Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тауҙар ҡосағында ятҡан күлдәр иле
Тауҙар ҡосағында ятҡан күлдәр иле Ҡырғыҙстан тигәндә беҙ Тянь-Шань һәм Памир һырттары араһында урынлашҡан, бейек тауҙарға, күлдәргә, көтөүлектәргә һәм баҡсаларға бай булған илде күҙ алдына килтерәбеҙ. Беҙҙең өсөн ул – “Манас” эпосы, шулай уҡ донъяға киң билдәле яҙыусы Сыңғыҙ Айытматов, планетабыҙҙағы иң ҙур һыу ятҡылыҡтарының береһе булған Ысыҡкүл иле лә.

Беҙҙең бәйләнештәр

– Башҡортостан – иҡтисади яҡтан бик үҫешкән төбәк, беҙ уның менән бәйләнештәрҙе киңәйтергә ынтылабыҙ, – тине Ҡырғыҙстан Президенты Алмасбәк Атамбаев былтыр көҙ республикабыҙ етәксеһе Рөстәм Хәмитов менән осрашҡанда.
Был әңгәмә өсөн Башҡортостан делегацияһының Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы Бешкәктә Күскенселәрҙең беренсе бөтә донъя уйындарында ҡатнашыуы рәсми сәбәп булды. Осрашыуҙа иҡтисади һәм гуманитар өлкәләге хеҙмәттәшлекте көсәйтеү мөмкинлеге тикшерелде. Ярыштарҙа республикабыҙҙан ете спортсы сығыш яһаны.
Әлеге көндә ике яҡ араһында тауар әйләнеше 22 миллион АҠШ доллары тәшкил итә. Уны арттырыу йүнә­леш­тәре байтаҡ. Мәҫәлән, ҡайһы бер ҡорамалдарҙы йыйыу буйынса отошло тәҡдимдәр бар, хәҙерге иҡтисади санкциялар шарттарында ауыл хужалығы продукцияһын һатып алыу һәм берлектәге сауҙа-логис­тика үҙәктәрен булдырыу ҙа мөһим әһәмиәткә эйә буласаҡ.
Быйыл 2 февралдә лә Рәсәйҙең Ҡырғыҙ Рес­публика­һындағы Сауҙа вәкиллегендә беҙҙең республиканың бизнес-миссияһы булды, унда төрлө ойошмалар араһында байтаҡ ҡына килешеү төҙөлдө.

Дөйөм мәғлүмәт

Тауҙар ҡосағында ятҡан күлдәр илеШанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына ингән илдәрҙең береһе –Ҡырғыҙстандың биләмәһе 198 500 квадрат километр тәшкил итә, майҙаны буйынса ул донъя илдәре араһында 86-сы урынды биләй. Ил сигенең 1 113 километры – Ҡаҙағстан, 1 048 километры – Ҡытай, 972 кило­мет­ры – Тажикстан, 1 374 километры Үзбәкстан менән уртаҡ.
Ҡырғыҙстандың диңгеҙ яр буйы юҡ.
Илдең дүрттән өс өлөшөн тауҙар биләй, уларҙың иң бейеге – Еңеү пигы (7 439 метр).
Республиканың барлыҡ ере диңгеҙ кимәленән 401 метр­ҙан юғарыраҡ, ә яртыһынан ашыуының бейеклеге 1000 метрҙан алып 3000 метрға саҡлы булған тауҙарҙа ята.
Халҡы ил биләмәһендә тигеҙ урынлашмаған. Уның төп өлөшө Чуй үҙәнендә (Ҡаҙағстан менән сик буйында), Фирғәнә үҙәнендә (Үзбәкстан менән сиктәш), Нарын менән Талас үҙәндәрендә һәм Ысыҡкүл яры буйында йәшәй.

Административ бүленеше

498 муниципаль берәмек, шул иҫәптән:
– ете өлкә – Чуй, Ысыҡкүл, Талас, Нарын, Йәләл-Абад, Ош, Батҡын.
– 28 ҡала.
– ике ҡала округы.
– 40 муниципаль район.
– 432 ауыл округы.

