Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Халыҡ-ара сәйәси һәм эш картаһында нығыныу өсөн барлыҡ шарттар булдырҙыҡ”
“Халыҡ-ара сәйәси һәм эш картаһында  нығыныу өсөн барлыҡ шарттар булдырҙыҡ” Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә бер нисә аҙнанан тәүге тапҡыр илдәрҙең һәм бөтөн донъяның иҡтисади, социаль-сәйәси үҫешенә ғәйәт ҙур йоғонто яһаған ШОС (Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы) һәм БРИКС (Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай, Көньяҡ Африка Республикаһы) халыҡ-ара саммиттары үткәрелә. Мөһим ваҡиғаларҙы юғары кимәлдә ҡабул итеүгә әҙерлек бер нисә йыл дауамында туҡтауһыҙ барҙы һәм, иҡтисади көрсөккә ҡарамаҫтан, республика Федераль үҙәктең ҙур ярҙамына таянып, ошо юҫыҡта үҙ иңенә алған йөкләмәләрҙе тулыһынса үтәй. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов “Интерфакс” агентлығына Өфөнөң әҙерлек дәрәжәһе, саммиттарҙың һөҙөмтәле эшен, ҡатнашыусыларҙың именлеген тәьмин итеү хаҡында һөйләне.

– Рөстәм Зәки улы, сәйәси аналитиктар раҫлауынса, Рәсәй ШОС һәм БРИКС-та рәйеслекте тышҡы сәйәсәттең мөһим стратегик ваҡиғаһы булараҡ ҡабул итә, шуға күрә Өфөлә уҙғарыласаҡ халыҡ-ара сараларға айырым әһәмиәт бирелә. Һеҙҙеңсә, был әһәмиәт нимәнән ғибәрәт?
– Өфөлә ШОС-тың үҫеш стратегияһын ҡабул итеү күҙаллана. Был – халыҡ-ара сәйәсәттең көн тәртибендә әүҙем ҡатнашыу теләге сағылған етди белдереү. Рәсәй Феде­рацияһы ошондай башланғыс менән сығыш яһаны. ШОС сиктәрендә киләһе 10 йылда дәүләттәрҙең үҙ-ара һөҙөмтәле бәйләнеше хаҡында һүҙ бара. Документ концепция үҙенсәлектәренә эйә, шуға күрә уны әҙер­ләүгә айырым иғтибар бирелә. БРИКС саммитында ла уға оҡшаш документ – 2020 йылға тиклемге иҡтисади партнерлыҡ стратегияһы ҡарауға тәҡдим ителәсәк. Ул инвестиция хеҙмәттәшлегенең юл картаһы менән тулыландырыласаҡ.
– БРИКС илдәренең Форталеза ҡалаһында уҙғарылған Эшлекле форумында төбәк-ара хеҙ­мәттәшлекте мөһим йүнәлеш сифатында айырып билдәләп, region-to-region форматын булдырырға тәҡдим иткәйнегеҙ. Үҙ-ара эшмәкәрлектә бындай алы­мдың ниндәй мөмкинлектәре бар? Рес­публиканың Евразия иҡтисади союзы, БДБ илдәрендәге, БРИКС, АТЭС һәм ШОС-ҡа ингән партнер дәүләттәрҙәге төбәктәр менән бәйлә­неше әле нисек үҫә?
– Бөгөн тормош үҙе үк төбәк-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре менән шөғөлләнергә мәжбүр итә. Иғтибар итегеҙ: ШОС һәм БРИКС илдәре етәк­селәре кимәлендә лә, ҙур бизнес кимәлендә лә даими бәйләнеш бар, ә төбәктәр араһында бындай эш алып барылмай тиерлек.
Бында “R2R” юҫығы биләмәләрҙе үҫтереү өсөн инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһенә эйә. Ул ҙур компанияларҙың ғына түгел, шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың ҡеүәтен берләштереү, ШОС һәм БРИКС илдәре эшҡыуарҙары ҡатнаш­лығында кластерҙар ойоштороу мөмкинлеген бирәсәк.
