Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мин илай ғына беләм...”
“Мин илай ғына беләм...”Баш ҡалабыҙҙағы “Хәсрәтле әсә” мемориалы. Почетлы ҡарауыл һаҡта тора. Оркестр уйнай. Кадет корпусы курсанттары тигеҙ сафҡа теҙелгән. Һағышлы йыр йөрәктәргә үтеп инә. Ана, оло ғына йәштәрҙәге апай күҙ йәштәрен һөртөп-һөртөп ала. Ауыр булһа ла, һүҙ ҡушам.
– Войцехович Маргарита, – тип таныштырҙы апай үҙе менән. – Улым Анатолий иҫән булһа, быйыл уға илле йәш тулыр ине. “Улығыҙ тураһында бер аҙ һөйләгеҙ әле”, – тигәс, ул:
– Мин илай ғына беләм, – тине ул, күҙ йәштәренә төйөлөп. – Анатолийҙы 1981 йылда армияға оҙаттыҡ. “Минең өсөн борсолмағыҙ, яҡшы хеҙмәт итәм, бөтәһе лә һәйбәт”, тип хаттар яҙыр ине. Ике йылдан һуң уның менән бергә киткән егеттәр барыһы ла хеҙмәтен тултырып ҡайта башланы. Беҙ түҙемһеҙләнеп улыбыҙҙы көттөк. Көтмәгәндә уның үлеме хаҡында хәбәр алғас, ышанмай торҙоҡ. Көн менән төн буталды…
Нуриман егете Илшат Сафиуллин да 1983 – 1985 йылдарҙа афған михнәттәрен үҙ иңендә татыған.
– Һөлөк кеүек егеттәр башын һалды, – тине ул, ауыр һулап.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғиззәтуллин, ҡаһармандарҙың ата-әсәләре, туғандары, хеҙмәттәштәре һәйкәлгә сәскә һалды, батырҙарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды.
И. ХАҠОВ.


* * *

“Мин илай ғына беләм...”Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 23 йыл тулыу айҡанлы, Конгресс-холда хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған ватандаштарыбыҙҙы иҫкә алдылар. Был сараға республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән һуғышта улдарын юғалтҡан ата-әсәләр, шулай уҡ иҫән-һау ҡайтҡан яугир-интернационалистар йыйылды. Хәтер кисәһендә республикабыҙҙың Президент Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Марат Мәрҙәнов, Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта ҡатнашты.
Мәғлүм булыуынса, Афған һуғышы 1979 — 1989 йылдар һуҙымында дауам итте. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, был ҡан ҡойошта 15 051 яугиребеҙ һәләк була, 53 753-ө яралана, 417-һе хәбәрһеҙ юғала. Меңәрләгән әсәләрҙең күҙ йәштәрен түктергән һуғыш шаңдауы беҙҙең республикабыҙҙы ла урап үтмәй. Башҡортостан үҙенең 343 аҫыл улын юғалта, ә алтауһы хаҡында әле булһа ла хәбәр юҡ.
Марат Мәрҙәнов Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың тәбрикләү хатын уҡып ишеттерҙе:
“Был һуғышта зыян күреүселәрҙең ғаиләһе хаҡында хәстәрләү — беҙҙең төп бурысыбыҙ, — тиелә унда. — Яугир-интернационалистар һәр саҡ үҙ-ара дуҫлыҡ,“Мин илай ғына беләм...” Ватан алдында яуаплылыҡ һәм патриотизм менән айырылып тора. Һеҙ бөгөн дә республикабыҙ иҡтисадында һәм социаль өлкәлә намыҫлы хеҙмәт итәһегеҙ, йәш быуынды илһөйәр итеп тәрбиәләүҙә ҙур эш алып бараһығыҙ”.
Сараға килеүселәр араһында бихисап миҙал таҡҡан Гөлфиә Мөҙәрисова ла бар ине. Ул да һуғыштың барлыҡ михнәтен ирҙәр менән берҙәй күтәргән.
— Яуҙаштарым менән осрашҡанда иламай түҙә алмайым. Күпме егеттәр әрәм булды. Ә уларға әле йәшәргә лә йәшәргә ине. Ер йөҙөндә һәр саҡ тыныслыҡ, имен тормош булһын. Бер үк һуғыш ҡабатлана күрмәһен, — тине отставкалағы прапорщик Гөлфиә Хафиз ҡыҙы.
А. АБҘАҠОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518