Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иман ғына беҙгә ҡеүәт өҫтәр, иман ғына асыр йөрәкте!
Иман ғына беҙгә ҡеүәт өҫтәр, иман ғына асыр йөрәкте! Был сәфәремә юл һис уйламағанда асылды. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм тоҡомонан Наҡшбәндиә тәриҡәтенең алтын сылбырын дауам иткән Шәйех Мәхмәт Әҙил ән – Наҡшбәнди Башҡортостанға өсөнсө тапҡыр килеүенә ҡарамаҫтан, бығаса күрешергә насип булмағайны. Әммә “Урал батыр” эпосы китабын бүләк иткән кешеләр Кипрҙа йәшәп, хәҙер инде мәңгелеккә күскән Солтан Әүлиә Мәүләнә Шәйех Мөхәммәт Нәҙим әл-Хаҡҡаниҙың тулҡынланыу менән: “Сөбханалла, машаллаһ, Нәбиулла! Халҡығыҙ үҙенә Аллаһы Тәғәлә ебәргән пәйғәмбәрен онотмаған”, — тигән һүҙҙәре күңел түренә үтеп ингәйне. Нәби – тимәк, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә тиклем йәшәгән пәйғәмбәр. Урал ғәләйһис-сәләм, тип әйткән кешеләр ҙә бар Урал батыр тураһында. Пәйғәмбәрҙәрҙән китап ҡала: яҡшылыҡты һәм яҡтылыҡты васыят иткән Урал атабыҙ халҡына башҡорт телендәге “Урал батыр” эпосын ҡалдырған.
Күрәһең, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Быйылғы осрашыуҙарын Шәйех Мәхмәт әфәнде Татарстандан башланы, шуға ла Ҡазанға юлландым.


Сәфәр башы,
бул фекерем юлдашы


Ара әллә ни алыҫ та, яҡын да түгел һымаҡ, әммә юл буйына сәфәрҙәшем, Ҡа­р­иҙел егете Робертҡа нәҫел тамыр­ҙа­ры, Һөйәнтүҫ фажиғәһе тураһында һөй­ләп бара торғас, Минзәләгә килеп ет­кән­де лә һиҙмәй ҡалғанмын. Ҡабат­ла­ған­дан доға иҫкермәй, тигән бит хал­ҡы­быҙ: бик ауыр замандарҙа 100-ҙән ашыу башҡорт ауылының яндырылыуы, Асҡын яғындағы ҡаяларға һеңгән рәнйеш һаман да быуаттар аша ҡолаҡҡа салынғандай. Тарихи ваҡиғаларҙы белеү әрнеп иҫкә алыу өсөн түгел, ә һығымта яһап, шул уҡ тырмаға баҫмаҫ өсөн кәрәк тә бит.
Минзәләгә тыныс ҡына ҡарай алмайым. Был яҡтар миңә шәжәрәм тамыр­ҙа­рының Әлмәт, Минзәлә ерҙәренә барып тоташыуы менән дә ҡәҙерле. Шәжәрәне халыҡҡа ҡайтарған билдәле тарихсы Әнүәр ағай Әсфәндиәров төҙөгән нәҫел ағасым ошо яҡтарҙан таралған. Элегерәк тә булған бар ине был яҡтарҙа, хәҙер һәр ағас, таш башҡа төрлө күренә. Үҫәк бейҙән киткән тармағым бөгөнгө Баш­ҡортостан ерендә лә таралған.
Мең бәләле таш зинданлы ҡала,
Бар икән дә һинең үҙ йәнең.
Һин бит үҙең үтеп барған саҡта
Илай-илай тарих һөйләнең.

Уйһыуҙарға бында күҙ-йәш тулған,
Йылға үҙәненән ҡан аҡҡан.
Беҙ ғәйепле түгел, тигән кеүек
Һыҡтап ҡаршылайҙар йыраҡтан.

