Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәлең нисек, милли матбуғат?
Хәлең нисек,  милли матбуғат? Милләт, тел, әҙәп мәсьәләләре элек-электән иғтибар үҙәгендә торған. Был айырыуса һүҙ сәнғәтенең үҫеш тарихында асыҡ күренә. Кешенең ғәҙеллек, батырлыҡ, тоғролоҡ, ихласлыҡ һәм башҡа күркәм сифаттары боронғо легенда, риүәйәт, әкиәт, эпос, йырҙарҙан алып әлеге ҡәләм оҫталары әҫәрҙәрендә лә данлана. Ә бөгөн был рухи ҡиммәттәрҙе баһалайбыҙмы? Китаптарҙың артҡы планға күсеүе менән бер рәттән дәүер һулышын ваҡытында сағылдырған милли матбуғаттың ҡәҙере бөтөүе милләтебеҙҙең киләсәгенә янамаймы?


Был мәсьәләне “Башҡортостан” гәзите миҫалында асыҡлап ҡара­йыҡ. Ул бит – республиканың төп мил­ли баҫмаһы ғына түгел, ә осор­ҙоң рухи берҙәмлеге күрһәт­кесе лә! Башҡорт райондарының береһендә “Башҡортостан”ға йөҙ самаһы ғына ке­шенең яҙылғанын күреп, баш ҡа­лабыҙҙа “Өфө-матбуғат” киосктарын байҡағандан һуң рухи бер­ҙәм­лек төшөнсәһенең ни ҡәҙәр төш­кәнле­генә инанырға мәжбүр бул­дым. Милләттәштәребеҙ меңәр­ләп йәшә­гән урындарҙа үҙебеҙҙең матбу­ғатҡа битарафлыҡ хөкөм һөрөүе аяныслы хәл бит!
– Юҡ, аңлай алмайым быны, – тип аптырауын белдерҙе Ә. Вәлиди урамында урынлашҡан “Өфө-мат­бу­ғат” киоскы һатыусыһы Гөлдәр апай ҙа. – Кеше төрлө хәлгә ғәмһеҙ ҡарай ала, әммә милли баҫмаларға битарафлыҡты һис тә ҡабул итеп булмай.
Ысынлап та, бында башҡортса, татарса донъя күргән гәзит-журнал үтмәҫ тауар кеүек ята. Ә бына Революция һәм Цюрупа урамдары ки­ҫешкән урындағы киоскта эшләгән Тамара Александровна:
– Алмаһалар, үҙем “димләп” ебә­рәм! – тип ҡыуандырҙы. – Ихлас һөй­ләшеп, йылмайһаң, кеше ылы­ғыр­ға тора бит. Эш хаҡың гәзит-жур­налдың һатылыу-һатылмауына бәй­ле булғас, икеләтә тырышам!
Артабан юлланам. Зенцов һәм Ак­саков, Цюрупа менән Коммунис­тик, Киров һәм Ленин урамдары ки­ҫешкән урындарҙа, Менделеев, Ок­тябрь революцияһы, Октябрь прос­пектындағы, Сипайлово биҫтә­һендәге ҡайһы бер “Өфө-матбуғат” киосктарында “Башҡортостан”, “Йәш­лек”, “Йәншишмә”, “Киске Өфө” гәзиттәре, “Ватандаш”, “Шоңҡар”, “Ағиҙел” журналдары һатыуға ике-өс бөртөк кенә килгән, әммә улары ла уҡыусыһын “тилмереп көтөп” ята...
– Бында милли матбуғат баҫ­малары һатылғанын кешеләр тәүҙә бөтөнләй белмәй ине, яйлап өйрә­теп алдым, – тине Чудинов урамы менән Октябрь проспекты киҫешкән урындағы киоск һатыусыһы. Ә Гоголь урамындағыһы көн дә тиерлек сығып торған “Баш­ҡорт­остан”дың һатыуға ҡуйылмауы хаҡында бел­дерҙе. “Йыш килгәс, уны халыҡ алып өлгөрмәй”, – тип аңлатты ул.
Алда әйтеп үткәнемсә, барлыҡ милли баҫмалар ҙа һатыуға ике-өс дана ғына сығарыла.
– Бәлки, уларҙың данаһын артты­рырғалыр? – тим.
– Юҡ, быларын алһалар ҙа, яҡшы булыр ине әле, – тип яуапланы барыһы ла.
– Киоскта гәзит-журналға яҙҙы­рыу эшен алып бараһығыҙмы? – тип ҡыҙыҡһынам.
– Эйе, – тиҙәр. – Яҙылыусылар һирәкләп булһа ла табылып тора. Был алым бик тә отошло: берен­сенән, баҫмаға яҙылыу осһоҙораҡ, икенсенән, гә­зит­тең бер һаны ла юғалмай.
Ғөмүмән, “Өфө-матбуғат” киоск­тары буйлап йөрөгәндә “Ниндәй милли баҫмалар һатыуға ҡуйыла?”, “Нисәшәр дана?”, “Кешеләр һатып аламы?” тигән һорауҙарға яуап эҙләргә тырыштым. Күреүебеҙсә, халыҡ гәзит-журналға бик иғтибар бүлмәй. Әллә теләмәйме? Был күренеште бит 175 меңләп башҡорт йәшәгән баш ҡалала күҙәттем! Әҙә­би һәм мәҙәни сараларға милләт­тәштәрҙең йөрөмәүе тураһында йыш һөйләйбеҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, матбуғатҡа яҙылыу менән дә шул уҡ хәл. Телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ беҙҙең хәстәрлеккә мохтаж бит. Ҡайҙа һуң беҙҙә ғәм, сәм?

Денис ҒИЛМАНОВ,
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Уҡыусы
    Уҡыусы от 22.05.2015, 18:54
    Бик дөрөҫ яҙған, Денис туған ! Ҡустым, тағы бер мәсьәләне асыҡлаһағыҙ -- мин һеҙгә "5"- ле ҡуям ! БДУ, БДПУ уҡытыусылары, "Халҡым!Халҡым! " тип, һөрәнләп йөрөүселәр, башҡортса гәзит - журнал алдырамы -- шуны асыҡлап яҙһағыҙсы.Был хаҡта үҙҙәренән һорау кәрәкмәй, билдәле, алдырабыҙ, тип алдашырҙар.Нисек тә шуны белергә тырышығыҙ әле.Тағы : студенттар гәзит уҡыймы,уҡымаһа, ниңә уҡымай ? Ниндәй китап уҡый йәштәр ? Был һорауҙарға китапхана аша ла, үҙҙәренән һорап та белеп була. Асыҡтан - асыҡ, дөрөҫөн әйтһендәр өсөн аноним һорау алыу кәрәктер.Рәхмәт !

  2. Лилия
    Лилия от 23.05.2015, 05:53
    Исәнмесез! Ә менә миңа бик тә кызык -- Денис атап үткән киоскларда татарча гәҗит-журналлар күзенә чалынмады микән? Җирле матбугат, яисә Татарстаннан килгән газета-журналлар да сатылмый микән? Алары турында аерым эксперимент ясамасмы?






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 053

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 417

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 949

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 855

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 597

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 208

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 432

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 312

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498