Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Батырлыҡ онотолмай

Атайым – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Уның ҡәберендә дәүләт иҫәбенә һәйкәл ҡуйып буламы?
Зәйнетдин.
Өфө ҡалаһы.

“Ветерандар тураһында”ғы 5-се Федераль закондың 24-се, “Ерләү эше тураһында”ғы 83-сө Федераль закондың 11-се статьяларында яҡты донъя менән хушлашҡан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына Рәсәй Оборона министрлығы иҫәбенә һәйкәл әҙерләнә һәм ҡуйыла, тиелә.
Рәсәй Хөкүмәтенең 1994 йылдың 6 майында ҡабул ителгән Љарарына ярашлы, был 29644 һумға баһалана. Ћәйкәл менән бәйле сығымдарҙы түләгән туғандар йәки ойошма тәғәйенләнгән аҡсаны ҡайтарып алыу хоҡуғына эйә. Бының өсөн урындағы хәрби комиссариатҡа түбәндәгеләрҙе тапшырырға кәрәк:
lатҡарылған эште дәлилләүсе документтар (квитанциялар, чектар һәм башҡалар);
lветерандың вафаты тураһында таныҡлыҡ;
lерләнгән урындан белешмә;
lвафат булған яугирҙең ветеран таныҡлығы.




Ниндәй хеҙмәттәр ҡаралған?

Балалар баҡсаһына сиратҡа интернет аша яҙылырға мөмкин тип ишеткәйнем. Ошо һәм башҡа хеҙмәттәр тураһында мәғлүмәт бирмәҫһегеҙме икән?

З. ФАЗЛЕТДИНОВ.

Ҡыйғы районы.

Хәҙер интернет аша әллә күпме эште атҡарырға мөмкин. Шул иҫәптән муниципаль балалар баҡсаһына сиратҡа яҙылырға була. Бының өсөн әсәйҙең йәки атайҙың (икәүһенең береһенең) исем-шәрифтәрен, пенсия страховкаһы таныҡлығының номерын (СНИЛС), электрон почта адресын, бәйләнеш өсөн телефон һандарын, баланың исем-фамилияһын, уның йәшәү урыны буйынса теркәлгән адресын, әгәр бар икән, ташламалар хаҡындағы мәғлүмәтте күрһәтергә кәрәк. Єйткәндәй бер юлы өс балалар баҡсаһына сиратҡа баҫырға мөмкин.
Өҫтәүенә, интернет аша ундан артыҡ хеҙмәт күрһәтелә. Шуларҙың иң мөһимдәре тураһында әйтеп үтмәксебеҙ. Пенсия фондындағы шәхси иҫәпте белеү уңайлы – бер нисә минут талап ителә. ЮХХДИ-ға штраф түләргә тейешһегеҙме-юҡмы икәнен асыҡлау өсөн шоферлыҡ танытмаһының һандарын һәм автомобилдең дәүләт номерын белеү етә. Єгәр бурысығыҙ булһа, квитанцияны принтерға сығарып алыу мөмкинлеге лә бар.


Клиенттың хоҡуғы яҡлана

Бер йыл элек итек һатып алғайным, әлегәсә уны ике тапҡыр ғына кейҙем. Яңыраҡ табанының кителеүен күреп ҡалдым. Магазинға барғайным, гарантияһы бөткән тип аңлаттылар. Шуға дәғүәләр ҙә урынһыҙ, имеш. Мин уларға ышаным етмәйем.
Зинира.
Салауат ҡалаһы.

“Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы Федераль закондың 19-сы статьяһында әйтелеүенсә, сифат буйынса дәғүәләрҙе тауарҙы һатып алғандан һуң ике йыл эсендә белдерергә мөмкин. Єлбиттә, “гарантиялағы тауар” һәм “гарантия ваҡытының үтеүе” тигән төшөнсәләр араһында айырма бар, һәм ул бик мөһим. Єгәр һатыусы экспертиза талап итһә, уның хаҡын үҙегеҙгә түләргә тура киләсәк. Є бына тауарҙың гарантия ваҡыты сыҡмаһа, һатыусы йәки етештереүсе осһоҙ булмаған был процедураны үткәрергә тейеш. Єгәр итектең сифаты тикшерелеп, уның етешһеҙлектәре барлығы асыҡланһа, бойондороҡһоҙ экспертиза буйынса сығымдарҙы магазин үҙе ҡаплаясаҡ. Ћатыусылар һеҙҙең мөрәжәғәт итеүегеҙҙән, ялыу күсермәһендә мисәт ҡуйыуҙы талап итеүегеҙҙән бер аҙ шөрләр һәм итек өсөн аҡсағыҙҙы кире ҡайтарыр тип өмөт итәйек.


Ете ҡат үлсә...

Сирләгәнемдә табип дарыуҙар рецебы яҙып биргәйне, уларҙың ҡайһы берҙәрен эсергә тура килмәне. Дарыуханаға уларҙы кире тапшырырға мөмкинме?
Зәйнулла ИШМАЕВ.

Бөрө ҡалаһы.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дарыуҙар ниндәйҙер етешһеҙлеге арҡаһында ғына кире тапшырырға мөмкин булған махсус тауарҙар исемлегенә инә. Шуға уларҙы һатып алғанда уйлап эш итергә кәрәк. Дарыуҙарҙы туғандарығыҙға йәки таныштарығыҙға һата алаһығыҙ, мохтаждарға бушлай бирһәгеҙ, тағы яҡшыраҡ.