Һеҙ ғәйепһеҙ, һеҙгә һорау ҙа юҡ,
Бында әжәл үҙе һаташҡан.
Ватанына тоғро Алдар йәне
Батыр булып Күккә олғашҡан.
Эйе, тап ошо ҡалала ҡабырғаһынан аҫып ҡуялар Алдар Иҫәкәевте. Доға ҡыл­дым ҡиблаларға ҡарап, рәнйемәһен йәне батырҙың!
Беҙ бәләкәй саҡтарҙа апрель аҙағында үләндә ялан аяҡ йүгереп йөрөй торғай­ныҡ, ә быйылғы яҙ, иртә башланһа ла, оҙаҡҡа һуҙылды. Йылы яҡтан яҡты­лыҡ алып килгәндәй булды Шәйех әфән­де, Ҡазанда көндәр бик матур торҙо. Ҡа­пыл йылытҡанға аптырашып ҡалған халыҡ курткаларын, итектәрен сисмә­гәйне әле. Ә йәштәр инде, ошо миҙгелде генә көткәндәй, ялан өҫ, сәстәрен елгә елберҙәтеп, йәйге аяҡ кейемендә урам ҡыҙыра, ҡайҙалыр ашыға.
Ҡазан, Болғар йөҙө
таң ҡалдырамы?

