Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мостай ерендәге оҫталыҡ дәрестәре
Мостай ерендәге  оҫталыҡ дәрестәре Был район хаҡында фекер йөрөткәндә уйҙарым тәү башлап Мос­тай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесына килеп төртөлә. Келәш урамдарынан үткәндә һәр йортта, һәр кешелә ошо һоҡланғыс әҫәрҙең дауамын күргәндәй булам, улар менән бергә аҙ ғына ваҡытҡа ла Кендек, Оло инәй, Аҡйондоҙ янына барып, аралашып килеү теләге тыуа. Әммә был, һис шикһеҙ, хыял остоғо ғына, шулай ҙа данлы Мостай ерендә шағир эҙҙәренән ғилемгә, камиллыҡҡа ынтылған, балаларға ихлас белем биргән остаздарҙың хеҙмәте менән танышып ҡайтыу хыял һәм ысынбарлыҡтың тап килеүенә ишараланы.


Республиканың Мәғарифты үҫтереү институты координация советының төрлө райондарҙа күсмә ултырыштар үткәреүҙе матур бер йолаға әйләндереүе иғтибарға лайыҡ. Сираттағы сара Шишмә ҡасабаһында ойошторолдо. Ул уҡытыуҙы Федераль дәүләт стандарттарына ярашлы алып барыу, белем биреү сифатын яҡшыр­тыу мәсьәләләренә арналды. Үҙ-ара тәжрибә, ғилем уртаҡлашыу, фекер алышыу өсөн Әлшәй, Благовар, Бүздәк, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Өфө райондарынан уҡытыусылар, урындағы хакимиәттәрҙең мә­ға­риф бүлектәре етәкселәре, белгестәр, методистар саҡырыл­ғай­ны. Күсмә ултырыш саралары үткәрелгән белем усаҡтары – район гимназияһы һәм Шишмә ҡасабаһының 1-се урта мәктәбе – сараға ентекле әҙерләнгән.
Уҡытыуҙа ҡулланырлыҡ заманса техник ҡоролмалар күргәҙ­мә­һендә асылды был йыйын. Баланың һәләтен, ижади башлан­ғыс­тарын сағыу үҫтереү өсөн тәҡдим ителгән прибор-ҡулланмалар араһында башҡорт телендәге программалар булыуы һөйөндөрҙө. Тимәк, бөгөн урыҫ йә инглиз теле дәрестәрендә генә түгел, милли әҙәбиәтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе өйрәнгәндә лә заманса алымдар ҡулланыуҙың киң мөмкинлеге бар.
Мостай ерендәге  оҫталыҡ дәрестәреКүсмә ултырыш вәкилдәренең артабанғы эш этабы асыҡ дә­рес­тәргә арналды. Башланғыс кластарҙағы, шулай уҡ урта звенолағы биология, геометрия, башҡорт, урыҫ теле һәм әҙәбиәте, физика дәрестәренән һуң остаздар лайыҡлы баһа алды, эш барышында иғтибар бүленергә тейеш мөһим йүнәлештәр билдәләнде. Шишмә районы гимназияһының IX “Б” класында Раузанна Хәйрулли­на­ның асыҡ дәресте яҙ миҙгеле темаһына ҡороп, башҡорт өндә­ре­нең дөрөҫ әйтелешен ҡәтғи талап итеүе хуплауға лайыҡ. Башлыса урыҫ телле балалар йылдың иң сағыу миҙгеле хаҡында төплө фекер йөрөттө, үҙенсәлекле ҡоролған грамматика һорауҙарына ла яуаптар тиҙ табылды.
– Күсмә ултырыш остаздарға методик ярҙам күрһәтеү, ғәмәли кәңәштәр биреү маҡсатында ойошторола. Урын мәсьәләһенә кил­гәндә, бында һәр район үҙе теләк белдереп, Мәғарифты үҫтереү институты менән даими бәйләнеш тотоп, сараны үткәреү өсөн бай­таҡ көс һала. Тәүҙә һөйләшеү булһа, һуңғараҡ институттың уҡыу-уҡытыу буйынса проректоры мәктәпкә килеп, ниндәй фәндәр буйынса асыҡ дәрестәр үткәреләсәге тураһында кәңәшләшә. Артабан эш билдәле тәртип буйынса дауам итә. Ғөмүмән, бындай саралар остаздарҙың хеҙмәтен тикшереү түгел, уларға методик ярҙам күрһәтеү ниәтендә ойошторола, – тине Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр, әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире Зәкиә Ғәбитова.
