлығы булмаһа ла, йән яҡынлығын ғүмер баҡый тойоп йәшәйһең. Ундайҙар, үкенескә, һирәк шул.


Тел белгесе һәм журналист Дәүләткирәй, ғалим-геолог, фәнде популярлаштырыусы Ба­сир Мәһәҙиевтәр менән танышлығым “Һау­мы, ни хәл?” һымаҡ формаль күрешә-һораша йөрөүҙән уҙғандыр тигән ышаныстамын. Басир Дәүләт улы, әле йәш кенә кө­йөнсә, геологик партияны етәкләп, атай­салымдың һәр ҡарышын тикшереп сыҡҡан, Әбйәлил төбәгенең геологик картаһын тө­ҙөгән, уның ер аҫты хазиналарын барлаған һәм, йәнә килеп, Оло Ҡыҙыл баштарының геологик үҙенсәлектәре буйынса канди­датлыҡ диссертацияһы яҙған. Шуға күрә беҙ Басир үҙебеҙҙеке, Әбйәлилдеке, тип һанай­быҙ. Ағай быға ҡаршылашмай торғайны.
Мәҡәләһенең башына Дәүләткирәй Мә­һә­ҙиевтең исемен сығарҙы ла, туҡта, үҙе Басир тип һаташып ултыра, тиһегеҙҙер әле. Ағалы-ҡустылы Мәһәҙиевтәрҙе белгән кешеләр раҫ­лар: уларҙың ғаиләләре, һәр даим башҡа торһа ла, бергә йәшәне. Ағайҙарҙың йәшендәге айырма ла хәтһеҙ, шөғөлдәре лә яҡын түгел, тормош һәр ғаилә алдына үҙ мәсьәләһен ҡуя. Ләкин Мәһәҙиевтәр ғаилә­лә­ренең ағасы бер тамырҙа ҡалды, һәм уның тәрән һулышлы булыуын Дәүләткирәй менән Басир ағайҙарҙың тормошо һәм хеҙмәте иҫбат итте.
Башҡортостандың административ карта­һы әүәлерәк шаҡтай үҙгәрештәр кисергән. Хәҙерге Ейәнсура районының көньяҡ осмотонда 1946 йылдан 1956 йылға тиклем Абзан исемле район да эшләп алған. Илленсе йылда унда 2376 ғына кеше йәшәгән. Район үҙәге һаналған Абзан үҙе — боронғо ла, тарихлы ла төбәк. Әселе йылғаһы Оло Эйеккә ҡойған тирәләрәк, яҫы ҡалҡыулыҡтар итәгенә төйәкләгән Үҫәргән ырыуы башҡорт­тары. Мәһәҙиевтәрҙең ата йорто — ошонда. Өфөнән ер аяғы-ер башында ятһа ла, Абзанды төпкөл ауыл тип әйтергә тел әйлән­мәй. Хаталаныуым да ихтимал, иллә Баш­ҡортостандың көньяҡ төбәге донъяуи мәғрифәтле Ырымбурҙың йоғонтоһон әүәл­дән үк тоя килгән. Мәһәҙиевтәрҙең зат-ырыуы игенселек менән әүҙем шөғөлләнгән, мал-тыуарһыҙ ҙа йәшәмәгән.
Абзандың ҡайнап торған элекке йылдарын хәҙер тарих итеп кенә һөйләргә ҡалды. Ауылдарҙы ҡалтыратҡан бөгөнгө биҙгәкте ул нисек үткәреп ебәрер? Уҙған быуаттың 20-се йылдары башында Башҡорт Автономиялы Республикаһының ер эштәре бу­йын­са халыҡ комиссары булған Абзан еге­те Сөләймән Мырҙабулатов быуат самаһы үткәс тә ауыл хужалығын рәтләй алмая­са­ғыбыҙҙы ул саҡ һиҙемләнеме икән? Бер мәл, мөҙҙәте еткәс, бәлки, Сөләймән Шәңгәрәй улының ауылды нисегерәк күрергә хыял­лан­ғанын белә алырбыҙ. Ә бына Дәүләткирәй менән Басир Мәһәҙиевтәрҙең уйҙары, хеҙ­мәте — күҙ алдыбыҙҙа. Егеттәрҙең аталары, Дәүләтбай бабай, яҡын-тирәләге рустар көнләшерлек итеп баҡса тотҡан, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән, ә Зөләйха инәй, тегенеүгә шәп булғас, үҙ ғаиләһен генә түгел, күргән-белгәндең өҫ-башын бөтәйтеп торған.
Һәр кемдең тормошо – үҙенә күрә тарих. Һөйөнөстәре һәм көйөнөстәре, табыштары һәм юғалтыуҙары менән ул барыбер тарих. Беҙ уны холоҡ-фиғелебеҙ, ғәмәлдәребеҙ, донъяға ҡарашыбыҙ, бүтәндәргә һәм үҙ-үҙе­беҙгә мөнәсәбәтебеҙ менән яҙабыҙ. Һиҙҙер­мәҫтән һәм ҡайсаҡ аңғармаҫтан, үҙебеҙҙең генә түгел, бәлки заманыбыҙҙың йылъяҙма­һын булдырабыҙ.
