Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ағас алам тиһәң...
Ағас алам  тиһәң... Йорт төҙөргә теләйем, шуға кемдең бушлай ағас алыу хоҡуғына эйә икәнлеге хаҡында белгем килә.
З. ЗӘЙНИЕВ.
Әбйәлил районы.

Ҡануниәткә ярашлы, Рәсәй гражданы 25 йылға бер тапҡыр өй төҙөү йәки ремонт эштәре өсөн 150 кубометрға тиклем бушлай ағас алыу хоҡуғына эйә. Был хаҡта Рәсәй Урман кодексының 30-сы статьяһында һәм 2007 йылдың 20 ноябрендә Башҡортостанда ҡабул ителгән 486-сы “Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Законда әйтелә.
Ағас алыу өсөн нимә эшләргә кәрәк? Тәү сиратта урындағы урмансылыҡҡа йәки республиканың Урман хужалығы министрлығына ғариза яҙып тапшырығыҙ. Унда паспорт мәғлүмәттәре, һалым түләүсенең идентификация һаны (ИНН), адресығыҙ күрһәтелһен. Ағас айырым тәғәйенләнеш буйынса бирелә. Мәҫәлән, өй һалыу өсөн. Шуға был хаҡта асыҡлап яҙыу зарур. Комиссия сеймалды бирер алдынан ер участкаһының барлығына, унда төҙөлөш эштәренең атҡарыласағына инанырға тейеш.

Бушлаймы?

Беҙ: “Бушлай бирелә”, – тип әйтһәк тә, күпмелер аҡса түләргә тура киләсәк, сөнки урмансылыҡ белгестәре раҫланған федераль ставкалар буйынса һатыу-һатып алыу килешеүен төҙөй. Ләкин ағастың хаҡы баҙарҙағыға ҡарағанда күпкә осһоҙораҡ.

Нисек ташырға?

Ағасты үҙегеҙгә ҡырҡырға тура киләсәк. Өҫтәүенә диләнкә урынын таҙартыу талап ителә. Єҙерләнгән бүрәнәләрҙе һатырға ярамай. Бынан тыш, договорға ҡул ҡуйғандан һуң, бер йыл эсендә ағасты нисек файҙаланыуығыҙ тураһында яуап тоторға кәрәк. Єгәр ҡарағайҙар йәки ҡарағастар киҫелеп, бер йыл эсендә ташылмай икән, урман хужалығының уны үҙендә ҡалдырыу хоҡуғы бар. Єгәр үрҙә әйтелгән талаптар үтәлмәһә, хатта штраф сәпәүҙәре ихтимал.

Ҡарағаймы, уҫаҡмы?

Бер кемгә лә сер түгел: йортон ағастан һалырға теләгән һәр кем ылыҫлыларға өҫтөнлөк бирә. Єммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы мөрәжәғәт иткән һәр кемгә еткереп булмай. Бының өсөн һандарға күҙ һалайыҡ. Башҡортостанда барлығы 750 миллион кубометр ағас үҫһә, уларҙың ни бары 170 миллион кубометры ғына ылыҫлылар төркөмөнә ҡарай. Йыл һайын 3 миллион кубометр ағас ҡырҡып әҙерләнһә, шуның 0,8 миллион кубометры ылыҫлыларға тура килә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511