Милли составы

Ҡырғыҙҙар – 4 193 850 кеше (72,6 % ).
Үзбәктәр – 836 065 кеше (14,5 %).
Урыҫтар – 369 939 кеше (6,4 %).
Дунғандар – 64 565 кеше.
Уйғырҙар — 52 456 кеше.
Тажиктар — 50 174 кеше.
Төрөктәр — 40 953 кеше.
Ҡаҙаҡтар — 33 701 кеше.
Татарҙар — 28 059 кеше.
Азербайжандар — 18 946 кеше.
Кореялар — 16 807 кеше.
Украиндар — 14 485 кеше.
Немецтар — 8 563 кеше.

Һандар һәм дәлилдәр

Бойондороҡһоҙлоҡ көнө (СССР-ҙан) – 1991 йылдың 31 авгусы.
Рәсми телдәре – ҡырғыҙ, урыҫ.
Иң ҙур ҡалалары – Бешкәк, Ош, Йәләл-Абад, Ҡараҡол.
Халыҡ һаны (2014 йылда) – 5 776 570.
Халҡының тығыҙлығы – 1 кв. километрға 29 кеше.
Валюта – ҡырғыҙ сомы.

Сит илдәр менән сауҙа

Экспорт – 3,380 млрд. доллар (2011 йыл): мамыҡ, электр энергияһы, йөн, тәмәке, ал­тыр, терегөмөш, уран, теген әйберҙәре, аяҡ кейеме.
Ҡырғыҙстандан төп һатып алыусылар: Швейцария (27,2%), Рәсәй (19,2%), Үзбәк­стан (14,3%), Ҡаҙағстан (11,4%), Франция (6,7%).
Импорт – 5,060 млрд. доллар (2011 йыл): нефть һәм газ, машиналар һәм ҡорамалдар, химикат, аҙыҡ-түлек.
Ҡырғыҙстанға төп һатыусылар: Рәсәй (36,6%), Ҡытай (17,9%), Ҡаҙағстан (9,2%), Германия (8,2%).

Иҡтисады

Тауҙар ҡосағында ятҡан күлдәр илеИлдең аҙыҡ-түлек бойондороҡ­һоҙло­ғон тәьмин итергә һәләтле ауыл ху­жа­лы­ғы Ҡырғыҙстан иҡтисадындағы өҫ­төн­лөктәрҙең береһе булып тора. Эшләүсе халыҡтың яр­ты­һынан ашыуы ауыл хужалығы тар­маҡ­тарында шөғөлләнә.
Ил сәнәғәте, нигеҙҙә, ҡаҙып сығарыу һәм энергетика предприятиеларынан тора. Еңел сәнәғәт һәм аҙыҡ-түлек эшкәртеү ҡеүәттәре лә бар.
Илдәге элекке дәүләт предприятие­лары­ның 70 проценты хосусилаштырылған.
СССР тарҡалғандан һуң квалификациялы белгес­тәрҙең илдән күпләп китеүе арҡаһында 1990 – 1996 йыл­дарҙа Ҡырғыҙстандың иҡти­сади ҡеүәте ике тапҡырға кәмене. Сәнәғәт бында тулайым эске продукттың 15,9 процентын ғына етештерә.
2015 йылдың ғинуарында илдәге уртаса хеҙмәт хаҡы 12 435 сом ( 200 доллар самаһы) тәшкил итте.
Эшһеҙлек рәсми мәғлүмәттәр буйынса 73 мең кешенән аша (иҡтисади әүҙем халыҡтың 3,5 проценты).
Рәсәй предприятиеларының ил иҡтисадында биләгән урыны ҙур. “Газпром”, мәҫәлән, Ҡырғыҙстандың төнь­яғын­дағы автозаправкалау станцияларының 63 процентын үҙ ҡулында тота.
Сит ил инвестициялары буйынса тәүге урынды Ҡаҙағстан алып тора (1 млрд. долларҙан ашыу). Икенсе урында – Төркиә (450 млн. долларҙан ашыу).
Йыл һайын ярты миллион тирәһе кеше сит илдәргә, башлыса Рәсәйгә аҡса эшләргә юллана. Һуңғы йылдарҙа мигранттар күсергән аҡса илдең тулайым эске продуктының 29 процентына етте.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840