Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хеҙмәт кешеһенә — иғтибар һәм хөрмәт
Хеҙмәт кешеһенә — иғтибар һәм хөрмәт Кисә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр Рәсәй Президентының Рәхмәт хатын, Салауат Юлаев орденын, республиканың Почет грамоталарын, атҡаҙанған хеҙмәткәр исемдәрен алды.

Хеҙмәт кешеһенә иғтибар һәм хөрмәт бер көн менән генә сик­лә­нергә тейеш түгел – был хәҡи­ҡәтте республика етәкселеге күптән маҡ­сат итеп алған. Шуға ла Башҡорт­останда эшләүсе халыҡҡа иғтибар һәр ваҡыт көн ҡаҙағында ҡала. Ә кисәгеләй тантаналар иһә – ана шул хөрмәттең бер сағылышы ғына.
Был юлы Рөстәм Зәки улы бү­ләкләү тантанаһын айырым шәхес­тәрҙең ҡаҙаныштарын баһалауҙан башланы, уларҙың уңыштарын, еңеүҙәрен билдәләп үтте. Әйтәйек, республика Башлығы Салауат Юла­ев орденына лайыҡ тип табылған билдәле баянсы Ридик Фәсхет­диновтың ижадына битараф түгеллеген йәшермәне.
Хеҙмәт кешеһенә — иғтибар һәм хөрмәт— Виртуоз баянсы оҫталығы һәм таланты менән күптәрҙең күңелен яуланы. Шәхсән үҙем Ридик Әхмәт улы менән үткән быуаттың 70-се йылдарынан танышмын. Беҙгә рәс­ми делегация составында Герма­нияға бергә сәфәр ҡылырға тура килде. Мин уны бөгөн дә эш тип янып йәшәгән шәхес итеп беләм, — тине ул.
Эстонияның баш ҡалаһы Тал­линн­­да эшләп килгән “Ағиҙел” башҡорт мәҙәни ойошмаһы рәйесе Флүзә Хәйруллинаның хеҙмәтен дә юғары баһаланы Рөстәм Зәки улы.
— Ситтә йәшәгән милләттәштәре­беҙҙе берләштереүҙә, алыҫ тараф­тарҙа телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы һаҡлап алып ҡалыуҙа һеҙҙең тырышлығығыҙ баһалап бөткөһөҙ, — тине ул. Әйткәндәй, Флүзә Тимерғәзим ҡыҙы ла Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.
Рөстәм Хәмитов шағир Әсхәл Әхмәтҡужиндың (Әсхәл Әхмәт-Хужа) ижадына ла айырым туҡталды.
— Һеҙҙе танылған шағир һәм яҡшы тәржемәсе тип беләбеҙ. Хеҙмәтегеҙҙең тап быйыл — юбилей йылында Башҡортостан Респуб­ликаһының Һәҙиә Дәүләтшина исе­мендәге дәүләт премияһына лайыҡ булыуы оло мәртәбә, — тине ул, яҙыусының ижадын баһалап.
Бүләкләнеүселәр араһында гәзи­тебеҙҙең күптәнге дуҫы, “Танып” шифаханаһы директоры Кашшаф Ямалетдинов та бар ине. Ул Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын алып һөйөндө. Әйткәндәй, бәхетленең ҡунағы ла бер көндө тигәндәй, Кашшаф Сәйфетдин улы тантанаға Мәскәүҙә үткән “Шифаханалар-2015” Бөтә Рәсәй форумынан ҡайтып барышлай туҡтаған. Бүләктәре тос: “Танып” шифаханаһы коллективы төрлө номинацияла биш алтын миҙалға лайыҡ булған!
— Татыу, берҙәм коллектив — уңыш-ҡаҙаныштарҙың төп нигеҙе. Беҙҙә тәжрибәле, үҙ эшен яратҡан хеҙмәткәрҙәр тупланған. Халыҡ өсөн эшләгәнебеҙҙе аңлайбыҙ, шуға бурыстарыбыҙ ҙа, маҡсаттарыбыҙ ҙа, киләсәккә пландарыбыҙ ҙа тәү сиратта яуаплылыҡҡа ҡайтып ҡала, — тине Кашшаф Ямалетдинов.
Дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһына килгәндәрҙең һәр ҡайһыһы хаҡында, уларҙың ҡаҙаныштары, еңеүҙәре тураһында әллә күпме һөйләргә булыр ине. Шулай ҙа хеҙмәт батырҙарын бер­ләштергән бер сифатты билдәләп китмәй мөмкин түгел: ул да булһа – профессионаллек. Ҡайҙа ғына, ниндәй генә тармаҡта эшләһәң дә, һайлаған һөнәреңә тоғро ҡалып, башҡарған бурыстарыңды халыҡ мәнфәғәтенә йүнәлткәндә генә ошондай бейеклектәргә өлгәшергә мөмкиндер ул.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840