Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һөнәрле һәм эшле булам, тиһәң...
Һөнәрле һәм эшле булам, тиһәң... Президент Владимир Путин 2020 йылға 20 мил­лион квалификациялы эшсе әҙерләү маҡсатын ҡуйҙы. Был сәйәсәткә бәйле, сит илдәр санкция иғлан иткәндә үҙебеҙҙең завод-фабрикаларҙы тергеҙеү, аҙыҡ-түлек етештереүҙе арттырыу маҡсаты ҡуйыла.

Һөнәрле һәм эшле булырға те­ләгән йәштәр лицей, техникум­дар­ҙы һайлай. Улар Рәсәйҙә иң яҡ­шылар иҫәбендәге Мәләүез механика-технология колледжына барһа – отолмаҫ. Бөгөн бында Се­бер, Волга буйы, Ырымбур төбәк­тәренән килеп белем алалар.
“Мәләүез һөт-консерва комбинаты, һөт эшкәртеү заводтары, “Башспирт”, төҙөлөш компаниялары, ит эшкәртеү предприятиеларында эшләргә теләйһегеҙме? Автомобиль йүнәтеү буйынса шәхси эшеңде асырға хыялың бармы? Һөнәрле лә, эшле лә булам тиһәң, туп-тура ошо механика-технология техникумына юллан”, – тип әйтке килә йәштәргә. Бында баҙар иҡтисады талап иткән һөнәрҙәргә уҡыталар. Техникум­дың иҡтисад, төҙөлөш, механика, технология бүлектәрендә бөгөн меңдән ашыу студент иҫәпләнә.
Һөнәрле һәм эшле булам, тиһәң...Бында уҡыу һәм көнкүреш өсөн уңайлы шарттар бар. Бер нисә корпустан торған техникумда кәрәкле йыһаз, заманса техникалы уҡыу кабинеттары, оҫтахана, ике спорт, шулай уҡ тренажер, тамаша зал­дары, музей бар. һуңғы йылдарҙа компьютерҙар, спорт йыһаздары, телевизор һәм видеомагнитофондар, башҡа техник кәрәк-яраҡ алынған. Ситтән килеп уҡыусылар өсөн ике ятаҡта (егеттәр һәм ҡыҙҙар өсөн айырым) һәйбәт мөмкинлектәр тыуҙырылған, унда ял, уҡыу бүлмәләре лә бар.
Һөнәри белемде нығытыу өсөн төрлө факультативтар, түңәрәктәр ҙә ойошторола. Шулай уҡ ижади яҡтан үҫеш өсөн йыр, бейеү ансамблдәре, театр, ҡурай, гармун һ.б. түңәрәктәр уңышлы эшләй, йәнең теләгәненә барып шөғөллән, һәләтеңде үҫтер.
Техникумда спортҡа ҙур иғтибар бүләләр. Уның 15 төрө буйынса секциялар эшләй. Студенттар йыл һайын ҡала, республика ярыштарында лайыҡлы урындар яулай. Ғөмүмән, механика-технология тех­ни­кумы үҙ студенттарының һәр яҡлап үҫеше өсөн тырыша. Техникумда белем һәм рухи көс туплаған студенттар оло тормош юлына ныҡлы әҙерлек менән баҫа, үҙ урынын табыуға өлгәшә.
Һөнәрле һәм эшле булам, тиһәң...Һәр ерҙә уңыш, ҡаҙаныштар нигеҙен етәксе һала, уның ойоштороу һәләте, кешеләргә мөнәсәбәте коллективтың эшмәкәрлегенә ың­ғай йоғонто яһай. Техникум директоры, Рәсәй Федерацияһының почетлы урта һөнәри белем биреү хеҙмәткәре Хәмит Рәшит улы Ҡунаҡҡоловтың (һүрәттә) хеҙмә­те баһалап бөткөһөҙ. Уның етәкселегендә коллектив агросә­нәғәт тармағы өсөн кадрҙар әҙер­ләүҙең яңы алымдарын тормошҡа ашыра. Техникумды тамамлаған йәш белгестәр Мәлә­үез ҡалаһы һәм районында ғына түгел, республика, Рәсәй төбәк­тәрендә лә эш таба. Мәҫәлән, В. Кир­санова – Белорет һөт заводында цех начальнигы, В. Сагла­ев – “Мәләүез шәкәр заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең баш инженеры.
Техникум, студенттар юғары бе­лем алһын өсөн, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Мәскәү дәүләт технология һәм идара итеү университеты менән килешеүҙәр төҙөгән. 2011 йылда урта һөнәри белем биреү буйынса уҡыу йорттары араһында Башҡортостандың иң яҡшы учреждениеһы булараҡ, диплом менән бүләкләнде. Ә инде 2014 йылда мәләүездәрҙең Рә­сәйҙең “Иң яҡшы 100 уҡыу йорто” иҫәбенә инеүе техникумдың абру­йы юғары булыуы хаҡында һөйләй.



Автор: Г. ӘМИНЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 1 231

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 969

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 1 154

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 1 266

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 1 084

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 1 271

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 1 060

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 1 346

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 369

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 307

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 316

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 262