Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ уҡытыусыһы
Халыҡ уҡытыусыһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдары һәр ғаиләгә һынау булды. Яу яланындағылар дошман пуляларынан һәләк булһа, тылдағылар Еңеү өсөн һәр көн фиҙакәр көрәш алып барҙы, әҙәм сыҙай алмаҫлыҡ юҡлыҡтарҙы үткәрҙе, өшөнө-туңды, яҡындарын юғалтыуҙан әсе күҙ йәше түкте, әммә түҙҙе. Аслы-туҡлы балалар мәктәптәрҙә уҡыны, студенттар институттарҙа белем алды.
Мәхшәр бөткәс тә йәшәргә, илде күтәрергә кәрәк ине. Һуғыш башланғанда үҫмер генә ҡыҙ Мәхтүмә Яхинаның иңенә лә өлкәндәр күтәрә алмаҫ ҡайғы-хәсрәт төшә, әммә ныҡыш ҡыҙ бирешмәй, барса һынауҙарҙы еңеп сыға, яратҡан уҡытыусы һөнәренә диплом ала.
Ошо һөнәр өсөн генә тыуған кеше булараҡ, ул бер ваҡытта ла үкенмәй.


Мәктәп йылдарынан һәр баланың күңе­лендә бер-ике уҡытыусыһының һыны, улар тураһында йылы иҫтәлектәр мәңгегә ҡала. Ундайҙар тура­һында уҡытыусы феномены тип әйтергә лә була. Педагогика тарихында Шаталов, Ильин һ.б. уй­лап тапҡан алым­дарҙы ҡулланып уҡытыуҙы та­лап иттеләр. Шундай уҡ бөйөк педагогтар, уларҙың ҡабат­ланмаҫ шәхсән уҡытыу алымдары беҙҙең республикала ла булды, уларҙы бөтөн Рәсәй кимәленә сығарыу ғына етмәне. Уҡытыуҙы төп тәрбиә сығанағы итеп, үҙ фәнең менән мауыҡтырыу ғына түгел, уҡыусыларыңдың фәнни асыштар яһап, донъяға исемдәре танылған ғалим­дар булып китеүҙәрен күреп йәшәү, улар менән даими аралашыу – һирәктәргә тейгән бәхет.
Халыҡ уҡытыусыһыБөгөн инде 90 йәшкә еткән физика уҡытыусыһы Мәхтүмә Ислам ҡыҙы Яхина – республиканың 1-се мәктәп-интернатында төрлө йылдарҙа уҡып белем алғандар өсөн яҡын, ҡәҙерле остаз. Фатирының ишеге әле лә йылдың төрлө мәлдәрендә яратҡан уҡытыусылары менән бер ултырып һөйлә­шеүҙе бер ғүмергә һанағандар өсөн һәр саҡ асыҡ. Телевизорҙан ғына күрергә мөм­кин булған олпат шәхестәрҙең сәскә тотоп килеүенә күршеләре лә аптырамай, сөнки Мәхтүмә апайҙың изгелекле, хөр­мәтле кеше булыуы бер кемдә лә шик тыуҙырмай.
Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан, Америка, Германия, Францияларҙан ҡотлаусылар туҡтамай. Уҡытыусыбыҙ әле лә шаян һүҙ­ле, яҡшы хәтерле, күҙҙәренән нур бөркөлөп тора. Яңыраҡ ҡына уның архивы менән таныштым, ғүмер буйы уҡыусыларынан, бала­ларынан, ейәндәренән алған һәр ҡот­лау­ҙы йыя барған. Гәзит-журналдарҙан мәҡәлә, һүрәтләмәләрҙе, Хөкүмәт ҡотлау­ҙарын, иҫтәлекле наградаларҙың документтарын, фотоларҙы, хаттарҙы папкаларға һалып, тыштарына яҙып ҡуйған.