Ғилми ҡорҙың программаһына ярашлы, асыҡ дәрестәр хаҡында фекер алышҡандан һуң Шишмә районы мәктәптәренең директор­ҙары белем биреү ойошмаһына сифатлы идара итеүгә арналған “түңәрәк өҫтәл”гә йыйылды. Унда республиканың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәжитов, профессор, кафедра мөдире Валерий Гуров, Шишмә районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Сөләймән Ваһапов һәм башҡа белгестәр ҡатнашты. Һүҙ урындағы мәктәптәрҙең эш ҡеүәтен арттырыуҙы күҙаллап, алдынғы ойошмалар өлгөһө менән танышыу рәүешендә барҙы.
– Күсмә ултырыштың тап ошо төбәктә уҙғарылыуы юҡҡа түгел, төбәктәге уҡытыу сифатын күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Һуңғы йылдарҙа Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса шиш­мәләр алдынғылар рәтендә, был тәжрибә иһә уҡытыусыларҙың хеҙмәт сифатын күрһәтә, – тине Рәмил Ғини­әт улы, “түңәрәк өҫтәл”де асып. Мәк­тәп директорҙарын йы­йыу­ҙы тәҡ­дим иткән Валерий Гуров үҙ сығышында киләһе уҡыу йылында көтөлгән яңы стандарттар, муниципалитеттар кимә­лен­дә лаборатория булдырыу тура­һын­да бәйән итте.
Республиканың “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” исемен яулаған остаздан оҫталыҡ дәресе алмау шишмәләр өсөн яҙыҡ булыр ине, минеңсә. Өфө ҡалаһының 21-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Фәнис Шәрә­фетдинов коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашты, белем биреүҙә интерактив технологиялар ҡулланыу­ҙың төп алымдарын, заманса “таҡта”ның бихисап мөмкинлектәрен асып һалды. Оҫталыҡ дәрестәре география, биология, математика, физика һәм тел дәрестәре буйынса ла үткәрелде.
Күсмә ултырыштың йомғаҡлау өлөшө киңәйтелеп, дөйөм фе­кер, мәғлү­мәт алышыу рәүешендә ойошторолдо. Һәр фән буйынса күрһәтелгән асыҡ дәрестәргә ентекле анализ яһалды, теләк-кәңәштәр яңғыраны. Райондың алдынғы, әүҙем уҡытыусылары Мәғарифты үҫтереү институтының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.



Сөләймән ВАҺАПОВ, Шишмә районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы:
– XI кластар өсөн Берҙәм дәүләт имтиханы ҡабул ителеү менән сентябрь, октябрь айҙарында уҡ ата-әсәләр, уҡытыу­сы­лар ҡатнашлы­ғында йыйылыштар үткәреүҙе әүҙемләштер­ҙек. Балалар өсөн көн дә консультация уҙғарыу ҙа етди күҙәтеүгә алынды. Маҡсат һәр уҡыусыны аттестатлы итеү һәм БДИ күрһәткесен 60 балдан да кәметмәү булды. Район үткән йылғы БДИ һөҙөмтәләре буйынса ауыл биләмәләре араһында – икенсе, ҡалалар кимәлендә Төп дәүләт имтиханы буйынса өсөнсө урында килә. Юғары сифатлы белем биреү өсөн мәғариф бүлеге уҡытыусыларҙы төрлө хужалыҡ эштәренән, ваҡ мәшәҡәттәрҙән азат итеү яҡлы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 613

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506