Был донъяның байтаҡ юлдарын үтһәм дә, миңә Дәүләткирәй ағайҙың Абзанын барып күреү насип булманы. Юғалтыуҙыр, шәт. Ке­шенең кемлеген баһалар өсөн башҡорттар тәү сиратта уның нәҫел-нәсәбен, ер-һыуын һорашҡан. Йола ғына булғандыр был, моға­йын, ләкин шуға ла инанғанмын: кешенең булмышын, тормошҡа мөнә­сәбәтен, хатта уның төҫ-башын да ул буй еткергән йылға­лар һәм күлдәр, далалар һәм тауҙар, урмандар һәм туғайҙар билдәләй. Басир Дәүләт улының рухын маҙаһыҙламай, Дәүләткирәй Дәүләтбай улы (документтарында аталары­ның исеме шулай төрлөсәрәк теркәлгән) тураһында һүҙҙе бер аҙ дауам иткәндә, беҙҙе шаҡтай яҡынайтҡан фактор журналис­тика булғандыр. Республика матбуғатына икебеҙ ҙә район гәзитенән, журналистикаға етди ниәттәр менән аяҡ баҫыусы һәр кем мотлаҡ үтергә тейешле мәктәптән, бер үк йылда килдек. Айырма фәҡәт шунда ғына ине: Мәһәҙиев – ҙур тәжрибәле, тормошто күр­гән, әхлаҡи ҡиммәттәрен төйөнләп һаҡлай белгән оҫта, ә мин – төрлө темаларға күҙ йомоп тотонған, һүҙ уйнатыуҙы маһир­лыҡ тип иҫәпләгән өйрәнсек. “Совет Баш­ҡортостаны” редакцияһына килеү менән үк Дәүләткирәй ағай хаттар бүлегенә мөдир итеп тәғәйенләнде. Был инде 60-сы йыл­дарҙың аҙағы. Гәзиттә баҫылып сыҡҡан һәр һүҙгә ышанған ул заманда ни уҡыусылар редакцияға хатты эркелтә генә! Бөтмөр холоҡло Мәһәҙиев ике ярҙамсыһы менән, тегеләрҙе теүәлләп, урын-еренә еткереп ултыра. Шым ғына баҫып, ипле генә һөйләшеп йөрөгән ағайыбыҙ шауламай, бөтөнөһөнә лә өлгөрә. Йыйнаҡлыҡтан, эшен самалай бе­леү­ҙән килгәндер инде Дәүләткирәй ағай­ҙың ҡарһаланмай ғына етешеүе.
Хәйер, гәзиттең аҙнаға алты тапҡыр сыҡ­ҡан, Мәскәүҙән дә, үҙебеҙҙең “Йәшел йорт”­тан да (Партия өлкә комитеты хәҙер Милли музей урынлашҡан йәшел төҫтәге бинала ине) рус телендәге һыу буйы рәсми материалдар көн дә килеп тора. Күмәкләшеп тәрже­мә итәбеҙ, уҡып, ағымдағы һанға тө­шө­рәбеҙ, йыш ҡына таңға тиклем эшләргә тура килә. Текстарҙы башҡортлаштырыу анһат түгел – ике телде лә камил белергә кәрәк. Ошо ваҡыттарҙа мин Дәүләткирәй Мәһәҙиевтең башҡорт телен ғәҙәттән тыш һиҙемләү һәләтен күрҙем. Ул һәр һүҙҙең мә­ғәнәһен аңлай, контекстағы урынын аныҡ билдәләй ине. Был һәр кемгә лә бирелмәй. Шуға күрә мин уны, ғилми дәрәжәһе булмаһа ла, ғәйәт талантлы телсе ғалим тип иҫәп­ләйем. Шөкөр, Дәүләткирәй ағай беҙгә тыу­ған яҡты өйрәнеүсе Р.Г. Игнатьевтың бер хеҙмәтен, М.Л. Мортазиндың яҙмаларын баш­ҡортлаштырып ҡалдырҙы. Ә инде “Ҡөрь­ән-Кәрим”де башҡорт телендә баҫтырыуға әҙерләүҙә ҡатнашыуы – үҙе айырым һөйләр тарих та, милләтенә мөкиббән китеп хеҙмәт итеүе билдәһе лә.
Ғәжәп хәл. Ағалы-ҡустылы ике лауреат. Дәүләткирәй Мәһәҙиев Башҡортостан Рес­публикаһының Салауат Юлаев исемен­дә­ге дәүләт премияһын алған, Басир Мәһәҙиев – СССР-ҙың Дәүләт премияһын. Әйткәндәй, Саян йондоҙлоғонда “Басир” атамаһындағы йондоҙ яна. Абзандағы үҙәк урамға ун йыл элек ағалы-ҡустылы Мәһә­ҙиевтәрҙең исеме бирелде. Йәнә, Абзан урта мәктәбенең иң шәп уҡыусыларына йыл һайын Мәһәҙиев­тәрҙең премияһы тапшырыла. Уны Дәүләт­кирәй ағайҙың улы Рәхим менән Басир ағайҙың улы Юлай булдырған.
Әллә яҡын күргән кешеләремде хәтерләп ултырыу шулай албырғаттымы йә иһә үҙем­дең йәшлеккә лә әйләнеп ҡайтыу хислән­дерҙеме, һүҙемде ослай алмай ултырам. Хатта йыр ҙа тыйнаҡлыҡҡа, сабырлыҡҡа өгөтләй бит.
Бейек кенә тауҙың баштарында
Хаттар яҙам, елкәй, иҫмәй тор.
Шаулап аҡҡан шишмә лә, туҡтап тор,
Үткән ғүмер, иҫкә төшмәй тор.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840