Уҡыусылары тураһында матбуғат биттә­рендә баҫылған очерктар – үҙе бер папка. Телевидение тапшырыуҙарын үҙе дисктар­ға күсереп яҙған. Кем тураһында икәнен билдәләп ҡуйған. Был тиклем байлыҡ! Кәйефе килгән һайын берәйһен алып экрандан ҡарай, уҡыусы бала булған мәлдә­рен иҫенә төшөрә, нисек тырышып фән үрҙәрен яулауын да һөйләп ала. Уларҙы китап итеп сығарыуға ла мөмкинлек булыр кеүек. Туғандарын хәтерләп, үҙ балалары өсөн шәжәрә төҙөгән. Бөтәһе лә аңлаһын өсөн урыҫса яҙған. Үҙ нәҫелен белеп, ғорурланып йәшәй ул, улар араһында старшиналар, профессорҙар, академиктар, осоу­сылар, педагогтар, эшҡы­уарҙар, инже­нерҙар бар.
Мәхтүмә Ислам ҡыҙы Яхинаның булмышын аңлау өсөн уның бала сағын байҡамай булмай. Ул Ауырғазы районының Бәпес ауылында тыуған. Етеш йәшәгән ата-әсәһе, туғандары янында бәхетле балалыҡ йылдарын үткәргән. Бәләкәйҙән ярҙамсыл, уңған, яғымлы булып үҫә. Ҡупшы кейенергә ярата: әберкәле күлдәге менән камзулын әле лә яҡшы хәтерләй. Өй һалғанда бәлә­кәс кенә ҡулдары менән таш күтәреп кил­терергә тырышыуы, әсәһенә ярҙам булһын тип, иҙән-кер йыуыуы, көйәнтәләп һыу ташыуҙары...
1932 йылда ғаиләләре Раевкаға күсенә. Биш балаға белем биреү теләге көслө була ата-әсәлә. Ер иҙәнле, ике бәләкәс кенә бүл­мәле өй бирелә. Станцияға яҡын булғас, туҡтауһыҙ кемдәрҙер килеп, бер кискә булһа ла туҡтап йоҡлап китә. Ул йылдарҙа берәй самауыр сәйҙе ғаилә менән генә эскәндәре булдымы икән? Биш балаға ултырып дәрес әҙерләүгә уңайлы шарттар булмаһа ла, яҡшы уҡый Ислам ағайҙың балалары. Мәхтүмә Яхина мәктәпте бишле билдәләренә генә тамамлап, Өфөгә юғары белем алырға юллана. Ҡулында – фанер сумаҙан, баш тулы – белем, йөрәк тулы – уҡытыусы булыу теләге. Ял көндәрендә өйҙө күреп килергә билетҡа аҡса етмәһә, вагон араларында, тауар составтары башына эләгеп кенә барырҙай урын булһа ла, шунда өшөп-туңып ҡайтыуҙары, поезд туҡ­та­маһа, һикереп төшөп ҡалыуҙары, әсә­һенең уның туңған аяҡтарын йылытып, төрлөсә имләп алыуҙары тураһында күңелдәре нескәреп иҫләп ала.
Әсәһе Вазифа апайҙы бик уңған, изгелекле кеше тип хәтерләй уҡытыусым. Ул шундай матур йырлаған, әллә күпме шиғыр белгән, балаларына кистәрен шуларҙы һөйләй торған булған. Латин хәрефе менән яҙылған әкиәт китаптарын мәжбүри уҡыт­ҡан, Ж. Верндың барлыҡ томдарын уҡып һөйләп күрһәткәндәр. Рауил ҡустыһына етеүсе булмаған, шуға китап уҡыған өсөн “премия” – кипкән емештәр — күберәген уға эләккән. Әсәләре ризыҡ йүнәтеү өсөн Стәрлегә йәйәүләп барып тоҙ алып ҡайта, ҡайһы берҙә 10 йәшлек Мәхтүмә лә уның менән юлға сыға. Тоҙҙо биштәрләп алып ҡайталар, стаканлап ҡына һаталар йә башҡа ризыҡҡа алмаштыралар. Башаҡ йыйыуға ла бергәләп йөрөйҙәр. Мәхтүмә әсәһен шул тиклем йәлләй, саҡ ҡына булһа ла ҡул араһына инергә тырыша. Тәмле итеп аш бешереп, станцияға алып сығып һаталар. Уҡырға киткәндә Мәхтүмә, шулай итеп, “йәшәргә ынтылыу мәктәбе” дәрестә­рен яҡшы үҙләштереп юлға сыға.
