Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аманатын онотмайбыҙ
Аманатын  онотмайбыҙ Һалҡынлыҡ бөркөп, уҡмаш-уҡмаш өйөрөлгән болоттарға баҡҡанмын. Бер-береһен ҡыуып-уҙышып, аҡһыл-ҡарағусҡыл болоттар әйләнә лә әйләнә. Күпмелер ваҡыттан әрһеҙ тулҡындар эсенән яҡты нур хасил булды. Бар ҡараңғылыҡ алһыу төҫкә мансылып, донъя йәмләнде. Шул саҡ ҡайҙандыр аҡ ҡанатлы ялтыр ҡоштар пәйҙә булып, миңә табан оса башланы. Араларынан береһе, яҡыныраҡ килеп, суҡтарына эленгән тимер миҙалдарын миңә һуҙа икән, тимен. Һиҫкәнеп уянып киттем. Миҙал сыңы булып мине сәғәт телдәре тәбрикләй икән...


Таңға табан күргән төшөм күңелемә тынғылыҡ бирмәне, дәрестә лекция тыңлау урынына төш юрап яфаландым. Әсәйемә һөйләгәс, ул: “Ҡош булып ҡартатайыңдың йәне күрен­гәндер, 100 йыллыҡ юбилейы яҡынлаша, изгегә юрап, хәйер-саҙаҡа биреп, Ҡөрьән уҡытырбыҙ, борсолма”, — тип күңелемде тынысландырҙы.
Ҡартатайым Кәлимулла Ғәйнулла улы На­се­рт­диновты, изге йәнле, аҡыллы ир-уҙаман ине, тип һағынып иҫкә ала оло быуын кешеләре. Уны күреп белмәһәм дә, республикабыҙҙың дан­лы шәхесенең ейәнсәре булыуым менән һәр саҡ ғорурланып йәшәйем. Үҙе яныбыҙҙа булма­һа ла, эргәбеҙҙә ҡартатайым менән тормош һы­нау­ҙарын лайыҡлы үтеп, бәхетле ғүмер кисергән һәм иманлы, нурлы, ырыҫлы балалар баҡҡан өлә­сәйем Сафия Хәбиәхмәт ҡыҙы көн итә. Ҡар­та­тайым хаҡында ҡәҙерле иҫтәлектәрҙе уның һөй­ләүҙәре аша күңелемә һеңдереп үҫтем. 90 йә­шен тултырған ғәзиз кешебеҙҙең аҡылы те­үәл, зиһене камил. Бәләкәйҙән өйрәнгән Ҡөрьә­нен ҡулынан төшөрмәй ул. Сабырлыҡ, әҙәп-әх­лаҡ өлгөһө булып, хәйер-фатихала, ғибәҙәттә йәшәй.
Ҡартатайыбыҙ Кәлимулла Ғәйнулла улы – Нуриман районының Яңы Күл ауылынан. Күп бала­лы ғаиләнән булған малайға парта артына 9 йәшендә генә ултырыу бәхете тейә. Араларынан, исмаһам, берәүгә булһа ла мәҙрәсәлә тү­гел, ә совет мәктәбендә уҡыу мөмкинлеге сыҡ­ҡанға бар туған-тыумаса һөйөнә. Ҙур шат­лыҡты оло тырышлығы менән аҡлап, төплө белемгә ынтыла ул. Ғилемен уҡый алмаған тиңдәштәре менән уртаҡлаша, уларҙы уҡыу-яҙыуға өйрәтә.
1934 йылда ҡартатайыма Йоматау ауыл хужалығы техникумына инеп, уның тәүге сыға­рылышы менән диплом алырға насип була. Яратҡан уҡытыусыһын – билдәле мәғрифәтсе, сәсән Мөхәммәтша Буранғоловты — күп тапҡыр һағынып иҫкә алыр булған ул. Шиғыр, бәйет­тәрен отоп, хәтерендә йөрөткән билдәле халыҡ ижадсыһының.
Йәш дипломлы белгес эште 20 хужалыҡты (колхозды) берләштергән умартасылыҡ хужа­лығында башлай. 1939 йылда һалдат хеҙмәтенә алынып, ил алдындағы хәрби бурысын лайыҡлы үтәй, тырыш егет комсомол сафына ҡабул ите­лә. Хеҙмәтен тултырып иленә ҡайтырға ашҡын­ғанда, Бөйөк Ватан һуғышы башлана, һәм ул Алыҫ Көнсығыш сиктәрен һаҡлауға ҡалдырыла. Илебеҙҙе япон милитаристарынан азат итеүҙә күрһәткән батырлыҡтары өсөн биш тапҡыр наградаға лайыҡ була.
Бары тик ете йыл уҙғас, 1946 йылдың майында, тыуған яҡтарын күреү бәхетенә ирешә. Көслө ир ҡулдары етмәгән колхозда малсылыҡ хужалығын үҫтереүгә ентекле тотона.
