Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кемдәр ярлыҡауға хоҡуҡлы?
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан амнистия иғлан ителде тигән хәбәр ишеттем. Улым, уғрылыҡта ғәйепләнеп, былтыр өс йылға иркенән мәхрүм ителде. Ул заманында Чечен һуғышында ҡатнашҡайны. Ил алдындағы хеҙмәттәрен иҫәпкә алып, ваҡытынан алда иреккә сығармаҫтармы икән?
Ғәлимә Ш.
Туймазы ҡалаһы.

Һеҙҙең һорауығыҙға Өфө ҡалаһы Калинин районының прокурор ярҙамсыһы Индира ЙӘҒӘФӘРОВА яуап бирә:

– Быйыл 24 апрелдән Рәсәй Дәүләт Ду­ма­һының “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығы ай­ҡан­лы амнистия иғлан итеү тураһын­да”ғы ҡарары законлы көсөнә инде.
Амнистия – дәүләт власы ҡарарына яраш­лы, ғәмәлдәрендә енәйәт һыҙаттары иҫбат­ланған йәки енәйәт ҡылған тип эҙәр­лекләнгән кешеләргә ҡарата күрелгән ярлы­ҡау сараһы. Уның асылы яза сараһы­нан тулыһынса йәки өлөшләтә азат итеүгә йә иһә уны йомшар­тыуға ҡорола. Башҡа федераль закондарҙан айырмалы, амнистия ул ғәмәлгә ингәнгә ҡәҙәр ҡылынған енәйәт­тәргә генә (әлеге осраҡта 2015 йыл­дың 24 апреленә тиклемгеләргә) ҡағыла. Ҡарар алты ай, йәғни 24 октябргә тиклем, ғәмәлдә ҡала.
Документҡа ярашлы, яза сараһы шартлы рәүештә билдәләнгән һәм енәйәт ҡылып та ирек­тән мәхрүм ителмәгән кешеләр амнис­тия­ға эләгә. Бынан тыш, һаҡһыҙлыҡ арҡа­һын­да ҡылынған енәйәт өсөн ҡулға алын­ғандар һәм аңлы рәүештә ҡылынған енәйәт өсөн биш йылға хөкөм ителгән бәлиғ булмағандар иреккә сығарыла. Ҡарарҙа билдәләнеүенсә, тәүтикшереү органдары һәм судтар ошондай кешеләргә ҡарата асҡан енәйәт эштәрен дә туҡтатырға тейеш.
Әлеге амнистияның үҙенсәлеге: ул хәрби хеҙмәткәрҙәргә, Рәсәй Ҡораллы Көстәренең граждандар персоналына, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренә генә түгел, ә ғөмүмән, Ватанды һаҡлау буйынса хәрби хәрәкәттәрҙә, Афғанстанда йәки һуғыш барған башҡа дәү­ләт­тә хәрби һәм башҡа хеҙмәт бурысын үтәгән, Чернобыль АЭС-ындағы, “Маяҡ” етеш­тереү берекмәһендәге, Тинес йылғаһындағы кеүек ҙур һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан кешеләрҙең барыһына ла ҡағыла. Ошо уҡ даирәгә бәлиғ булмағандар, СССР һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары менән бүләкләнгән кешеләр, бәлиғ булмаған һәм инвалид балалы ҡатындар һәм ирҙәр, йөклө ҡатындар, аңлы рәүештә енәйәт ҡылып та, иректән мәхрүм ителмәгән йәки язаны үтәү ваҡыты кисектерелгән кешеләр инә. Шул уҡ ваҡытта элегерәк амнистияға эләккәндәргә, рецидивистарға, террорсы­лар­ға, кеше үлтереүселәргә, көсләүселәргә, та­лау­сыларға, наркотик менән сауҙа итеү­селәргә, ришүәт алғандарға, ауыр енәйәт ҡылғандарға был сара ҡағылмай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519