Мин Ҡазанға килеп еткәнсе, Шәйех Мәхмәт Татарстан Диниә назаратында осра­шыуҙар үткәреп, Рәсәй Ислам уни­вер­ситетында студенттар менән аралашып та өлгөргәйне инде. Күренекле шә­хестәр, хандар ерләнгән зыяратҡа инеп, доға уҡығандар. Данлыҡлы Ҡол-шәриф мәсетендә лә урындағы дин әһелдәре менән аралашҡандар. Был ғибәҙәтхана – Ҡазандың үҙәк урын­дарының береһе, тип әйтһәм, моғайын, хата булмаҫ. Дини атрибутика, китаптар һатыла, һәр стенд зауыҡлы биҙәп эшләнгән.
Ошо уҡ күренеш ҡала урамдарында ла күҙгә ташлана. Метро – үҙе бер милли нағыш өлгөһө. Мәшһүр Ғабдулла Туҡай станцияһында уның әҫәрҙәренең геройҙары ҡаршы алып тора. Был хаҡта бер мәҡәләмдә әйтеп киткәйнем булһа кәрәк, яңынан иҫкә төшөрәм. Хатта ҡайҙалыр тальян тауышы яңғырап киткәндәй булды. Әллә Шүрәлегә Былтыр көй уйнаймы тиһәм, ысынлап та, бер бабай тальян тотоп килә, имеш. Былар хаҡында ентекләп һөйләүем бушҡа түгел. Ҡайһы тарафына баҡһам да, татар ҡәрҙәштәрҙең милли атрибутикаһының ҡаршы алыуы – хуплауға лайыҡ күренеш. Афарин, заманса Ҡазан!
Әйткәндәй, Татарстанға сәфәр республика президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Миңле­ха­нов­тың рәсми саҡырыуы буйынса ойош­торолған. Мәсеттәр бик күп Ҡа­зан­да. Ҡабан күле буйында ғына бер нисәһе урынлашҡан. Апанай мәсетендә Шәйех Мәхмәт әфәнде күмәк халыҡ менән бергә намаҙ уҡыны, сөбхәт әйтте. Бер сәғәткә яҡын барған әңгәмә барышында бик ҡыҙыҡлы фекерҙәр яңғыраны. “Беҙҙә ХIХ быуатта уҡ 30 меңдән ашыу китап сыҡҡан, уҡымышлылар бихисап булған. Быға ҡарашығыҙ нисек?” тигән һорауға Шәйех Мәхмәт әфәнде былай тип яуап бирҙе: “Эйе, китаптар ҙа, уҡыған кешеләр ҙә байтаҡ, әммә уларҙың күбеһе дөрөҫ мәғлүмәт еткермәй. Эсендә иман юҡ”.
Татарстанда тәриҡәт яйлап тарала, эйе, ҡаршы тороусылар ҙа булған. Иң ғәжәпләндергәне шул: һәр мәсеттең йәп-йәш имамдары, хәҙрәттәр тәриҡәт юлын һайлаған. Был хаҡта Рәсәй ислам университеты етәкселеге лә асыҡтан-асыҡ әйтә һәм бер тауыштан Волга – Урал буйы традицион Ислам нигеҙендә тәриҡәтте һайлауы хаҡында халыҡҡа еткерә.
Хәҙер төрлө фекер еткергән әсбаптар, брошюралар күпләп сығарыла. Улар быуаттар буйы иманынан яҙҙырылған халыҡтың күҙен томалай, дөрөҫ юлдан этәрә, шуға күрә дин әһелдәренең йәш быуындың ғына түгел, тотош йәмғиәттең йөрәгенә иман нуры сәсеүе мөһим. Муллалар мәсеттәрҙә, дини байрамдарҙа ғына түгел, ә көндәлек тормошта аралашып, һәр саҡ кеше араһында йөрөп, Аллаһы Тәғәләнең берлеге һәм барлығы хаҡында халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт еткерергә бурыслы.
XIX быуат аҙағында тыуған Ғарифулла ишандың ҡыҙы Зөбәржәт ханым мәсеттә атаһының дин юлында үткән ғүмере хаҡында һөйләне. Ошонда уҡ барса халыҡ тағы ла намаҙ уҡығандан һуң, шәйех Мәхмәт әфәнде бәйғәт таратты. Бәйғәт – ул Аллаһы Тәғәләгә ант. Мәсеттә халыҡ әллә ни күп булманы: Башҡортостандан килгән рәсми ҡунаҡтар һәм Татарстандан егермеләп кеше. Ҡатын-ҡыҙ ғына түгел, ир-ат та бында өҫ-башына, тышҡы ҡиәфәтенә ҙур иғтибар бүлә. Гүзәл зат төрөктәргә тартым итеп кейенә, әммә ялтырауыҡ биҙәүестәр менән мауыға. Бындай күлдәктәрҙең, яулыҡтарҙың хаҡы ла иҫ киткестер инде, тип ҡараным.
Беҙ, сәфәрҙәштәр, Наҡшбәнди тәриҡәтенең алтын сылбырының 40-сы вәкиле Нәҙим Хаҡҡаниҙың мөрите булған Фатима Камаловаға юлландыҡ. Ҡатын-ҡыҙ – бер йортта, ир-егет – икенсеһендә.
Иртәгәһенә “Әнейҙәр” мәсете янында йыйылдыҡ. Рәсәй Ислам университетында шулай уҡ төрлө дини форумдар бара ине. Татарстан Диниә назараты рәйесе мөфтөй Камил Сәмиғуллин, Кипрҙан килгән Шәйех Мәхмәт әфәнде менән осрашып, бүләген тапшырҙы.
Боронғо Болғар иленә сәйәхәт ҡылыр алдынан Ҡазан эргәһендә төҙөлөп ятҡан дәрғәғә инеп сыҡтыҡ. Ул һүҙ миңә таныш түгел. Был хаҡта Башҡортостандан килгән хәҙрәттәрҙән һорашам. Дәрғә – ул мәсете, үҙенең хужалығы, мәҙрәсәһе булған иман йорто. Яңы төҙөлә башлаған был бинала киләсәктә иман юлында йөрөгәндәр үҙҙәре ғибәҙәт ҡылыусы­ларҙы ҡабул итәсәк, уларҙың йәшәйешен тәьмин итеү менән шөғөлләнәсәк. Сығып барған саҡта Шәйех менән иҫәнләшеп, әңгәмә тураһында һөйләшәйем тип ҡул һуҙам (әммә хәҙрәттәр бының бигүк яраған эш түгеллеген әйтте), их, шул ҡайһы бер дини ҡағиҙәләрҙе белеп бөтмәүем! Шәйех Мәхмәт әфәнде яуап итеп ҡулын һуҙҙы, йылы итеп күреште. Ихласлыҡ өҫтөн мосолман өсөн.
Универсиадаға ентекле әҙерләнгән Татарстандың юлдары ялтырап ята. Тын алырға ла өлгөрмәнек, Болғарға килеп тә еттек. Ундағы мәсеттең зауыҡ менән төҙөлөүе тураһында бер нисә һүҙ менән генә әйтеп бөтөрөп булмай. Һиндос­тандың Тадж Махалы стилендә ҡоролған ғибәҙәтхана әллә ҡайҙан балҡып ҡаршы алды. Унда ла халыҡ әллә ни күп булманы. Аңлауымса, халыҡ иленә олуғ шәйех килгәнен аңлап та бөтмәгәндер. Иҙел буйында урынлашҡан өс ҡатлы ер аҫты музейы йыһаздары, биҙәлеше менән таң ҡалдырҙы. Боронғо ҡалалар картаһы, ҡаҙылма байлыҡтар, хәрби кейемдәр, халыҡтың йәшәйеше хаҡында бик бай мәғлүмәт тупланған бында. Әммә шуныһы ғына эсте бошорҙо: уларҙың күҙгә салынғандары ғына ла ысын­бар­лыҡҡа тап килмәй. Хатта диңгеҙ исем­дәре лә хаталы яҙылған, күрше йәшәгән башҡорт халҡы, башҡорт ҡалалары тураһында һис бер ерҙә бөртөк тә һүҙ юҡ. Был бит – тарихи хата. Шундай күр­кәм залдарҙың, заманса төҙөлгән музей­ҙың, лифт, эскалатор менән тәьмин ител­гән бинаның йөкмәткеһе булмай сыға түгелме? Боронғо дәүерҙәрҙе са­ғыл­дырған карталарҙа ни сәбәпле башҡа дәүләттәр күрһәтелмәгән икән? Анау хәтлем ғалимы булған респуб­ликаның тарихи мәғлүмәттәрҙе теүәл тупларға мөмкинлеге булмауына ышаныуы ла ҡыйын. Тыштан ялтырап торған Бол­ғарҙан тәрән хафаланыу менән сыҡтым.

