Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡса бүленә, ә килем ҡайҙа?
– Республикала ауыл хужалығына дотация етерлек күләмдә бүленә. Йыл һайын федераль һәм республика ҡаҙнаһынан бирелгән аҡса биш миллиард һумдан ашып китә. Беҙ артабан да ярҙам итәсәкбеҙ. Әммә был табыш килтерһен, һөҙөмтәле эшләү мөһим. Бындай күләмдә гел генә ярҙам итеп булмай. Бөгөн беҙҙең алда социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса бихисап бурыс тора, эш хаҡын арттырырға, мәктәптәр, төҙөргә кәрәк, – тине республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығында эш һөҙөмтәлелеген арттырыуға арналған кәңәшмәлә.

Бөгөн Рәсәй үҙенсәлекле шарттарҙа йәшәй. Ситтән импорт тауарҙарға сик ҡуйылып, ниһа­йәт, үҙебеҙҙең етештереүселәргә юл асылды. Ошо уңайлы мәлде файҙаланып ҡалырға кәрәк. Әммә әлегә хәлдәр беҙ теләгәнсә түгел, һаман әкрен ҡуҙғалабыҙ. Шуға ла һөйләшеү киҫкен барҙы. Быға сәбәп тә бар шул. Бер ҡарағанда, республика Рәсәйҙә эре аграр төбәк иҫәпләнә. Тармаҡты үҫтереүгә шаҡтай аҡса йүнәлтелә, программалар эшләй, алға китеш бар. Мәҫәлән, “500 ферма” программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Һөт, ит, йомортҡа, иген культуралары шаҡтай күләмдә етештерелә. Әммә улар өсөн сығымдар үтә күп тотонола. Шуға ла Рөстәм Зәки улы:
– Былар беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй. Көслө конкурентлыҡ шарттарында йәшәйбеҙ, шуға ла ауыл хужалығының үҫеш темпын тиҙләтергә бурыслыбыҙ, – тине.
Күп йәһәттән ауыл хужалығы совет осорон­дағына оҡшаш: һәр бурыс ҡаҙна аҡсаһы иҫәбенә генә атҡарыла. Әлегә үҙаллы, етди ҙур эштәр күренмәй. Республикаға инвесторҙар барыһы ла ситтән килгән. Бөгөн беҙҙә мәскәүҙәр, силәбе­ләр, Свердловск өлкәһе, Санкт-Петербург вә­килдәре эшләй. Ырымбурҙар ҙа Башҡортостанға күҙ һала. Билдәле: улар беҙҙе түгел, үҙҙәренең мәнфәғәтен күҙәтә. Уңдырышлы баҫыуҙары­быҙҙың һутын һуралар ҙа һыпыртыу яғын ҡарайҙар.
Үҙебеҙҙең инвесторҙар бөтөнләй юҡ. Үке­нескә ҡаршы, ресурстар табыу, эре проекттарҙы тормошҡа ашыра алмайбыҙ. Һуңғы тиҫтә йылда республикала ҙур сәнәғәт етештереүе барлыҡҡа килмәгән. Ауыл хужалығында бер эшсегә тап килгән продукция ни бары 750 – 800 мең һум тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта башҡа төбәк­тәр ике миллион һумлыҡ сикте үтте. Хатта өс миллиондан арттырып ебәргән өлкәләр бар.
МТС-тар базаһында эре агросәнәғәт ком­плекс­тары ойошторолдо. Уларға миллиард-миллиард һум аҡса һалынһа ла, бөгөн барыһы ла табышһыҙ эшләй. “Алексеевка”, “Рощинский” кеүек ҙур суммала аҡса бүленгән ойошмалар ҙа өмөтләнгән ышанысты аҡламай. Тиҫтәләгән ҙур объекттар ташландыҡ тора. Әле һаман Баймаҡ, Ейәнсура, Ауырғазы, Яңауыл райондарында башланған төҙөлөштәр осланмаған.