Асылда, “R2R” форматы тотош ШОС һәм БРИКС, шулай уҡ һәр бер айырым ил үҫешендә дәүләт-ара мөнәсәбәттәр һәм ҙур бизнестың хеҙ­мәттәшлеге менән бер рәттән өсөнсө мөһим тая­ныс­ҡа әүерелергә тейеш. Мәҫәлән, хәҙер Баш­ҡортос­тан Ҡытай төбәктәре менән ҙур эш алып бара, Цзянси, Ляонин провинциялары менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Былтыр ғына Ҡы­тай­ҙың етәкселәре һәм эшҡыуарлыҡ берләшмәһе вә­килдәре менән 15-ләгән осрашыу үтте, Ҡытай Ха­лыҡ Республикаһында Башҡортостан Респуб­ликаһы бизнесы көндәре ойошторолдо. Һин­дос­тан, Иран, Белоруссия, Төркиә, Шри-Ланка тө­бәк­тәре менән хеҙмәттәшлек тураһында киле­шеүҙәр бар. Беҙ, ШОС, БРИКС кимәлендә ошондай мөнәсәбәттәрҙе көйләгәнде көтөп тор­майын­са, эш башланыҡ. Яңы предприятиелар, эш урындары булдырыласаҡ, берлектәге эшмә­кәрлек тор­мошҡа ашырыласаҡ. Быларҙың бары­һы ла, һис шикһеҙ, ҙур баҙарҙа илдәребеҙҙең конкурентлыҡ ҡеүәһен арттырасаҡ.
– 2015 йылдың 8-9 июлендә Өфөлә уҙға­ры­ласаҡ ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек бюджеты ниндәй? Һеҙҙеңсә, планлашты­рыл­ған барлыҡ ойоштороу сараларын ваҡытында тормошҡа ашырыу өсөн федераль ярҙам (финанс, методологик) етерлекме? Был бюджет көрсөккә тиклем үк раҫланғайны бит.
– Саммиттарҙы үткәреүгә йүнәлтеләсәк аҡса күләмен әлегә әйтеү ҡыйын. Ҙур халыҡ-ара сараларҙы (Сочиҙағы Олимпиада, Ҡазандағы Универсиада) ойоштороу тәжрибәһе күрһәтеүенсә, финанс сығымына йомғаҡлау баһаһын улар та­мам­ланғас ҡына бирергә мөмкин. Әле әҙерлеккә сығым 10,5 миллиард һум тәшкил итә. Федераль ҡаҙнанан 2,5 миллиард һум алынды һәм үҙләш­терелде, тағы ла 2 миллиардты республика бүлде, ә шәхси инвестициялар 6 миллиард һумдан ашып китте. Бюджет сығымдары ҙур түгел: Өфө баштан уҡ сараға әҙер тиерлек ине. Конгресс-холды, аэропортты яңыртыу, йәшәү өсөн урын булдырыу бурысы ҡуйылды. Шуға күрә көрсөк әҙерлек бары­шына йоғонто яһаманы тиерлек.
– Ғәмәлдәге иҡтисади конъюнктура шарттарында аҡсаның тотонолоуына ҡәтғи контроль булдырыу мөһим. Республика власы әҙерлек башланғас та эштең барлыҡ этаптарында сы­ғымды контролдә тотоу ниәтен белдергәйне. Һеҙгә мәғлүм булғанса, был контроль һөҙөм­тәле тормошҡа ашырыламы, әҙерлек процесында асыҡлыҡ тейешле дәрәжәлә тәьмин ителәме, айырым йүнәлештәрҙә, шул иҫәптән хаҡтарҙың ҡиммәтләнеүе арҡаһында сығым­ды арттырыу, аҡсаны маҡсатҡа ярашлы тотонмау осраҡтары теркәлдеме?
– Аҡсаның тотонолоуын, объекттар төҙөлөшөн, башҡарылған эш сифатын шәхсән үҙем контролдә тотам. Эш “ҡулдан идара итеү” режимында бара тип әйтергә мөмкин.
Ошо ике йыл эсендә мин төҙөлөшкә бармаған, подрядсыларға контроллек итмәгән бер генә аҙна ла юҡтыр. Мәсьәләләр күп булды, ләкин улар ярай­һы уҡ йылдам хәл ителде. Бурыстың мөһим­леген барыһы ла яҡшы аңлай.