Өйгә бәпес ҡайта

Ҡатыным июндә бала табасаҡ, шуға үҙ иҫәбемә отпуск алырға теләйем. Был мөмкинме?

Ильяс.
Дәүләкән ҡалаһы.

Ћеҙ әйткән ял эш биреүсе һәм хеҙмәткәр араһындағы килешеү нигеҙендә тәьмин ителә. Ләкин ҡайһы бер осраҡтарҙа ялды биреүҙән баш тартырға ярамай. Сабый тыуыуы – тап шундайҙарҙың береһе. Рәсәй Хеҙмәт кодексының 128-се статьяһына ярашлы, һеҙгә үҙ иҫәбегеҙгә биш календарь көн ял бирелергә тейеш. Шуға етәксегеҙгә ғариза яҙығыҙ һәм унда ялдың ни сәбәпле кәрәклеген аңлатығыҙ.



Уҡыумы, ялмы?

Ирем ситтән тороп уҡырға инергә уйлай. Үҙе вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Єгәр сессия ял иткән осорға тура килһә, аҡса түләнергә тейешме?
А. ИШНИЯЗОВА.
Нефтекама ҡалаһы.
Ҡайҙалыр эшләп йөрөгәндәр һәм бер юлы юғары белем алғандар өсөн уртаса эш хаҡы һаҡланған өҫтәмә отпуск бирелә. I һәм II курстарҙа ул 40 календарь көн тәшкил итһә, артабанғы курстарҙа – 50.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡануниәттә вахтала эшләүселәрҙең ялы осоронда бындай отпусктың бирелеүе хаҡында аныҡ әйтелмәгән. Ләкин судтар, ғәҙәттә, хеҙмәткәрҙәрҙең мәнфәғәттәрен яҡлай һәм эш биреүсе хеҙмәткәргә белем алған осорға түләүле ялды тәьмин итергә бурыслы тигән фекер яҡлы. Шулай итеп, вахталағыларҙың ялы уҡыу осоро менән бергә тура килгән осраҡта аҙаҡ уға отпуск бирелергә тейеш.
Әйткәндәй, эш биреүсе ситтән тороп белем алыусыларға һәр уҡыу йылында бер тапҡыр уҡыу урынына барыу һәм кире ҡайтыу сығымдарын ҡапларға бурыслы. Ләкин был гарантиялар ситтән һәм көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу бүлектәренең бакалавриат, магистратура кеүек программаларын үткәндәргә һәм беренсегә юғары белем алғандарға ғына ҡағыла (Рәсәй Хеҙмәт кодексының 173-сө, 177-се статьялары).



Кемгә алдан бирелә?

Миңә 47 йәш. Ете бала тәрбиәләйем, Алыҫ төньяҡта эшләгәйнем. Єле хеҙмәт урыным булыу сәбәпле, пенсия тәғәйенләүҙән баш тарттылар. Ниңә икәнлеген аңлатһағыҙ ине.
Әҙилә.
Баймаҡ районы.

2013 йылдың 28 декабрендә ҡабул ителгән “Страховка пенсиялары тураһында”ғы 400-сө Федераль закондың 32-се статьяһында түбәндәге ҡатындар хаҡлы ялға ваҡытынан алда китеү хоҡуғына эйә тип билдәләнгән:
* биш һәм унан күберәк бала тапҡандар;
* ике һәм унан күберәк балаға ғүмер биргәндәр, страховка стажы 20 йылдан ашҡандар һәм 12 йылдан аҙ булмаған календарь йыл Алыҫ төньяҡта эшләгәндәр йәки ошо урынға тиңләнгән төбәктә 17 календарь йыл тир түккәндәр һәм страховка стажы 20 йылдан үткәндәр.

Иҫкәрмә
Әгәр нигеҙ бар икән, ҡатындың әлеге ваҡытта эшләү-эшләмәүенә ҡарамай, ваҡытынан алда пенсия бирелергә тейеш. Єммә был хоҡуҡтан 50 йәшен билдәләгән һәм кәрәкле кимәлдә хеҙмәт стажы булғандар ғына файҙалана ала. Был осраҡта үрҙә әйтелгән талаптар тура килмәй һәм шуға хат авторы хаҡлы ялға алдан китә алмай.



Ћәр нәмәнең –
үҙ ваҡыты


Баланы йәш ярымға тиклем ҡарау буйынса ялдамын. Улым сирләне, һәм миңә бер айға эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса ҡағыҙ (больничный) бирҙеләр. Ошо көндәр өсөн отпускты оҙайтырға тейештәрме?
Әлиә.
Әлшәй районы,
Раевка ҡасабаһы.

Юҡ, оҙайтырға тейеш түгелдәр, сөнки был хаҡта законда әйтелмәй. Рәсәй Хеҙмәт кодексының “Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ һәм әсәйлек менән бәйле мотлаҡ социаль страховка тураһында”ғы 9-сы һәм 124-се статьяларына ярашлы, бәләкәсе сирләгән ваҡытта әсә, баланы ҡарау менән бәйле ялда булып, эштән бушатыуға мохтаж түгел икән, отпуск оҙайтылмай. Єгәр ял ваҡыты уҙып, бала ауырыуын дауам итһә, эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса ҡағыҙ юридик көскә эйә, йәғни ҡатынға эшләй башларға тейеш көндән алып аҡса түләнергә тейеш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 627

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 421

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512