Үкенескә ҡаршы, ошо йылдарҙа ул иң яҡын кешеләрен юғалта: атаһы ла, әсәһе лә мәрхүм булып ҡуя. Бәләкәс туғандарын үҫтереү Мәхтүмәнең иңенә төшә. Бәлә­кәс­тәрҙе балалар йортона урынлаштыра ул. Үҙе тырышып уҡып, ҡыҙыл диплом менән физика һәм математика уҡытыусыһы бу­лып институтты тамамлай. Хөмәйрә әхирә­те­нең (Башҡортостандың атҡаҙанған уҡы­тыусыһы Хөмәйрә Йыһанур ҡыҙы Йән­тилина) тыуған яғы Сибайға эшкә юллана.
Тормошонда килеп сыҡҡан тәбиғи үҙгә­рештәр Мәхтүмәне Сибай еренә оҙаҡҡа бәйләмәй. Егерме йәше саҡ тулған йәш уҡытыусы ауырлыҡтарға аптырап ултырмай, улар сыныҡтыра, көслөрәк итә икәнен бик яҡшы аңлай. “Бары үҙеңә генә ыша­нырға кәрәк! Көслө булһаң, уҡыусыларыңа ярҙам итә алһаң, һине хөрмәт итәсәктәр, һинең менән иҫәпләшәсәктәр!” – ошо һүҙ­ҙәр Мәхтүмә Яхинаның тормош девизына әйләнә.
Октябрьский ҡалаһына физика уҡытыу­сыһы итеп эшкә алалар. Шунан Өфөлә педагогия институтында лаборантка була, Саҡмағош районының Иҫке Ҡалмаш мәк­тәбендә лә эшләргә тура килә. 1957 йылдан Өфөлә төпләнә, яҙмышын һуғыш ваҡы­тында етем ҡалған балаларҙы уҡытыуға арнай. Дәрестә практик тәжрибәләр күр­һәтеү мөмкинлеге булмағас, күрше мәктәп менән һөйләшеп, физик тәжрибәләрҙе шун­да һынайҙар, бер кластың дәресе бөтөүгә икенсеһе килеп етә. Хәл итмәҫтәй мәсьә­ләләр юҡ шул был донъяла, аҡыллы кешеләр һәр саҡ уртаҡ тел таба.
Физика фәне мәктәп программаһында еңелдәрҙән түгел, уны һәр бала “бишле” билдәһе алырлыҡ итеп үҙләштерә алмай. Мәхтүмә Ислам ҡыҙы физика дәрестәрен шиғри телдә уҡытты. Беҙҙе уратып алған ҡатмарлы физик күренештәрҙе шул тиклем ябай итеп үҙ теле менән аңлата белде. Әкиәт кеүек йотлоғоп тыңлайһың да рәхәтләнеп ҡабатлап һөйләйһең. Ул үҙе уҡытҡан фәнде барса нескәлектәре менән белде, фәнни яңылыҡтарҙы ла ваҡытында уҡып алып, программала ҡаралған материалды байытып бирҙе. Үҙ фәнен дә, күҙенә ҡарап тыңлап ултырған уҡыусыларын да ихлас яратты. Рус һәм башҡорт телдәрендә оҫта, акцентһыҙ һөйләй алды, урыны менән теманы шулай аңлатырға кәрәк булғандыр. Һуңғараҡ беҙ уның физика дәреслектәрен башҡортсаға тәржемә иткәнен белдек. Үҙенә шул тиклем талапсан булыуы уҡыу­сыларына ла күскәндер. Физиканан өйгә эште бер кем дә әҙерләмәй ҡалмай. Беҙҙең класта бер ҡыҙыҡай ятлап ала торғайны хатта, “смотри на рисунке” тигән һүҙҙәр ҙә ятланмай ҡалмай. Дәрес аҙа­ғында тормош тураһындағы мәғәнәле әңгәмәләрен дә онотмай уҡытыусыбыҙ, киләсәктә кәрәк булырҙай кәңәштәрен кинәйәләп тә, шаяртып та, туп-тура ярып та әйтә ине. Уның тәҙрә янына барып баҫып, егеттәргә генә төбәп: “Яҡшы ҡыҙҙарҙы ситтән эҙләмәгеҙ, улар һеҙҙең янда йөрөй. Иң ышаныслы, тоғро, уңған ҡатын булыр­ҙайҙарына яҡын­даныраҡ ҡарағыҙ!” – тип ҡабат-ҡабат иҫкәр­теүҙәре иҫтә ҡалған. Үҙе шулай тип әйт­кәндән һуң рәхәтләнеп көлөп алыр ине.