Бөгөн дә яңы объекттарға күҙ ташлап, уларҙың ҡеүәтен баһалап, республиканың үҫеш өсөн ғәйәт ҙур этәргес алыуына төшөнәһең.
– Өфө инфраструктураһындағы ҡайһы объ­ект­тар саммиттарҙы, уларға ярашлы сара­лар­ҙы ойоштороуға (ҡунаҡханалар, дөйөм туҡ­ла­ныу, мәҙәниәт объекттары) һәм үткә­реүгә (конференц-холдар, бизнес үҙәктәре) туранан-тура йәлеп ителәсәк, уларҙың әҙерлек дәрәжәһе ниндәй? Саммиттар тамамланғас, был объекттар нисек файҙаланылыр?
– Саммиттарға тиклем ике айҙан аҙыраҡ ваҡыт ҡалды, әҙерлек финиш һыҙығына сыҡты. Өфө аэропортын яңыртыу иң яуаплы бурыстарҙың береһе ине. Беҙ уны үтәнек. Осоу-ултырыу һыҙаты капиталь төҙөкләндерелде. Ул “Боинг-747”, “Рус­лан” һәм “Аэробус-330” кеүек ауыр самолеттарҙы ҡабул итеү мөмкинлегенә эйә. Республика аҡсаһы иҫәбенә донъя стандарттарына яуап биргән өр-яңы халыҡ-ара терминал төҙөлдө. Ул сафҡа индерелеү менән сит ил йүнәлештәренә сәғәтенә 800 пассажирҙы хеҙмәтләндереү мөмкинлеге тыуҙы. Саммиттарҙан һуң тормош туҡтап ҡалмай бит. Әле эске авиаюлдар терминалында күләмле реконструкция башланды.
Саммиттарҙың төп ваҡиғалары Конгресс-холда уҙғарыла. Ул һигеҙ йыл элек Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығы уңайынан ҡаланың иң күркәм урындарының береһендә, Ағиҙел йылғаһы ярында төҙөлгәйне. Әммә беҙгә дәүләт башлыҡтарының ултырыштары, осрашыу­ҙары һәм һөйләшеүҙәре, матбуғат конференциялары өсөн эш даирәһен ҡайтанан булдырырға тура килде. Әле бында бер үк ваҡытта өс меңдән ашыу кеше эшләй ала.
Саммиттарға ике йыллыҡ әҙерлек осоронда шәхси инвесторҙар Өфөлә ете өр-яңы ҡунаҡхана, шул иҫәптән Hilton, Holiday Inn, Sheraton кеүек бөтөн донъяға билдәле брендтарҙың отелдәрен төҙөнө. Саммиттарҙан һуң был объекттар бушап ҡалмаясаҡ. Рәсәйҙең ШОС һәм БРИКС-тағы рәйес­легенә ярашлы, быйыл ғына бер нисә ҙур ваҡиға күҙаллана.
Көҙ республика ике ил президенттары етәксе­легендә “Рәсәй – Ҡаҙағстан” төбәк-ара хеҙмәт­тәшлек форумын ҡабул итәсәк. Өфөлә, халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә ярашлы, төбәктәр кимәлендә үҙ-ара бәйләнештәр өсөн даими эшләгән майҙансыҡ асыу йәһәтенән пландар бар. Ошо рәүешле ШОС һәм БРИКС илдәренең сәйәси конструкцияһын түбәндән нығыта башлаясаҡбыҙ. Был идеяны дәү­ләт башлығы ла хупланы. Тимәк, яңы объект­тарҙың тулы ҡеүәтенә эшләйәсәгенә шик юҡ.
– Берекмәләрҙең ағзаһы булған илдәр сә­нә­ғәт һәм технологиялар корпорацияһының һө­ҙөмтәлелеген арттырыу, энергетика, файҙа­лы ҡаҙылмалар сығарыу, металлургия, агро­ин­дустрия, телекоммуникациялар, юғары тех­нологиялар кеүек тармаҡтарҙа хеҙмәттәш­лекте тәрәнәйтеү, гуманитар өлкәлә үҙ-ара эш­мә­кәр­лекте киңәйтеү яҡлы. Сараларҙы ойош­тороу­сылар Рәсәйҙең иҡтисади ҡеүәтен күрһәтеү өсөн таныштырыу майҙансыҡтарын техник йыһазландырыуҙы ни рәүешле тәьмин итер? Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙең иң көслө һәм алға киткән төбәктәренең береһе булараҡ, Баш­ҡортостан да саммиттарҙа үҙенең иҡтисади ҡеүәтен күрһәтергә ниәтләйҙер бит. Ойош­тороу­сылар төбәк мөмкинлектәре менән нисек таныштырырға йыйына?