– Беҙ импортты алмаштырыу, баҙарҙар асылыуы, эшләргә һәм аҡса табырға шарттар тыуыуы тураһында һөйләйбеҙ. Быларҙы барыһын да инвесторҙар түгел, ә үҙебеҙ етештерергә, башҡарырға тейеш. Республикала ла ҡеүәтле хужалыҡтар барлыҡҡа килһен, – тине Рөстәм Хәмитов.
Әлбиттә, бөтөнләй эшкинмәгән түгелбеҙ. Мәҫәлән, һөт етештереү буйынса алдынғылар рәтендә килһәк тә, һәр һыйырҙан һауылғаны дүрт мең литрға ла етмәй. Ә бит алты меңде уҙған төбәктәр ҙә бар. Шул уҡ ваҡытта республикала һауымды 5,5 – 6,5 мең литрға еткергән райондар ҙа юҡ түгел. Шуға ла Рөстәм Зәки улы киләсәктә был һанды биш мең литрға еткереүҙе бурыс итеп ҡуйҙы.
Теплицала йәшелсә үҫтереү буйынса бөгөн Башҡортостанды Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә өлгө итеп ҡуялар. Был йәһәттән республика Волга буйы федераль округында ғына түгел, илдә беренсе урынды биләй. Туймазы фермер­ҙары үҫтергән ҡыярҙы, помидорҙы бөтә төбәктәр һатып ала – ихтыяж ҙур. Тимәк, теләһәк, эшләй алабыҙ.
Әлбиттә, артабан да ауыл хужалығы ярҙам­һыҙ ҡалмаясаҡ, әммә ул адреслы, маҡсатлы булырға тейеш, тип йәнә бер ҡат иҫкәртте республика Башлығы. Мәҫәлән, кредит ставкаларын субсидиялау, яңы эре етештереү сәнәғәте төҙөү йүнәлешендә эшләгәндәргә. Юғиһә бөгөн инвесторҙар аҡсаны аҙ һурмай. Мәҫәлән, сусҡа комплексы төҙөү өсөн берәүһенән 400 миллион һум аҡса йәлеп ителгән, Әлшәй ҡошсолоҡ пред­приятиеһы өсөн 200 миллион һум киткән. Әммә береһе лә килем менән ҡыуандырмай.
Территорияһы ла, халҡы ла әллә ни ҙур бул­маған Белгород өлкәһендә йылына 1, 5 миллион тонна ит етештерелә: 750 мең тоннаһы ҡоштоҡо, 750-һе – сусҡаныҡы. Ә беҙҙә был һан 500 мең тоннаға ла етмәй. Уйланырға урын бар.
Киләсәктә һәр һум бушҡа осмаһын өсөн Рөс­тәм Зәки улы махсус комиссия ойошторорға тәҡдим итте. Ул бөгөн тармаҡтағы көнүҙәк проб­лемаларҙы, етешһеҙлектәрҙе асыҡлап, тәҡдим­дәр йыйып, артабан һөҙөмтәле эшләү өсөн йүнәлеште билдәләү менән мәшғүл буласаҡ. Уның составына Хөкүмәт етәкселәре, район вә­килдәре, шулай уҡ фән әһелдәре, хатта йәмәғәт­селек эшендә ҡатнашыусылар ҙа индерелеүе ихтимал. Кәңәшмә һуңында республика Баш­лығы:
– Беҙ етди конкурентлыҡ шарттарында йә­шәйбеҙ. Бөгөн эш башлау өсөн уңайлы мәл тыуҙы. Бер нисә йылдан ауыл хужалығының эшмәкәрлегенә бөтөнләй башҡаса баһа биреү өсөн беҙ йәлеп ителгән һәр һумды һөҙөмтәле файҙаланырға тейешбеҙ. Был – ҙур бурыс, – тип белдерҙе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 090

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518