Дәрестәрҙең аҙағы ошондай нотала тамамланыуы “икеле” алғандың кәйефен дә бер аҙ еңеләйткән кеүек. Дәрестә аңла­ма­ғанды өйөндә аңлатыуҙы үтенеп килгәндәр­гә ул һәр саҡ ишектәрен асты, теманы төшөн­дөрҙө, сәй эсереп тә ебәрер, бала­ның эске донъяһын байҡар, туғандары тураһында белешер ине.
Уҡытыусы кеше баланы матурлығы менән дә арбай. Мәхтүмә Ислам ҡыҙының бөҙрә сәстәре матур итеп йыйылған, өҫтөндәге күлдәге ентекле үтекләнгән, кофталарынан ап-аҡ сафлыҡ бөркөлә... Дәрес­кә ингәс, еңел аҙымдар менән текелдәтеп баҫып, тиҙ генә журналды барып ала. Шу­нан эш өҫтәле янына килеп, һәр приборҙы теүәлләп тикшерә. Тәжрибәләр күрһәткәндә бер ниндәй ҙә көтөлмәгән хәл тыуырға тейеш түгел.
Беҙҙең дәрестәргә йыш ҡына күмәк уҡытыусылар инеп ултыра торғайны – Мәхтүмә Ислам ҡыҙы ҡала, республика кимәлдәрендә асыҡ дәрестәр биргән икән. Ул турала балаларға әйтеп тә тормай ине. Алдан кемделер әҙерләү тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел. Ул йылдарҙа техник вуздарға ынтылдылар. Рәсәйҙең төрлө ҡалаларына барып имтихандар бирҙеләр. Ҡайҙа ла физика кәрәк ине. Интернатыбыҙ уҡыусылары физиканан һынауҙы гел “бишле”гә генә биреп, мәктәптә ныҡлы уҡытҡандарын иҫбат итте.
Мәхтүмә Ислам ҡыҙы үҙ фәненә ҡағыл­ған һәр мөмкинлекте файҙаланды. Прог­рамма буйынса заводтарға, фабрикаларға төрлө экскурсиялар ҡаралғайны. Беҙ ҙә һабаҡташтар менән заводҡа барҙыҡ. Олимпиадаларҙа ла беҙҙең кластан әүҙем ҡатнаштылар. Республикала ғына түгел, Рәсәй күләмендә лә 1-се мәктәп-интернатты танынылар. Приз­лы урынһыҙ ҡайтыусылар юҡ ине.
Мәхтүмә Ислам ҡыҙы булырҙайҙы кү­ңеле менән таный белде. Был — уның тәбиғи һәләте. Бер ваҡыт ҡышҡы олим­пиадаға уҡыусылар һайлайҙар. Ул Сәйәхов Рәмилгә:
— Һин ҡатнашаһың! – ти.
— Юҡ, мин физиканы белмәйем, оятҡа ҡалам! – ти уҡыусыһы.
Мәхтүмә Исламовна уны бер нигә ҡарамай олимпиадала ҡатнаштыра. Район, ҡала, республика буйынса беренсе урын­дарҙы яулай Сәйәхов. Шунан Новосибирск ҡалаһында әҙерлек үтеп, Бөтә Союз олим­пиадаһы һәм Халыҡ-ара олимпиада еңеү­сеһе булып ҡайтып төшә. Әле ул — исеме донъяға билдәле физика фәндәре докторы, академик.
