Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өсмөйөшлө һалдат хаттары
... Йәмле йәй көндәренең береһендә, ишек урынына ике ҡаҙаҡҡа эленгән балаҫты күтәреп, Гөлбоҫтан еңгә килеп инде.
– Гөлсөм, тиҙ бул, кейен. Беҙгә барабыҙ. Ир-егеттәр эштә. Ҡыҙҙар менән сәй эсәбеҙ.


Гөлбоҫтандан тиҙ генә ҡотолоп булмай. Гөлсөм ризалашмаһа ла, тегеһе беләгенән тотоп алып сығып китте. Оҙаҡ та барманылар, тыҡрыҡ буйында уларҙы Мөхәмәтҡол менән Ниғәмәт көтә ине. Саҡ ҡына ситтәрәк ауылдың иң сибәр егете Ҡасим баҫып тора һәм ни өсөндөр сабатаһына төбәлгән... Шулай итеп, 15 йәшен генә тултырған Гөлсөмдө Ҡасимға урлап алып китәләр. “Ҡурсаҡ уйнауҙан саҡ туҡтағайным”, – тип көлөмһөрәй ине Өммөгөлсөм инәй йәшлеген иҫкә төшөргәндә.
Йәштәр матур донъя ҡороп ебәрә, тәүге ҡыҙҙарының ғүмере оҙон булмай. 1933 йылда улдары Зада, 1937 йылда – Нурзиҙә, 1939 йылда Флүзә тыуа. Ҡасим Үтәев “Сит йылға” колхозында хисапсы була, ә Гөлсөм бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡыр эштәрендә, ҡышын фермала көс түгә.
Көтмәгәндә һуғыш башлана. Ул ваҡытта Ҡасим Алкинда йыйында була. Тәүге көндәрҙә үк фронтҡа китә. Үтәймулла ауылына ул һалдат кейемендә хушлашырға ҡайта. Өммөгөлсөмө, бәләкәй генә өс балаһы – һөйөклө кешеләре менән мәңгелеккә һаубуллаша. Уларға башҡа күрешергә насип булмай, бары тик өсмөйөшлө хаттар аша ғына уй-хистәрен бер-береһенә еткерәләр.
“...Гөлсөм, һиңә, улым Задаға, ҡыҙҙарым Нурзиҙәгә, Флүзәгә күкрәгемдең иң нескә еренән сыҡҡан ҡиммәтле һәм һағынышлы сәләмдәремде ебәреп, киләсәктә һеҙҙең менән бергәләп шат, рәхәт ғүмер кисереүҙе теләп ҡалам. Әңкәйемә һәм әбейгә шулай уҡ һағынышлы сәләм. Иптәштәрем Зәки һәм Миңлеғолдан сәләм. Үҙебеҙ бөгөнгө көндә Калинин өлкәһе Великие Луки ҡалаһының ҡояш сығышы яғындабыҙ. Күпме көндәр, күпме төндәр үтте, өйҙән сығып киткәнгә ике ай булды.
Ауылдарҙа бер кеше лә юҡ, тәрбиәһеҙ ҡалған тауыҡ-себештәр, быҙауҙар һәм һарыҡтар ғына күренә. Кис булһа, тыуған тупраҡ иҫкә төшә, күңел йомшара. Төрлөһө хаҡында уйланып, күҙгә йәш тула. (9 август)”.
“...Беҙҙең хәлгә килгәндә, 4 июлдән бирле фронттабыҙ. Иптәштәрем – Өсбәлеш ауылынан Мөбәрәк менән Миңлеғолдан сәләм. 13 июлдә Дауытты күргән инем, айырылып китергә тура килде. Зәки ранен булды. 4 июлдән бирле 400 саҡрым йәйәү йөрөлдө. (1941 йыл, 21 июль)”.
“Сәхиулла ағайға, Мәхмүзә еңгәгә, Шәрифуллаға, Һәҙиә еңгәгә, Маһани киленгә, Абдулла бажаға, Кәримә апайға, Садиҡ бажаға, Ғәниә апайға, Сәғәҙәт еҙнәгә, Афзалға, Әбүбәкер ағайға, Факиһа еңгәгә һ.б. сәләм!
Ярар, йәнем, хатты дауам итергә ваҡыт юҡ. Иҫән булһам, яҙырмын. Үткәргән ауыр сәғәт-минуттарҙы күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Алла ғүмер, бәхет бирһә, бер ҡайтырбыҙ әле, тип уйлаған булабыҙ”.
Был – Ватанды һаҡлаусының һуңғы хаты. Ҡасим Үтәевтең ҡайҙа һәләк булғанын бер кем дә белмәй. “Хәтер” китабында “1941 йылдың 22 июнендә” тип яҙылған. Ысынында иһә Ҡасим 1941 йылдың август айында ла иҫән булған. Һуғыштан ҡайтҡан окопташы Мөбәрәк бабайҙың һөйләүе буйынса, улар әсирлеккә төшкән. Шунда уҡ ҡасырға булғандар, тик Ҡасим һалдат: “Үҙең генә ҡас, минең хәлем юҡ. Гөлсөмгә һәм балаларға сәләм әйт”, – тигән. Ауылға ебәргән һуңғы һүҙҙәре был.
Өммөгөлсөм инәй һөйөклө иренең “Балаларҙы нисек тә булһа яҡшы ҡарарға тырыш, әҙәмдән көлдөрмә. Донъя көтөргә һине өйрәтеп тораһы юҡ”, – тигән васыятына тоғро йәшәп, 100 йәшкә етә яҙып мәрхүмә булды. Әле Үтәймулла ауылында ҡыҙҙары Флүзә генә иҫән.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506