Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәйләмдәрҙән йылмая сәскәләр
Бәйләмдәрҙән йылмая сәскәләр Һуңғы йылдарҙа һәр ауылда тиерлек ҡорама ҡорау, төрлө ептән күҙҙең яуын алырлыҡ ултырғыс, диван япмалары бәйләүселәрҙе, сәйләндәрҙән сәскә эшләүселәрҙе, милли кейем тегеүселәрҙе йыш осратырға мөмкин. Ҡатын-ҡыҙҙың селтәр, ҡашмау кеүек милли биҙәүестәренә лә иғтибар көндән-көн арта бара, уны яһаусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа күбәйә. Әбйәлил районында ошо шөғөлдө үҙ иткәндәр байтаҡ. Һәр ауылда үҙенә генә хас биҙәк, нағыш оҫталары етерлек.

Бөрйән районының Ҡыпсаҡ ауылында тыуып үҫкән Хөбәйбә Әминеваның Үтәгәнгә килен булып төшөүенә байтаҡ ғүмер уҙған. Тәүге көндәрҙән үк “тегенсе килен” ҡушаматы алған ҡатын ғүмер буйы кешеләргә күлдәк, камзул, елән тегә, әле лә ҡул ҡаушырып ултырмай. Буш ваҡы­тында ҡулына бәйләмен алһынмы йәки тоғро дуҫына әйләнгән теген машинаһы янына ултырһынмы — барыһын да күңелен һалып, яратып башҡара ул.
— Бала саҡтан әсәйем мәрхүмәнән өйрәнеп, шәл дә бәйләнем, күлдәк тә тектем, — ти инәй. — — Килен булып төшкәс, был шөғөлөм бик ярап ҡалды. Эштән бушаған ваҡытта, шулай уҡ төн йоҡомдо ҡалдырып, заказдар үтәнем. Берҙән-бер улым Ҡотдос та мин теккән әйберҙәрҙе кейеп үҫте.
Һәр замандың — үҙ заңы, тигәндәй, бөгөнгө етеш тормошта халыҡ араһында милли кейемгә ихтыяж ҙур. Олораҡ инәйҙәр таҫма һалып тегелгән япмалы күлдәктәрҙе өҫтөн күрһә, йәшерәктәргә нағышлы кейем кәрәк. Заказ буйынса селтәр менән ҡашмауҙы ла эшләй Хөбәйбә инәй. Тәүгеһен яһау өсөн күп ултырырға кәрәк булһа, икенсеһенә яҡынса ай самаһы ваҡыт етә. Хаҡы – дүрт-биш мең һум тирәһе.
Әйткәндәй, Хөбәйбә Әминеваның тағы бер яратҡан шөғөлөн телгә алмаһаҡ, дөрөҫ булмаҫ: ул бейергә ярата. Инәй башҡарыуындағы “Кәкүк”те башҡа бер кемдеке менән бутау мөмкин түгел. Үҙенә генә хас халыҡсан хәрәкәттәре менән ойоҫҡота баҫып, кинәнеп бейей инәйебеҙ. Һикһән йәшенә аяҡ баҫһа ла, саҡырған ергә бара, сығыш яһай. Шулай уҡ әле булһа инәй янынан күлдәк, селтәр-ҡашмауға заказ биреүселәр өҙөлмәй.
— Күҙем күрә, ҡулым ҡыбырҙай, берәүҙе лә бороп сығармайым, — тип мут йылмая инәй. — Ҡул эше менән булашҡанда күңел күтәрелә, йәшәүгә дәрт арта. Ә инде тәнемде яҙып, “Юлдаш” радиоһы уйнаған көйҙәргә бер аҙ тыпырҙап алһам, тағы ла йәшәреп китәм!
Ауылдарҙың йәмен арттырып, ҡул эштәре менән донъяһын йәйғорҙай балҡытып, йәштәргә өлгө күрһәтеп, балаларына терәк булып йәшәгән инәйҙәрҙең уңғанлығына һоҡланмау, уларҙың дәртенә хайран ҡалмау мөмкин түгел. Күңеленең бер өлөшөн тәшкил иткән, йылы тойғолар һалынған әйберҙәрен сабыйы кеүек ҡабул итеп, яратып алыуҙары ла аңлашыла: ҡул эштәренең һәр береһенә оҫтаның йөрәк тибеше, күңел нуры һалынған. Шуға күрә улар матур ҙа, ҡәҙерле лә.
Фотоға төшөрөргә булғас, Хөбәйбә инәй үҙе теккән күлдәк-камзулды кейеп, селтәр-ҡашмауын, башҡа ҡул эштәрен алды. Барыһын бергә йыйғас, аҫыл хазинаға тиң илаһи матурлыҡ хасил булды.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 963

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 621

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509