Шулай итеп, Мәхтүмә Ислам ҡыҙының исемен вуздарҙа таныйҙар, ҡабул итеү имтихандарына саҡыралар. Республиканың 1-се мәктәп-интернатында 40 йыл эшләү дәүерендә күптәргә ҡанат ҡуя ул, яҙмыш­тарын дөрөҫ һайларға ярҙам итә. Бөгөнгәсә уны һәр байрамда онотмай ҡотлаған уҡыу­сы­ларының береһе, “Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең элекке генераль директоры Салауат Ғай­син үҙенең иҫтәлектәр китабында бына нимә тип яҙа: “Бик бәхетле инем. Белемгә һыуһап уҡы­ным. Ҙур рәхмәт тойғолары менән яратҡан уҡытыусым М.И. Яхинаны иҫкә алам. Ул — Хоҙайҙан фатиха алған педагог.
Физиканы уҡытып ҡына ҡалманы, үҙ фәненә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм яратыу тойғоларын да һеңдерҙе. Ул бөгөн дә юғары кимәлдәге педагог-профессионал булып ҡала. ХХI быуат уҡытыусылары өсөн үрнәк булырлыҡ шәхес. Балалар күңелен уйла­ғанда, уларға ҡағылышлы ваҡ-төйәк булмай, бөтәһе лә мөһим. Ул шундай педагог. Мин Мәхтүмә апайҙың дәрестәрен мульт­сериалдың дауамын көткәндәй көтөп ала инем”.
Билдәле тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров: ”Уйлайым-уйлайым да, Һеҙҙең, Мәхтүмә Исламовна, минең тарихсы булыуға йо­ғонтоғоҙ ифрат ҙур булды, тип ҡуям. Физикала Һеҙ фактик материалдарҙы тәрән анализларға, уларҙы йыйырға, асылына төшөнөргә өйрәттегеҙ. Хеҙмәтегеҙ беҙҙең өсөн үҙегеҙ кеүек бөйөк. Рәхмәт һеҙгә!” — ти.
Мәхтүмә Ислам ҡыҙының архивында Башҡортостан тарихы, тел яҙмышы тура­һында уйланыуҙары яҙылған мәҡәләләре лә ята – улар матбуғатта баҫылып сыҡҡан.
Беҙ уҡып бөтөр йылда мәктәпкә директор итеп Хөсәйен Хәсән улы Яубаҫаров тәғәйенләнде. Ул килеү менән уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһына Мәхтүмә Ислам ҡыҙын тәҡдим иткән. Улар байтаҡ ваҡыт бергә эшләй, мәктәптең тәр­биә һәм уҡыу процесын күтәрә. Мәхтүмә Ислам ҡыҙы ғәҙеллеге, талапсанлығы менән коллегаларында хөрмәт уята. Ҡарап тороуға ҡорораҡ булып күренһә лә, Мәх­түмә Ислам ҡыҙы ысынында – нескә шиғри күңелле, йырҙы, сәнғәтте яратҡан, киң эрудициялы кеше.
Уның бик кәрәк саҡта урынлы итеп шаян һүҙ һөйләүе йә магнитофонынан күңел йыуатырлыҡ берәй йырҙы яңғыратып ебә­реүе лә артыҡ һүҙҙәр һөйләүҙе урынһыҙ итеп ҡуя. Кешенең күҙенә ҡарап та эсендә янған уттарын белеп тора уҡытыусыбыҙ. Уның менән театрға барһаң да, аҙым һайын кемдер килеп ҡосаҡлап алып иҫәнләшә, ихлас шатланып, яратып һөйләшә уҡытыу­сыһы менән.
