Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ћәр кемдең ҡулынан килмәй шул
Ћәр кемдең ҡулынан килмәй шул 2011 йылда күп балалы ғаилә булараҡ шәхси төҙөлөш өсөн ер биргәйнеләр. Уны беҙ рәсмиләштереп, төҙөлөш эштәренә рөхсәт ҡағыҙы алдыҡ. Ләкин йорт һалырға аҡсабыҙ етмәй, өҫтәүенә, был эш хәлебеҙҙән килмәй. Участканы һата алабыҙмы?

Рәшит.
Ишембай районы.


Ер – шәхси милкегеҙ, шуға уны һата алаһығыҙ. Был хаҡта Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 209-cы статьяһында бәйән ителә. Бынан тыш, төҙөлөш эштәренә рөхсәт биргән белешмәнең барлығы күсемһеҙ милекте алырға теләүселәрҙең һанын тағы арттырасаҡ. Өҫтәүенә, уның срогы күсемһеҙ милек икенсе кешегә күскәндә лә юҡҡа сыҡмай.


Үҙенән-үҙе
күсмәй


Бер ай элек ғаиләбеҙгә ҡайғы килде: ҡырҡ биш йыл буйы бергә татыу ғүмер кисергән ирем вафат булды. Ваҡытында фатирҙы ике­беҙ­ҙең исемгә хосуси­лаш­тыр­ғайныҡ. Хәҙер миңә ни эшләргә? Иремдең күсемһеҙ милектәге өлөшө миңә үҙенән-үҙе күсерме?

Өммөгөлсөм инәйегеҙ.

Күмертау ҡалаһы.

Кемдер үлгәс, мираҫ, бигерәк тә күсемһеҙ милек икенсе кешегә үҙенән-үҙе күсмәй. Ћеҙгә биш ай эсендә (ҡануниәткә ярашлы, алты ай эсендә, һеҙҙең осраҡҡа килгәндә, бер ай үткән инде. – А.Н.) нотариусҡа барып, мираҫ эшен асырға кәрәк. Иң мөһиме: үрҙә әйтелгән ваҡыт эсендә мираҫты ҡабул итеүегеҙ тураһында ғариза яҙып өлгөрөгөҙ. Уны рәсмиләштереүгә килгәндә, бының өсөн 75 йыл ваҡыт бирелә. Тап ошо ваҡыт дауамында мираҫ эше һаҡлана. Єгәр ирегеҙҙең фатирҙағы өлөшөн һатырға, алмаштырырға йәки рента договоры буйынса бирергә уйламаһағыҙ, барлыҡ документтарҙы үҙегеҙҙең исемегеҙгә юллағыҙ. Єгәр фатирҙағы өлөштө бер нәмә лә эшләтмәһәгеҙ, рәсми­ләштер­мәһәгеҙ ҙә була. Аҙаҡ был бурысты һеҙҙең вариҫтарығыҙ атҡарыр.


Ҡанундарға ярашлы

Фатирҙы эш урыны аша бир­гәйнеләр. Уны иремә һәм үҙемә хосусилаштырғайныҡ. Хәләл ефетем яҡты донъя менән хушлашҡас, фатирҙағы өлөшөн миңә һәм балаларға тигеҙ итеп бүлделәр. Иремдең законлы ҡатыны булараҡ та тағы өлөшкә дәғүә итә аламмы?

С. САЙРАНОВА.

Межгорье ҡалаһы.

Хосусилаштырыу процесы түләүһеҙ килешеү тип йөрөтөлә, йәғни бер генә яҡ табыш ала. Шуға ла фатир йәки ундағы өлөш законлы никахтағы ир менән ҡатындың дөйөм мөлкәте тип иҫәпләнмәй. Єгәр ирегеҙ васыятнамә ҡалдырмаған икән, ҡануниәткә ярашлы, уның өлөшө ҡатынына һәм балаларына бүлеп бирелә – һеҙҙең осраҡта шулай эшләгәндәр ҙә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 061

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 425

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 956

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 861

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 608

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 215

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 439

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504