Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғүмер бушҡа уҙмаған
Ғүмер бушҡа уҙмаған Ғүмер үтә барған һайын артта ҡалған йылдар йышыраҡ хәтергә төшә икән: отставкалағы милиция подполковнигы Рәшит Романов фотоальбомын йыш ҡулына ала. Бер көндө ул теүәл 50 йыл элек ҡыҙы Әлфиә, Коля Морозов исемле малай менән төшкән фотоны ҡарап, уйға сумды. Әле ошо бала ҡайҙа йөрөй икән? Моғайын, хәҙер үҙе олатайҙыр. Башҡортостанда уларҙың ғаиләһендә йәшәгән көндәрен хәтерләйме икән? Рәшит Хиләжетдин улының Белорет ҡалаһында эшләгән йылдары иҫенә төштө.

Көндәрҙең береһендә милиция бүлегенә шылтыраттылар:
– Тирлән ауылында бер ҡатындың йортонда биш йәштәрҙәге малай күренә. Уның балаһы юҡ ине. Килеп ҡарағыҙ әле.
Шул уҡ минутта йәш милиционер юлға сыға, теге ҡатынды таба. Әммә уныһы баланы үҙемдеке тип ныҡыша. Баҡтиһәң, еңел холоҡло ҡатын Коля исемле малайҙы Волгоград өлкәһенең Волжск ҡалаһынан урлап алып ҡайтҡан. Әсәһе уны коляскала ятҡан ҡустыһын ҡарап торорға ҡушып, үҙе аҙыҡ-түлек алырға магазинға инә. Шул саҡ әлеге ҡатын килеп сыға ла, малайҙы әүрәтеп, тәмлекәс биреп, үҙенең артынан эйәртә. Һуңынан Коля ата-әсәһе табылғансы Романовтарҙа йәшәне. Аҙаҡ уны Өфөгә тиклем оҙатып ҡуйҙылар.
…Рәшит Хиләжетдин улының милиция юлынан китеүе осраҡлы килеп сыға. Нуриман районының Яңы Күл ауылында ишле ғаиләлә үҫкән малай бәләкәйҙән тырыш була. Мәктәптә яҡшы уҡый, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Армиянан ҡайтҡас, ауыл хужалығы институтына инергә, яҙмышын ер менән бәйләргә хыялланған егетте район комитетына саҡырып, Алабуға ҡалаһындағы милиция мәктәбенә уҡырға барырға күндерәләр. Уны уңышлы тамамлағас, Баҡалы район милиция бүлегендә эш башлай. Уголовный розысктың өлкән оперуполномоченныйы Рәшит Хиләжетдин улы һөнәре нескәлектәрен яҡшы белеүе, тырышлығы менән коллективта ихтирам яулай.
Бер мәлде, эш хаҡы алып ҡайтҡан көндә, ойошманың сейфын асып, барлыҡ аҡсаны урлайҙар. Сос хеҙмәткәр, уғры ошо коллективта эшләгән кешеләр араһында булырға тейеш, ти. Ул ваҡытта заманса ҡорамалдар булмай. Егет барыһының бармаҡ эҙҙәрен алып, Өфөгә Эске эштәр министрлығына тикшереүгә ебәрә. Әммә тиҙҙән унан кире яуап килә. Ләкин сәмсел егет бының менән килешмәй. Йәнә ныҡлап тикшереүгә тотона, бер аҙҙан аҡсаға ошонда слесарь булып эшләгән ирҙең “айыу майы һөртөүен” иҫбатлай. Был ваҡытҡа уныһы райондан ғына түгел, республиканан да сығып һыҙа. Бурҙы Ҡаҙағстандан барып табалар.
Милиция органдарында хеҙмәт итеү осоронда төрлө төбәктә йәшәргә һәм эшләргә тура килә Романовҡа. Белорет ҡалаһында тәүге көндән үк йәмәғәтселек менән бәйләнеште нығыта. Ойошма­ларҙа, тимер юл станцияһында, төҙөлөш училищеһында, мәктәптәрҙә халыҡ дружинаһы штабы төҙөй. Урамда, клуб, кинотеатр тирәһендә кистәрен дежур итеү булдырыла. Бындай саралар һәйбәт һөҙөмтә бирә, тәртип боҙоуҙар кәмей. Бер аҙҙан намыҫлы, ҡурҡыу белмәҫ егеткә өлкән лейтенант званиеһы бирелә.
Үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәткән Рәшит Хиләжетдин улын үрләткәндән-үрләтәләр. 1967 – 1975 йылдарҙа ул Күгәрсен районының эске эштәр бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡара. Уҡыуҙың кәрәген аңлаған егет СССР Эске эштәр министрлығының юғары мәктәбен ситтән тороп тамамлай, унан – академияны.
Башҡортостандың Эске эштәр министрлығында, паспорт-виза хеҙмәте етәксеһе вазифаһын үтәгән йылдары ла бөгөнгөләй хәтерҙә. Унан БАССР Министрҙар Советында эшләне, сит илдәргә сығыу буйынса комиссияның яуаплы секретары, тышҡы бәйләнештәр министрлығының баш белгесе булды. Ғүмер буйы йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашты. Тырыш хеҙмәте юғары баһаланды, миҙалдар, бихисап Почет грамоталары менән бүләкләнде. Ҡатыны Зинира ханым менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, әле ейән-ейәнсәрҙәрен аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итәләр.
… Рәшит Хиләжетдин улы фотоальбомын ҙур кинәнес менән ябып ҡуйҙы. Күпме хәтирә һаҡлай ул, ҡабатланмаҫ ғүмер миҙгелдәре, хеҙмәт йылдары хаҡында һөйләне. Үҙе бер серле һандыҡ кеүек. Ғүмер бушҡа уҙмаған. Һағындыра шул саҡтар!





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518