1-се республика мәктәп-интернатында пенсия йәшенә еткәнсе эшләгәндән һуң, билдәле сәбәптәр арҡаһында, пенсия сы­ғырға һигеҙ ай ҡалғас, Мәхтүмә Яхина мәктәптән китә. Был аҙымды эшләүе еңел булмай уға. Ҡаланың 49-сы мәктәбендәге спорт класын бирәләр. Уҡытыусы ла, тәрбиәсе лә була, оҙайлы көн төркөмөндә лә эшләй, төрлө фәндәрҙән консультация ла бирә. Бер генә йыл эшләһә лә, спорт класы балалары уны һаман онотмай. 1-се башҡорт балалар йортонда тәрбиәсе булып та эшләй ул. Шунан уны Өфөнөң Октябрь районындағы мәғариф бүлегенә опека эштәре буйынса белгес итеп алалар. Бик ауыр, яуаплы вазифа булып сыға. Етем балаларҙы яҡындарынан яҡларға тура килә, бер туҡтауһыҙ суд ултырыштарында булып, балаға тигән фатирҙы яулап алырға тура килә.
Ике улын Мәскәүҙә уҡытҡан әсә өсөн эш хаҡына ғына йөрөү ауырға төшә, сөнки пенсия аҡсаһын түләмәйҙәр. Бер эштән дә ҡурҡмай ул, киске мәктәпкә йөрөп уҡыта, айырым балалар менән дә шөғөлләнә. Һәр мәктәптә, балалар йорттарында йәмәғәт башланғысында опека советы ағзаларын билдәләйҙәр.
Уҡытыусылар – яуаплы халыҡ, түләмә­һәләр ҙә эшләп өйрәнгән. Байрамдарҙа уларҙың күңелдәрен күреү өсөн башҡарма комитет исеменән открыткалар яҙып, сәй табындары ойоштороп күңелдәрен күрә Мәхтүмә Ислам ҡыҙы. Артабан уны 9-сы балалар йортона психолог итеп саҡыралар. Мәхтүмә Ислам ҡыҙы ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүмдәрҙең яҡын кешеһенә әйләнә. Уларҙы математика, физика, геометрия, рус теле фәндәренән өҫтәмә уҡыта, балалар психологка эс серҙәрен һөйләй, ауыр саҡта килеп һыйына.
75 йәше тулғансы балалар яҙмышы ме­нән бәйле бер эштән дә ҡурҡмай Мәхтүмә Яхина. Һәр ҡайҙа маҡтау, рәхмәт ҡағыҙ­ҙары менән бүләкләнә. Уның “Хеҙмәт ветераны”(1984), “Балаларға йөрәгемде бирәм” (2005), “Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы” тигән миҙалдары янында Мәғариф министрлығы биргән грамоталар ҙа байтаҡ.
Мәхтүмә Ислам ҡыҙы – оҫта хужабикә, яғымлы әсәй. Бына тигән баҡсасы ла! Ул пенсияға сыҡҡас ҡына алған ер биләмә­һен­дә төрлө емеш-еләктәр, йәшелсә үҫтерә. Йөҙөм емешенә тиклем күнәкләп йыйып ала. Һәр сәскәһенә ҡыуанып, ағастары менән һөйләшеп йөрөй. Күршеләре менән татыу йәшәй, бер-береһенә ярҙам итәләр, уңыштарына ҡәнәғәт булып, бергәләп ултырып сәй эсәләр.
Улдары Әнүәр менән Рәмил әсәләрен бик хөрмәт итеп, һәр һүҙенә ҡолаҡ һалып, тыңлаулы, ипле булып үҫкән. Икеһе лә – юғары белемле. Әнүәр Рига ҡалаһында граждандар авиацияһы училищеһында уҡыт­ҡан, баш метролог вазифаһын баш­ҡарған, Өфөләге заводта баш энергетик булып та эшләгән (үкенескә ҡаршы, хәҙер гүр эйәһе). Рәмил Мәскәүҙә йәшәй, радиоэлектроника буйынса инженер. Ейән-ейәнсәрҙәре өләсәйҙәре менән бик татыу йәшәй, хатта уны үҙҙәренең иң яҡын дуҫы тип һанай. Музыкаға һәләтлеләр, йырлай­ҙар, төрлө музыка ҡоралында уйнайҙар. Мәктәп эше ни тиклем мәшәҡәтле булма­һын, үҙ балаларына яҡын кеше булып ҡалырға ваҡыт таба әсәй кеше.
.
Рәсимә ӘХМӘТЙӘНОВА (УРАҠСИНА),
1-се мәктәп-интернаттың 1968 йылғы сығарылыш уҡыусыһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509