1960, 1969, 1975, 1976 йылдарҙағы республика, район гәзит-журналдары биттәрендә ба­ҫыл­ған мәҡәлә-яҙмаларға күҙ һалам. Уларҙы түрҙә ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һаҡлайбыҙ бөгөн. Һарғайып, төҫ юғалтҡан хәтер яҙмаларында ҡәҙерле кешебеҙҙең һулышын тоябыҙ, үҙ заманының тырыш, аҡыллы, белемле улы булғанын күрәбеҙ. Мәҡәләмде тулыраҡ итеү өсөн һарғайған ҡағыҙҙарға ҡат-ҡат күҙ һалам. “Зоотехник Насертдинов инициативаһы буйынса өс йыл элек тоҡомло малдар төркөмө комплект­ланды. Колхоз амбарҙары яҡшы мал менән тулыландырылды. Мал һанын арттырыу, уларҙың продуктлылығын күтәреү буйынса республикала яҡшы уңыштар яуланыҡ, – тип яҙған 1965 йылда Баһау исемендәге колхоз хәбәрсеһе Л. Банников. – Зоотехник – малсылыҡтың төп ойоштороу­сыһы. Уның эш уңышы барлыҡ тейешле са­ра­ларҙы дөрөҫ үтәүгә бәйләнгән. Шуға ла Кәлимулла Ғәйнуллович мал ҡараусыларҙы эшкә өйрәтә, үҙ белемен өләшә. Һәр фермала зооветеринария түңәрәктәре эшләй. Малсылар һәр яңылыҡты уҡытыусы-етәкселәре менән ҡыйыу индерә, кәңәшле эш тарҡалмаҫ тигән мәҡәлде берҙәмлектә, уңышта иҫбатлай улар”.
Уҙған быуаттың 60–80-се йылдарында туған колхозын шаулы уңышҡа күмгән ҡартатайым тәүгеләрҙән булып “БАССР-ҙың атҡаҙанған зоотехнигы” тигән маҡ­таулы исемгә лайыҡ була. Тынғы белмәҫ коммунисты, алдынғы зоотехник-колхозсыны артабан район умартасылыҡ хужа­лы­ғын үҫтереүгә яуаплы белгес итеп тәғә­йен­ләйҙәр. Район, республика бюджетына ҙур килем килтергән ҡортсолоҡ тармағын камил­лаштырыуға бар тырышлығын һала нуримандар. Ҡиммәтле продукцияны дәү­ләткә һәр саҡ пландан арттырып тапшыралар, илебеҙ Хөкүмә­тенең Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булалар.
Үҙ эшенә намыҫлы ҡараған, тырыш, егәрле Кәлимулла Насертдиновты күп тапҡыр партия ойошмаһы етәксеһе итеп һайлай замандаштары. Ҡартатай өлгөһөндә райондың бик күп йәш коммунистары тәрбиәләнә. Аҡыллы ир-уҙа­ман үҙенең балаларын да йәмғиәткә файҙалы кешеләр итеп тәрбиәләй. Ҡәҙерлеләрем Кәли­мулла Ғәйнулла улы менән Сафия Хәбиәхмәт ҡыҙы үҫтергән балалар – бөгөн республикала киң билдәле шәхестәр.
Зат-ырыуыбыҙҙың алтын бағанаһы булған, был донъяла данлы тормош юлы үткән ҡарта­тайымдың тиҙҙән 100 йыллыҡ юбилейы етә. Бөгөн уның аҫыл ғүмер юлын алты балаһы, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре дауам итә. Кешеләргә, илгә кәрәкле булып, яҡшылыҡ ҡы­лып йәшәргә өйрәткән ҡартатайым аманатын һис онотмайбыҙ. Райондаштарына, яҡындарына һәр яҡлап матур йәшәү өлгөһөн биргән оло шәхес рухына ағайым Айҙар ҙа, үҙем дә тап төшөрмәҫебеҙгә иманыбыҙ камил. Быуатҡа тиң ғүмер кисергән ҡартатайымдың һәм өләсә­йемдең оя-нигеҙендә тәрбиәләнгән яҡын­да­рымдың матур тормошо, тырыш хеҙмәте – быға асыҡ дәлил. Донъяла юйылмаҫ эҙ ҡал­дырып, изгелек сәсеп, бәрәкәт урған яҡын кеше­ләремә иҫәнлек-һаулыҡ теләйем. Ә төштәремә ингән ҡартатайым рухы һәр саҡ шат, тыныс булһын. Ул сәсеп ҡалдырған изге орлоҡтарҙың шифалы, үрсемле булырына шигем юҡ.

Ғәлиә НАСЕРТДИНОВА,
БДУ-ның II курс студенты.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 906

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 870

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 1 039

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 1 174

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 997

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 963

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 979

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 1 247

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 161

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 278

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 270

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 231