Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кемдең ҡулында – шуның ауыҙында
(Ғәли Әхмәт, “Ең һыҙғаныу ғына етмәй“, 2015 йыл, 13 май)
Һуңғы йылдарҙа Рәсәй етәкселеге коррупцияға ҡаршы байтаҡ сара ҡабул итте. Ләкин, ни сәбәптәндер, улар әле һаман ҡағыҙҙа ғына ҡала һымаҡ. Мәҫәлән, чиновниктарҙың хеҙмәт хаҡын арттырҙылар. Йәнәһе, юғары эш хаҡы уларҙы ришүәт алыуҙан туҡтатасаҡ. Был ҡарарҙан һуң нисә йыл үтте, тик һөҙөмтәһе тураһында ишеткән юҡ. Күрәһең, ыңғай тәьҫире булмағандыр. Кире осраҡта барлыҡ донъяға яу һалырҙар ине.

Уның ҡарауы, коррупция бөгөн байыуҙың иң еңел һәм иң отошло юлына әүерелә бара. Айырыуса дәүләт хеҙмәтен бизнесҡа әйләндереү ғәҙәти күренешкә инде. Ҡыҙыҡ: миллиардлап аҡса урла, күпмелер ваҡыт төрмәлә ултырып сыҡ һәм ... рәхәтләнеп йәшә. Ҡайһы бер чиновниктарҙың шашыуы ғүмерҙә булмаған хәлгә килтерҙе: бөгөн хатта губернаторҙарға ҡаршы енәйәт эше асалар.
Ошо урында йоғонтоло бер сара (уны өлкән быуын вәкилдәре хәтерләйҙер) тураһында әйтеп үтәйем. Элек даими үткәрелгән төрлө кимәлдәге йыйылыштарҙа партия етәкселәре үҙенең ҡул аҫтында эшләгән түрәләрҙе мотлаҡ тәнҡит утында тота торғайны. Бында психологик фактор — бөтөн кеше алдында фаш ителеү — ҙур әһәмиәткә эйә булды. Иң мөһиме – был сараның тәьҫире суд хөкөмөнән дә көслөрәк. Ә хәҙерге етәкселәр “хоҡуҡи дәүләт төҙөйбөҙ” тигән һылтау менән бөтөн яуаплылыҡты судҡа япһарыуҙы хуп күрә. Сығыштарҙағы тәнҡит тә дөйөм рәүештә генә яңғырай. Кемгәлер айырым төбәп әйтелергә тейеш бит ул.
Икенсенән, хәҙерге ҡануниәт үҙе үк ришүәтселеккә булышлыҡ иткән кеүек. Енәйәт кодексындағы статьяларҙың күбеһендә хөкөм саралары төрлөлөгө менән хайран итә — бер үк енәйәт өсөн шартлы сроктан алып 10 – 15 йыл бирелеүе мөмкин. Барыһы ла ғәйепле кешенең матди хәленә бәйле. Мәҫәлән, баш ҡалала бер педагогты уҡыусынан 500 һум аҡса алғаны өсөн ике йылға төрмәгә ултыртһалар, миллиардлап урлашҡанға шартлы срок биреүҙәре ихтимал. Хәл йылдан-йыл ҡырҡыулаша ғына бара. Әйтәйек, иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы ҡануниәтте либералләштереү һылтауы менән ғәйепле чиновниктарҙы ҡылған “бизнесы” өсөн ултыртмаҫҡа тырышалар. Көнбайыш дәүләттәрендә, киреһенсә, иҡтисади енәйәт өсөн тимер рәшәткә артына ғүмерлеккә ябыу осраҡтары байтаҡ. Беҙҙә иһә бизнес мөһимерәк, ә уның ниндәй булыуы ҡыҙыҡһындырмай.
Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, 2003 — 2013 йылдарҙа 180 меңдән ашыу (көнөнә 50-ләп) норматив-хоҡуҡи акт ҡабул ителгән. Артыҡ ныҡ көйләнгән дәүләт механизмының бындай шарттарҙа эшләү мөмкинлегенә коррупция ғына булышлыҡ итә ала. Ришүәтселек ваҡытында һәм урынында “майланып” тормаһа, әлеге механизм ҡыбырҙауҙан да туҡтай. 2011 — 2012 йылдарҙа Бөтөн донъя банкы Рәсәйҙең 37 төбәгендә тикшереү үткәргән. Һөҙөмтәлә эшҡыуарҙарҙың күпселеге коррупцияны проблема түгел, ә мәсьәләне хәл итеү сараһы тип ҡабул итеүен белдергән. Тимәк, ришүәтселек ыңғай күренеш тип баһаланамы хәҙер?
Тағы ла бер нәмә тураһында әйтмәй булмай. Коррупцияны хәҙер космостан да аныҡ билдәләп була икән. Баҡтиһәң, күпләп урлашҡан етәкселәр, был байлыҡты теге донъяға үҙҙәре менән алып китә алмаҫын аңлап, яҡташтары алдында һәйбәт күренеү маҡсатында тыуған төйәгендә күпләп ҡеүәтле объекттар төҙөтә. Ситтән матурыраҡ күренһен өсөн уларҙы көнө-төнө Ильич лампалары, реклама уттары яҡтыртып тора. Был “усаҡтар” йыһандан бик яҡшы күренә, тиҙәр. Һөҙөмтәлә тейешле разведкалар был адресты, объект хужаларын космос мониторингы аша аныҡ билдәләй ала.
“Ең һыҙғаныу ғына етмәй” исемле мәҡәлә авторы дөрөҫ әйткән: коррупцияны еңмәһәк, лайыҡлы йәмғиәт төҙөй алмаясаҡбыҙ. Ҡомһоҙҙарҙың ҡулына һуғырға ваҡыт.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 955

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 494

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509