Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Батыр улдар биргән Бирҙеғол
Батыр улдар биргән Бирҙеғол “Әгәр үткәнеңә пистолеттан атһаң, киләсәгең һиңә пушканан атыр”, – тигән Рәсүл Ғамзатов. Шағир үҙенә хас образлы һүҙҙәр менән әйтһә лә, был хәҡиҡәт һис ҡасан әһәмиәтен юғалтмай. Тарихҡа ихтирам хаҡында хәҙер йыш һөйләйҙәр. Хәтерҙең кешелек өсөн ни тиклем мөһим икәнлеген аңлар өсөн Сыңғыҙ Айытматовтың “Буранный полустанок” тигән әҫәрен килтереү ҙә етә. Унда әсирлеккә төшкән ирҙе хәтеренән яҙҙыралар. Ул бәндә кем икәнлеген дә, ата-әсәһен дә, эскән ер-һыуын да онота. Бахыр, бер ни белмәйенсә, ҡол хәлендә хужаларға бил бөгә. Әсәһе ҡотҡарырға килгәс, манҡортҡа әйләнгән ир уны танымай, иң изге кешеһен уҡтан атып үлтерә. Әгәр хәтерҙе юғалтыу кеше өсөн иң ҙур фажиғә булһа, уны тергеҙеү – изге ғәмәл.

Шөкөр, илебеҙ халҡы Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләүгә айырыуса ҙур иғтибар бирҙе. Бик күп ауыл-ҡалала яңы обелисктар асылды. Бындай сауаплы эштәр әле булһа ла башҡарыла. Мәҫәлән, яңыраҡ Белорет районының Бирҙеғол ауылы халҡы һуғышта ҡатнашҡан яугирҙәр хөрмәтенә һәйкәл ҡуйҙы.
– Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылауға етди әҙерләндек: яңы һәйкәлдәр асылды, иҫкеләре яңыртылды, – тине район Советы рәйесе Евгений Карепанов. – Ата-бабабыҙҙың исемен мәңгеләштереү эше байрам көнө менән генә сикләнмәй, әле булһа ла дауам итә. Йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләү өсөн йыл һуҙымында төрлө саралар уҙғарыу ҡаралған.
Евгений Яковлевич шулай уҡ Бирҙеғол халҡының тырышлығын, уңғанлығын билдәләп үтте. Бөгөн был ауылда 240 тирәһе кеше йәшәй. Төйәк, ҙур булмаһа ла, республикабыҙға ете ғалим, ике дәүләт эшмәкәре, шулай уҡ бихисап билдәле шәхес биргән. Мәҫәлән, Башҡортостандың Адвокаттар палатаһы президенты Булат Йомаҙиловты, мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаевты, мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Айбулат Хажинды, профессор Вәкил Хажинды белмәгән кеше юҡтыр. Тап шул уҙамандарҙың һәм урындағы халыҡтың тырышлығы менән ҡуйылған да инде әлеге һәйкәл.
– Беҙҙең ауылда борон-борондан белемгә ҙур иғтибар бирелгән, – ти уҡытыусы-ветеран Тәнзилә Йомаҙилова. – Тағы ла бирҙеғолдар берҙәмлеге, татыулығы менән көслө. Хатта репрессия осоронда ауылдан бер кем дә ҡулға алынмаған. Сөнки халыҡ бер-береһен һатмаған.
– Ауылыбыҙға йыш ҡайтып торабыҙ, төрлө саралар үткәрәбеҙ, – тине Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев. – Ҡатай йәштәренең йыйынын ошонда уҙғарыу күркәм йолаға әүерелде. Һуғыш ветераны Ғүмәр Йомаҙиловтың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан яңыраҡ эстафета булды. Быларҙың барыһы ла йәштәргә фәһем булһын өсөн ойошторола. Киләсәктә уларҙың да йәнтөйәге тип тырышырына шигем юҡ.
Бирҙеғол – Ямантауға иң яҡын ятҡан ауыл. Тауға ҡарап, тау булып булмай тиһәләр ҙә, урындағы халыҡ һәр эшендә үргә ынтылып йәшәй. Ә ундай кешеләргә манҡортлоҡ, тарихһыҙлыҡ кеүек хәүеф янамай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506