– Минеңсә, республикабыҙ һәм Өфө ҡалаһы халыҡ-ара сәйәси һәм эш картаһында нығынып ҡалһын өсөн барлыҡ шарттарҙы булдырҙыҡ. Бө­гөн Башҡортостандың баш ҡалаһы юғары ки­мәл­дә, шулай уҡ илдәр араһындағы эшлекле хеҙ­мәт­тәшлек күләмендә осрашыуҙар үткәреү өсөн ҡулай инфраструктураға эйә. Саммиттар уҙғарылған Конгресс-холл хаҡында ғына һүҙ бармай. Мәҫәлән, яңы ҡунаҡханалар эшлекле осра­шыуҙар, танышыуҙар өсөн майҙансыҡ булырҙай уңайлы конференц-залдар менән йыһазланды­рылған. Отелдәрҙең береһендә тәүлек әйләнәһенә бизнес үҙәге эшләйәсәк. Унда эшлекле һөйлә­шеү­ҙәр, конференциялар, рәсми ҡабул итеү саралары өсөн шарттар тыуҙырылған. Башҡа ҡунаҡхана­лар­ҙа ла “R2R” форматындағы осрашыуҙар үткәреү өсөн мөмкинлектәр етерлек. Быларҙың барыһы ла Рәсәйҙең иҡтисади ҡеүәтен дә, Башҡортостандың инвестиция йәлеп итеү һәләтен дә лайыҡлы күрһәтеү мөмкинлеген бирәсәк.
– Күләмле саралар үткәргәндә хәүефһеҙлек мәсьәләләрен хәл итеүгә айырым иғтибар би­релә. Өфөлә саммиттар уҙғарылған көндәрҙә ниндәй саралар күреләсәк?
– Хәүефһеҙлек мәсьәләләренә федераль, шу­лай уҡ төбәк кимәлендә даими иғтибар бирелә. Был йәһәттән шикләнергә урын юҡ. Мәҫәлән, Өфө­лә ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерләнеү бары­шында 214 видеокүҙәтеү камераһы ҡуйылды. Ошо рәүешле хәлгә даими контролде генә түгел, ҡа­ла халҡының һәм ҡунаҡтарҙың именлеген тәьмин иттек.
– Өфө инфраструктураһы объекттарын әҙер­ләүҙән тыш, транспорт менән тәьмин итеү, ирекмәндәрҙе өйрәтеү мәсьәләләре әүҙем хәл ителә. Баш ҡала ҡунаҡтарын ҡаршылауҙы һәм оҙа­тып йөрөүҙе ойоштороу эше нисек алып ба­рыла?
– Башҡортостан ҙур халыҡ-ара ваҡиғаларҙы беренсе тапҡыр үткәрмәй. Беҙҙә Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындары ла, хоккей буйынса йәштәр донъя чемпионаты ла уҙғарылды. Шуға күрә күп һанлы делегациялар логистикаһы менән туранан-тура танышбыҙ.
Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре делегацияларын, эшҡыуарлыҡ берләшмәһе вәкилдәрен, жур­на­листарҙы ирекмәндәр ҡаршы аласаҡ һәм оҙа­тып йөрөйәсәк. Ҡунаҡтарҙың ҡалабыҙға бәйле тәьҫораттары күп йәһәттән уларға бәйле буласаҡ.