Шәйех менән әңгәмә

Солтан Әүлиә Мәүләнә Шәйех Мөхәм­мәт Нәҙим әл-Хаҡҡаниҙың, йәғни беҙ күрешкән Шәйех Мәхмәт әфәнденең атаһы башҡорттар хаҡында бик ҡыҙыҡ­лы, йөрәккә майҙай булып яғылырҙай фекерҙәр әйткәнен ишеткәнем дә, уҡы­ғаным да бар. Ул берәй ерҙә баш­ҡортто, татарҙы күрһә, бик ҡыуана. “Мин – һеҙҙең еҙнәгеҙ”, – ти икән башҡорт­тарға, беҙҙең халыҡты ихтирам итә. Бының үҙенә күрә хикмәте бар. Ниндәй хикмәт һуң ул? Аллаһ кемде лә булһа дөрөҫ юлға баҫтырһа, был — ҙур бүләк. “Башҡорт­остан сөбхәт­тәре” китабында шундай фекер ҙә таптым: “Шәйех әфәнде һеҙҙең халыҡ­ты ярата, сөнки башҡортто Аллаһ һөйә. Нарыҫ­тауҙағы изге зыяратта ятҡан бөйөктәр – бының иң ҙур дә­лиле. Аллаһ сәхәбәләрҙе һеҙ­ҙең илгә тиклем ебәргән, һәм улар Аллаһ ярҙамында Ислам­дың башлан­ған мәлендә үк һеҙҙең халыҡты дингә, иманға баҫтырған. Төр­киҙәр араһында беренсе булып мосолманлыҡты башҡорттар ҡабул иткән. Тимәк, ул халыҡ — Аллаһтың яратҡан ҡоло, шуның өсөн дә Шәйех Мәүләнә Солтан башҡорт­тар менән күрешһә, бик ҡыуана, бик ҡәнәғәт була”.
Еҙнәгеҙ тигәнгә, бер аҙ алға китеп, аңлатма биреп китәм. Шәйех Нәҙим Хаҡҡаниҙың ҡатыны Әминә инәй – сығышы менән боронғо башҡорт еренән, йәғни, Ырымбур өлкәһенең Баҡай ауылынан. Ул яҡты ла барып күрергә яҙҙы беҙгә.
Әлегә Болғар ерендә ойошторолған әңгәмәгә рәхим итегеҙ!
— Хөрмәтле Шәйех Мәхмәт әфәнде, бөгөнгө Ислам хаҡында нимә әйтер инегеҙ?
– Исламдың бөгөнгөһө, кисәгеһе юҡ. Ул – Аллаһ Тәғәлә тарафынан еребеҙгә ебә­релгән иман юлы. Уны халыҡҡа пәйғәм­бәр­ҙәр, сәхәбәләр, бөгөн шәйехтәр ет­ке­рә. Эйе, күптәр динебеҙ хаҡында төр­лө фекер уятырға тырыша. Ислам кешегә тыуғандан алып һуңғы юлына тиклем был донъяла дөрөҫ йәшәү ғәмәлен күрһәтә. Бында бер ниндәй велосипед уйлап сыға­рыу ҙа кәрәкмәй. Барыһы ла күптән изге “Ҡөрьән” китабында яҙылған. Бүле­неш­тәр иһә динде, халыҡта иманды ҡаҡша­тыу маҡсатында махсус эшләнә.


(Дауамы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840