Республика, ил халҡының саммиттарға ҡыҙыҡ­һы­ныуы бик ҙур, күптәр ошо ваҡиғаларҙа ҡат­на­шырға, уларҙы ойоштороуҙа ярҙам итергә теләй. Ирекмәндәр йыйыу хаҡында иғлан иткәс, 10 мең самаһы кеше – йәштәр генә түгел, пенсионерҙар, башҡа төбәктәрҙә йәшәгәндәр, хатта сит ил граждандары – ғариза тапшырҙы. Әле Өфөләге юғары уҡыу йорттарында белем алған Ҡытай, Иран, Һиндостан, Төркиә, Африка һәм БДБ илдәре студенттары ла ситтә ҡалманы. Һөҙөмтәлә 3,5 меңдән ашыу ирекмән ситтән тороп уҡыны һәм туранан-тура әңгәмәләрҙә ҡат­наш­ты. Улар араһынан 500 кеше һайлап алынды, тағы ла 300-ө резервҡа индерелде. Егет, ҡыҙ­ҙар­ҙың күбеһе – инглиз, ҡайһы берәүҙәр ҡытай телен белә, тимәк, ҡунаҡтар менән аралашыу йәһәтенән ҡыйынлыҡ тыумаҫҡа тейеш.
– Саммиттар үткән көндәрҙә ҡала халҡының тормошо үҙгәрерме (урамдарҙа хәрәкәтте сик­ләү, кредит ойошмаларының, “ашығыс ярҙам” хеҙмәтенең эшмәкәрлегендә, йәмәғәт туҡланы­уы ойошмаларының, сауҙа үҙәктәренең эш кө­нөндә ниндәй ҙә булһа яңылыҡ, телефон аша һөйләшеүҙәрҙә шифр ҡулланыу көтөләме)?
– Өфөләр халыҡ-ара форумдарға бәйле бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ кисермәһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ. Мегаполис үҙ тормошо менән йәшәйәсәк, быға берәү ҙә ҡар­шы­лыҡ тыуҙырырға йыйынмай: урамдағы хәрәкәтте, саф һауала йөрөү урынын һайлауҙы, ниндәй ҙә булһа ойошмаларға барыуҙы сикләү күҙалланмай.
Ҡала халҡын был көндәрҙә берҙән-бер билә­мәгә – Салауат Юлаев майҙанына индермәйә­сәктәр. Әле унда матбуғат үҙәге төҙөлә башланы. Бар донъянан меңдән ашыу журналист ошо үҙәктә эшләйәсәк.
– ШОС илдәре менән транспорт өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте нисек үҫтерергә ниәтләйһегеҙ?
– 15 майҙа Өфөлә уҙғарылған ШОС илдәренең транспорт министрҙары кәңәшмәһендә мин Өфө менән ШОС һәм БРИКС дәүләттәренең баш ҡала­лары араһында тура авиабәйләнеш ойошторорға тәҡдим иттем. Европа менән Азияны тоташтырған ҙур транспорт һәм логистика нөктәһе булараҡ республиканы үҫтереү йәһәтенән был мәсьәләне өҫтөнлөклөләрҙең береһе сифатында ҡарайбыҙ.
– ШОС һәм БРИКС саммиттары үткәрелгән бер нисә көн эсендә Өфө донъя тарихына инә­сәк. Ҡала өсөн был – әлегә тиклем күрелмәгән кимәл. Саммиттарҙан һуң Өфө ҡалаһының һәм тотош республиканың үҫеш мөмкинлеген нисек күҙаллайһығыҙ?
– Беҙҙең өсөн саммиттар – иң элек стратегик про­ект. Уның һөҙөмтәһе тиҫтә йылдар менән иҫәп­ләнә. Июлдә Өфө Рәсәйҙең “йөҙөк ҡашына” әүе­реләсәк. Беҙгә Ер шарындағы халыҡтың өстән бер өлөшө йәшәгән илдәрҙән меңдәрсә ҡунаҡ киләсәк. Был – бик яуаплы эш. Әһәмиәтле ваҡиғалар уҙға­рылған көндәрҙә төбәк кимәлендә артабанғы хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һалыу ҙа, ШОС һәм БРИКС-ҡа ингән илдәрҙең бизнес берләшмәһе менән ныҡлы бәйләнештәр булдырыу ҙа, республиканың инвестиция мөмкинлектәрен күрһәтеү ҙә бик мөһим. Һөҙөмтәлә беҙ төрлө йүнәлештәр буйынса берәү һәм бишәү генә лә түгел, ә тиҫтәләгән “үҫеш нөктәһе”нә эйә буласаҡбыҙ.

Л. ДӘҮЛИЕВА әҙерләне.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518